[1] Шәмбе үтеп, аҙнаның беренсе көнөнөң таңында магдалалы Мәрйәм менән икенсе Мәрйәм ҡәберҙе ҡарарға барҙы.
[2] Ҡапыл бик ныҡ ер тетрәне, Раббы фәрештәһе күктән төштө, ҡәбер янына килеп ташты шылдырҙы һәм шул таш өҫтөнә ултырҙы.
[3] Ул йәшен утылай ялтырай, ә кейеме ҡар төҫлө аҡ ине.
[4] Һаҡсылар, ҡурҡыштарынан ҡалтыранып, үлгән кеүек ҡатып ҡалдылар.
[5] Фәрештә иһә ҡатындарға: – Ҡурҡмағыҙ! Һеҙҙең арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған Ғайсаны эҙләгәнегеҙҙе беләм.
[6] Әммә Ул бында юҡ. Үҙе әйткәненсә, үленән терелтеп торғоҙолдо. Килегеҙ, Уның ятҡан урынын ҡарағыҙ.
[7] Тиҙерәк барып, шәкерттәренә: «Ғайса терелеп торҙо! Ул һеҙҙән алда Галилеяға бара. Һеҙ Уны шунда күрерһегеҙ», – тип әйтегеҙ. Һеҙгә һүҙем шул.
[8] Ҡатындар, ҡурҡып, шул уҡ ваҡытта бик ныҡ шатланып, ҡәбер янынан тиҙ генә китә һалдылар һәм Уның шәкерттәренә хәбәр итергә йүгерҙеләр.
[9] Ҡапыл улар алдына Ғайса Үҙе килеп сыҡты: – Именлек һеҙгә! – тине Ул. Улар Ғайсаға яҡын килде, Уның алдында тубыҡланып, аяҡтарын ҡосаҡлап алдылар.
[10] Шунан Ғайса уларға: – Ҡурҡмағыҙ! – тине. – Барығыҙ, туғандарыма әйтегеҙ, Галилеяға китһендәр. Улар Мине шунда күрер.
[11] Ҡатындар киткәс, ҡайһы бер һаҡсылар ҡалаға ҡайтып, баш руханиҙарға бөтә булған хәлде һөйләп бирҙе.
[12] Баш руханиҙар, аҡһаҡалдар менән йыйылып кәңәшләшкәс, ғәскәриҙәргә күп итеп аҡса бирҙеләр,
[13] уларға: – «Төндә, беҙ йоҡлаған саҡта, шәкерттәре килеп Уның кәүҙәһен урлап алып киткән», – тип әйтегеҙ.
[14] Был хәбәр идарасыға мәғлүм була ҡалһа, беҙ уны һеҙҙең ғәйебегеҙ юҡлыҡҡа күндерербеҙ, һеҙгә ауырлыҡ төшмәҫ, – тинеләр.
[15] Һаҡсылар аҡсаларын алып, нисек ҡушылған булһа, шулай эшләнеләр. Был хәбәр йәһүдтәр араһында киң таралып, хәҙерге көнгәсә йөрөй.
[16] Ун бер шәкерт иһә Галилеяға, Ғайса барырға ҡушҡан тауға китте.
[17] Ғайсаны күргәс, улар Уның алдында тубыҡланды, әммә ҡайһы берҙәре шикләнде.
[18] Ғайса уларға яҡынлашып, былай тине: – Күктә лә, ерҙә лә бөтөн хакимлыҡ Миңә бирелде.
[19] Шуға күрә, барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ, уларҙы Ата, Улы һәм Изге Рух исеме менән һыуға сумдырығыҙ,
[20] Һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ. Һәм белегеҙ: Мин донъя бөткәнгәсә һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә булам.