[1] Алты көндән һуң Ғайса Петрҙы, Яҡубты һәм уның ҡустыһы Яхъяны Үҙе менән алып, бейек тауға менде. Улар унда үҙҙәре генә ине.
[2] Ғайсаның ҡиәфәте күҙ алдарында үҙгәрҙе: йөҙө ҡояштай балҡыны, ә кейеме яҡтылыҡ кеүек ап-аҡ төҫкә инде.
[3] Ҡапыл улар ҡаршыһында Муса менән Ильяс пәйғәмбәрҙәр пәйҙә булды һәм Ғайса менән һөйләшеп торҙолар.
[4] Шунда Петр Ғайсаға: – Хужабыҙ, беҙҙең бында булыуыбыҙ ҡайһылай яҡшы! Әгәр теләһәң, өс сатыр ҡорам: береһен – Һиңә, береһен – Мусаға, береһен – Ильясҡа, – тине.
[5] Петр был һүҙҙәрҙе әйткән саҡта, балҡып торған болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡаплап алды. Болот эсенән: «Был – Минең ҡәҙерле Улым, Ул Минең ҡыуанысым. Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде.
[6] Был тауышты ишетеп, шәкерттәр йөҙтүбән ҡапланды, улар бик ныҡ ҡурҡты.
[7] Ғайса килеп уларға ҡағылды: – Тороғоҙ, ҡурҡмағыҙ!
[8] Шәкерттәр, күтәрелеп ҡарағас, Ғайсанан башҡа бер кемде лә күрмәне.
[9] Тауҙан төшкәндә Ғайса уларҙы: – Әҙәм Улы үленән терелеп торғанға тиклем, күргәнегеҙ хаҡында бер кемгә лә һөйләмәгеҙ, – тип киҫәтте.
[10] – Ә ниңә һуң ҡанун белгестәре, тәүҙә Ильяс килергә тейеш, тиҙәр? – тип һораны Унан шәкерттәре.
[11] – Ысынлап та, Ильяс килеп, бөтөнөһөн үҙ урынына ҡуясаҡ, – тип яуап бирҙе Ғайса.
[12] – Әммә һеҙгә әйтәм: Ильяс килде инде, ләкин уны таныманылар һәм уның менән ни теләһәләр, шуны ҡылдылар. Шулай уҡ Әҙәм Улына ла улар арҡаһында ғазап сигергә тура киләсәк.
[13] Шунда инде шәкерттәре Ғайсаның Сумдырыусы Яхъя тураһында һөйләүен аңланылар.
[14] Улар халыҡ төркөмө янына әйләнеп ҡайтҡас, Ғайса алдына бер кеше килде лә тубығына йығылды:
[15] – Әфәндем, улымды ҡыҙған! Ул өйәнәк ауырыуынан яфалана. Йыш ҡына әле утҡа, әле һыуға ташлана.
[16] Мин уны шәкерттәреңә килтергәйнем, ләкин улар һауыҡтыра алманы.
[17] – Эй, иманһыҙ һәм боҙоҡ быуын! Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға һәм күпме түҙергә? Килтерегеҙ малайҙы Минең яныма! – тине Ғайса.
[18] Ул енгә сығырға бойорҙо. Ен сығыу менән малай һауыҡты.
[19] Шунан һуң шәкерттәр, Ғайса менән үҙҙәре генә ҡалғас, Унан: – Ни өсөн беҙ уны ҡыуып сығара алманыҡ икән? – тип һоранылар.
[20] – Сөнки иманығыҙ аҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә һеҙҙең горчица орлоғо хәтлем генә иманығыҙ булып, бынау тауға: «Бынан тегендә күс», – тип әйтһәгеҙ, ул урынынан күсер ине. Шул саҡта һеҙҙең ҡулығыҙҙан килмәгән һис бер нәмә булмаҫ ине.
[22] Галилеяла бергә йыйылғас, Ғайса уларға: – Әҙәм Улы кешеләр ҡулына тотоп биреләсәк.
[23] Уны үлтерәсәктәр, әммә өсөнсө көндә Ул терелеп торасаҡ, – тине. Шәкерттәр оло ҡайғыға төштө.
[24] Улар Капернаумға килеп еткәс, Алла Йорто өсөн ике драхма күләмендәге һалым йыйыусылар Петр янына килде. – Остазығыҙ һалым түләмәйме? – тип һораны улар.
[25] – Түләй, – тип яуап бирҙе Петр. Петр өйгә ингәс, беренсе булып һүҙҙе Ғайса башланы: – Симон, нисек уйлайһың: ерҙәге батшалар һалымды һәм яһаҡты кемдән түләтә? Үҙ улдарынанмы, әллә башҡа кешеләрҙәнме?
[26] – Башҡа кешеләрҙән, – тип яуап бирҙе Петр. – Тимәк, үҙ улдары түләүҙән азат, – тине Ғайса.
[27] – Әммә береһен дә рәнйетмәйек. Күлгә барып ҡармаҡ һал. Беренсе эләккән балыҡтың ауыҙын ас һәм унда көмөш тәңкә табырһың. Уны алып, Минең өсөн дә, үҙең өсөн дә һалым йыйыусыларға бир.