Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 9:46

[1] Иртән иртүк бөтә баш руханиҙар һәм халыҡ аҡһаҡалдары кәңәшкә йыйылып, Ғайса үлтерелергә тейеш, тип ҡарар ҡылды.

[2] Уны бәйләп Рим идарасыһы Пилатҡа алып барып тапшырҙылар.

[3] Ғайсаға хыянат иткән Йәһүҙә, Уның үлемгә хөкөм ителеүен күргәс, ҡылған ҡылығына үкенеп, баш руханиҙарға, аҡһаҡалдарға утыҙ көмөш тәңкәне ҡайтарып бирҙе лә:

[4] – Гонаһ ҡылдым мин, ғәйепһеҙгә хыянат иттем, – тине. – Бында беҙҙең ни ҡыҫылышыбыҙ бар? Ул һинең эшең, – тинеләр уға.

[5] Ул, тәңкәләрҙе Алла Йортонда атып бәрҙе лә, сығып китеп аҫылынды.

[6] Баш руханиҙар тәңкәләрҙе йыйып алып: – Быларҙы Алла Йорто ҡаҙнаһына һалырға ярамай, сөнки улар ҡан өсөн түләнгән хаҡ, – тинеләр.

[7] Улар кәңәшләшеп, сит ил кешеләрен ерләү өсөн, был тәңкәләргә көршәксенең ерен һатып алырға ҡарар сығарҙы.

[8] Шунлыҡтан, ул ер Ҡан яланы тип атала башланы һәм әлеге көнгәсә шулай исемләнә.

[9] Шулай итеп, Иремия пәйғәмбәр аша әйтелгән һүҙҙәр ғәмәлгә ашты: «Улар Израиль кешеләре тарафынан Уның өсөн билдәләнгән баһаны – утыҙ көмөш тәңкәне алды,

[10] һәм, Раббы миңә ҡушҡанса, көршәксенең ерен һатып алды».

[11] Ғайсаны идарасы ҡаршыһына баҫтырҙылар. – Һин йәһүдтәр Батшаһымы? – тип һораны Унан Пилат. – Быны һин үҙең әйтеп тораһың, – тип яуап бирҙе Ғайса.

[12] Баш руханиҙарҙың һәм аҡһаҡалдарҙың ғәйепләүенә иһә Ул бер ни тип тә яуап ҡайтарманы.

[13] Шунда Пилат: – Үҙеңә ҡаршы был тиклем ғәйепләүҙәрҙе ишетмәйһеңме әллә Һин? – тип һораны.

[14] Ләкин Ғайса бер ғәйепләүгә лә яуап бирмәне һәм бының менән Ул идарасыны хайран ҡалдырҙы.

[15] Идарасы, байрам айҡанлы, халыҡ һораған бер тотҡондо азат итергә ғәҙәтләнгәйне.

[16] Ул ваҡытта яманаты киң таралған Варавва исемле бер тотҡон бар ине.

[17] Шуға күрә, халыҡ йыйылғас, Пилат уларҙан: – Кемде азат итеүемде теләйһегеҙ: Варавванымы, әллә Мәсих тип аталған Ғайсанымы? – тип һораны.

[18] Сөнки Пилат йәһүд башлыҡтарының Ғайсаны көнләшеүҙәре арҡаһында тотоп биреүен белә ине.

[19] Ул хөкөм итеү урынында ултырған саҡта, ҡатыны уға: «Был Кешегә ҡаршы бер ни ҙә эшләмә! Ул ғәйепһеҙ. Бөгөн төшөмдә Уның арҡаһында бик ғазапландым», – тип хәбәр иттерҙе.

[20] Баш руханиҙар һәм аҡһаҡалдар иһә Варавваны иреккә сығарыуҙы, ә Ғайсаны үлем язаһына тарттырыуҙы талап итергә тип, халыҡты ҡотортоп ҡуйғайны.

[21] Идарасы халыҡ төркөмөнә мөрәжәғәт итте: – Һеҙгә был икәүҙең ҡайһыныһы кәрәк? Кемеһен азат итәйем? – Варавваны, – тип яуап бирҙеләр Пилатҡа.

[22] – Ә Мәсих тип аталған Ғайсаны нимә эшләтәйем? – Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип яуап бирҙе бөтәһе лә.

[23] – Ул ниндәй яуызлыҡ ҡылған һуң? – Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип тағы ла нығыраҡ ҡысҡырышты халыҡ төркөмө.

[24] Пилат, бер нисек тә ярҙам итә алмауын, киреһенсә, сыуалыш башланыуын ғына күреп, һыу килтерергә ҡушты һәм халыҡ алдында ҡулдарын йыуҙы. – Был Кешенең ҡаны түгелеүҙә мин ғәйепле түгел, быға һеҙ яуаплы! – тине ул.

[25] – Уның ҡаны беҙҙең һәм беҙҙең балаларыбыҙҙың өҫтөндә булһын! – тип яуап бирҙе бөтәһе лә.

[26] Пилат шунда уларға Варавваны азат итте. Ә Ғайсаны, ҡамсылатҡас, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатырға тапшырҙы.

[27] Бынан һуң ғәскәриҙәр Ғайсаны идарасы һарайына алып китте. Уны барлыҡ ғәскәр уратып алды.

[28] Улар Ғайсаның кейемдәрен һалдырып, ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге кейем кейҙерҙеләр,

[29] башына сәнскәк ботаҡтарынан үрелгән таж һалдылар, уң ҡулына таяҡ тотторҙолар һәм алдында тубыҡланып: «Йәшәһен йәһүдтәр Батшаһы!» – тип мыҫҡылланылар.

[30] Өҫтөнә төкөрҙөләр, таяҡты тартып алып шуның менән башына һуҡтылар.

[31] Шулай мыҫҡыллағандан һуң, Ғайсаның өҫтөндәге кейемде систереп, Үҙенең кейемдәрен кейҙерҙеләр ҙә, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларға алып киттеләр.

[32] Юлда улар Симон исемле Киринея кешеһен осраттылар һәм уны Ғайсаның арҡысағын күтәреп барырға мәжбүр иттеләр.

[33] Голгофа, йәғни «Баш һөйәге урыны» тип аталған ергә барып еткәс,

[34] Ғайсаға үт ҡатыш шарап бирҙеләр. Әммә Ул, тәмләп ҡарағас, эсергә теләмәне.

[35] Ғайсаны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлағас, йәрәбә һалып, үҙ-ара Уның кейемдәрен бүлешеп алдылар

[36] һәм шунда Уны ҡарауыллап ултырҙылар.

[37] Ғайсаның баш осона ғәйебен күрһәтеүсе: «Был – Ғайса, йәһүдтәр Батшаһы» тигән яҙыу ҡағып ҡуйҙылар.

[38] Шунан Уның менән бергә ике юлбаҫарҙы ла – береһен Уның уң яғына, икенсеһен һул яғына – арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланылар.

[39] Үтеп йөрөүселәр баштарын сайҡап, Уны мыҫҡыл иттеләр:

[40] – Алла Йортон емереп, уны өс көндә яңынан Төҙөүсе, ҡотҡар Үҙеңде! Алла Улы булһаң, төш арҡысаҡтан!

[41] Шулай уҡ ҡанун белгестәре һәм аҡһаҡалдар менән баш руханиҙар ҙа Уны мыҫҡылланы:

[42] – Башҡаларҙы ҡотҡарҙы, ә Үҙен ҡотҡара алмай! Үҙе, имеш, Израиль Батшаһы! Хәҙер үк арҡысаҡтан төшһөн – ана шунда беҙ Уға ышанырбыҙ!

[43] Ул Аллаға ышанды. Әгәр ҙә Аллаға яраҡлы булһа, ҡотҡарһын Уны Алла! Ул Үҙен Уның Улы тип атаны бит.

[44] Ғайса менән бергә ҡаҙаҡланған юлбаҫарҙар ҙа Уны шулай мәсхәрә итте.

[45] Көн үҙәгендә бөтә ер йөҙөн ҡараңғылыҡ ҡаплап алды һәм ул көндөҙгө сәғәт өскә тиклем дауам итте.

[46] Сәғәт өстәр тирәһендә Ғайса көслө тауыш менән: – Или, Или, лама савахфани? – йәғни «Эй, Аллам, Аллам! Ниңә Һин Мине ташланың!» – тип ҡысҡырып ебәрҙе.

[47] Шунда тороусыларҙың ҡайһы берҙәре Уның һүҙҙәрен ишетеп: – Ильясты саҡыра, – тинеләр.

[48] Шунда уҡ уларҙың береһе йүгереп килеп һыу һеңдергесте әсе шарапҡа манды ла, уны таяҡҡа элеп, Ғайсаға эсергә бирҙе.

[49] Бүтән кешеләр быға: – Туҡта! Ҡарайыҡ әле: Ильяс Уны ҡотҡарырға килерме икән? – тинеләр.

[50] Ә Ғайса тағы бер тапҡыр көслө тауыш менән ҡысҡырҙы ла йән бирҙе.

[51] Һәм бына Алла Йортондағы шаршау өҫтән аҫҡаса урталай йыртылып китте. Ер тетрәне, таш ҡаялар ярылды,

[52] ҡәберҙәр асылып, үлгән изгеләрҙең күбеһе терелеп торҙо.

[53] Улар ҡәберҙәренән сыҡты, ә Ғайса терелгәс, изге Иерусалим ҡалаһына инделәр, унда уларҙы күптәр күрҙе.

[54] Йөҙбашы һәм уның менән бергә Ғайсаны һаҡлаусы ғәскәриҙәр, ер тетрәүҙе һәм башҡа хәлдәрҙе күреп, ҡоттары осоп: – Ул ысынлап та Алла Улы булған икән! – тиештеләр.

[55] Унда йыраҡтан ғына ҡарап тороусы бик күп ҡатын-ҡыҙ ҙа бар ине. Улар Ғайсаға Галилеянан алып эйәреп, Уға хеҙмәт күрһәтеп йөрөгәйне.

[56] Араларында Магдала ҡалаһынан Мәрйәм, Яҡуб менән Йософтоң әсәһе Мәрйәм һәм Зеведей улдарының әсәһе бар ине.

[57] Кис еткәс, Аримафейҙан Йософ исемле бай кеше килде; ул да Ғайсаның шәкерте ине.

[58] Пилат янына барып, Ғайсаның кәүҙәһен алырға рөхсәт һораны. Пилат Уның кәүҙәһен бирергә ҡушты.

[59] Кәүҙәне алып, Йософ уны таҙа етен туҡымаға ураны ла,

[60] үҙенә тип таш ҡаяны өңөп яһалған яңы ҡәбергә алып барып һалды. Ҡәбер ауыҙына ҙур бер ташты терәп китте.

[61] Магдалалы Мәрйәм менән икенсе Мәрйәм дә ҡәбер ҡаршыһында ултыра инеләр.

[62] Иртәгәһенә – ул шәмбе көн ине – Пилат янында баш руханиҙар һәм фарисейҙар йыйылды. Улар:

[63] – Әфәндем, теге ялғансының иҫән сағында: «Мин өс көндән һуң терелеп торасаҡмын», – тип әйтеүен хәтерләйбеҙ, – тинеләр.

[64] – Өсөнсө көнгәсә ҡәберҙе һаҡларға әмер бир, юғиһә, шәкерттәре килеп, Уның кәүҙәһен урлап алып китеүҙәре һәм халыҡҡа: «Ул үленән терелеп торҙо», – тип әйтеүҙәре мөмкин. Был һуңғы ялған беренсеһенән дә яманыраҡ булыр.

[65] – Һаҡсыларҙы алығыҙ ҙа, барып, ҡәберҙе үҙегеҙ белгәнсә һаҡлағыҙ, – тине Пилат.

[66] Улар, ҡәбер янына барып, ауыҙына терәп ҡуйылған ташҡа мисәт баҫтылар һәм ғәскәриҙәрҙе ҡарауылға ҡуйҙылар.

Матфей — Chapters