[1] Хөкөм итмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә хөкөм ителмәҫһегеҙ,
[2] сөнки ниндәй хөкөм менән хөкөм итһәгеҙ, һеҙ ҙә шулай хөкөм ителерһегеҙ; ниндәй үлсәм менән үлсәһәгеҙ, һеҙгә лә шундай үлсәм менән үлсәп бирелер.
[3] Нисек һин туғаныңдың күҙендәге сүпте күрәһең, ә үҙ күҙеңдәге бүрәнәне тоймайһың?
[4] Үҙ күҙеңдә бүрәнә булғанда, туғаныңа: «Күҙеңдәге сүпте алайым әле», – тип нисек әйтә алаһың?
[5] Ике йөҙлө! Тәүҙә үҙ күҙеңдәге бүрәнәне сығар, унан һуң асыҡ күрерһең һәм туғаныңдың күҙендәге сүпте ала алырһың.
[6] Изге нәмәне эттәргә бирмәгеҙ: улар боролоп үҙегеҙҙе ботарлар. Ынйыларығыҙҙы сусҡалар алдына һипмәгеҙ. Улар ул ынйыларҙы аяҡтары менән тапар.
[7] Һорағыҙ – һәм һеҙгә бирерҙәр; эҙләгеҙ – һәм табырһығыҙ; шаҡығыҙ – һәм һеҙгә асырҙар.
[8] Сөнки һәр һораған кеше ала, эҙләгән таба һәм шаҡығанға асалар.
[9] Арағыҙҙан кемегеҙ икмәк һораған улына таш тотторор?
[10] Йәки ул балыҡ һорағанда, ҡайһығыҙ йылан бирер?
[11] Шулай булғас, һеҙ үҙегеҙ яуыз кеше булып та, балаларығыҙға яҡшылыҡ өләшә беләһегеҙ икән, Күктәге Атағыҙ Үҙенән һораусыларға уғата яҡшы нәмәләр бирәсәк.
[12] Кешеләрҙең һеҙгә нимә эшләүен теләһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә уларға шуны эшләгеҙ. Ҡанундың һәм пәйғәмбәрҙәр яҙмаларының асылы шул.
[13] Тар ҡапҡанан инегеҙ! Һәләкәткә алып барған ҡапҡа киң һәм юлы иркен. Күптәр шул ҡапҡанан инә лә инде.
[14] Ә тормош ҡапҡаһы тар һәм унда илтеүсе юл ҡыҫынҡы. Уны аҙҙар ғына таба.
[15] Ялған пәйғәмбәрҙәрҙән һаҡланығыҙ: янығыҙға улар һарыҡ тиреһе ябынып килә, ә асылда йыртҡыс бүреләр улар.
[16] Һеҙ уларҙы ҡылған ғәмәлдәренә ҡарап танырһығыҙ. Сәнскәктән йөҙөм, шайтан таяғынан инжир йыялармы ни?
[17] Бына шулай, һәр яҡшы ағас яҡшы емеш бирә, ә һәр насар ағас насар емеш бирә.
[18] Яҡшы ағас насар емеш бирә алмай һәм насар ағас яҡшы емеш бирә алмай.
[19] Яҡшы емеш бирмәй торған һәр ағасты ҡырҡып, утҡа ташлайҙар.
[20] Шулай итеп, ялған пәйғәмбәрҙәрҙе ҡылған ғәмәлдәренә ҡарап танырһығыҙ.
[21] Күктәр Батшалығына: «Хужам! Хужам!» – тип Миңә әйткән һәр кем түгел, ә Күктәге Атамдың ихтыярын үтәгән кеше генә инәсәк.
[22] Ҡиәмәт көнөндә Миңә күптәр: «Хужам! Хужам! Беҙ Һинең исемеңдән пәйғәмбәрлек итмәнекме ни? Һинең исемеңде әйтеп ендәрҙе ҡыуып сығарманыҡмы ни? Һинең исемең менән ҡөҙрәтле күп эштәр ҡылманыҡмы ни?» – тип әйтерҙәр.
[23] Ана шул ваҡытта Мин уларға: «Мин һеҙҙе бер ҡасан да белмәнем, китегеҙ янымдан, яуызлыҡ ҡылыусылар!» – тиермен.
[24] Шуға күрә был һүҙҙәремде ишетеп, уларҙы үтәгән һәр кем үҙенең йортон таш өҫтөндә төҙөгән аҡыллы кешегә оҡшар.
[25] Ямғыр яуып, йылғалар ташып, көслө елдәр иҫеп, шул йортҡа ябырылған, әммә ул емерелмәгән. Сөнки ул йорт таш нигеҙ өҫтөнә һалынған булған.
[26] Ә инде был һүҙҙәремде ишетеп тә, уларҙы үтәмәгән һәр кем үҙенең йортон ҡом өҫтөнә төҙөгән аҡылһыҙ кешегә оҡшар.
[27] Ямғыр яуып, йылғалар ташып, көслө елдәр иҫеп, шул йортҡа ябырылған. Ул йорт ауған һәм тулыһынса емерелгән.
[28] Ғайса һүҙен тамамлағас, халыҡ Уның өйрәтеүенә хайран ҡалды.
[29] Ул бит уларҙы ҡанун белгестәренсә түгел, ә хакимлыҡҡа эйә булған кеше кеүек өйрәтте.