[1] Ғайса Алла Йортонан сығып барғанда, янына шәкерттәре килеп, Уның иғтибарын Алла Йортоноң биналарына йүнәлтте.
[2] Ғайса: – Быларҙың һәммәһен дә күрәһегеҙме? – тип һораны. – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар барыһы ла ҡыйраласаҡ! Бында таш өҫтөндә таш ҡалмаясаҡ.
[3] Ул Зәйтүн тауында ултырған саҡта, эргәһенә шәкерттәре үҙҙәре генә килеп: – Һөйлә әле беҙгә, әйткәндәрең ҡасан булыр? Һинең килеүеңде һәм был донъяның бөтәсәген ниндәй билдәләр күрһәтер? – тип һоранылар.
[4] Ғайса былай тип яуап бирҙе: – Һаҡ булығыҙ, берәйһе һеҙҙе алдап ҡуймаһын!
[5] Күптәр Мин булып килеп: «Мин – Мәсих», – тип әйтер һәм байтаҡ кешеләрҙе юлдан яҙҙырыр.
[6] Һеҙ яҡындағы һуғыш тауыштарын һәм алыҫтағы яу хәбәрҙәрен ишетерһегеҙ. Ҡарағыҙ уны, ҡурҡмағыҙ! Шулай булырға тейеш, ләкин был ахыры түгел әле.
[7] Халыҡ халыҡҡа һәм батшалыҡ батшалыҡҡа ҡаршы күтәрелер, урыны-урыны менән аслыҡ һәм ер тетрәүҙәр булыр,
[8] әммә быларҙың барыһы ла тулғаҡ тотоу ғазаптарының башланыуы ғына.
[9] Ул ваҡытта һеҙҙе ғазапҡа һалырҙар, үлтерерҙәр, бөтә халыҡтар ҙа һеҙҙе Минең арҡала күрә алмаҫ.
[10] Шул саҡта күптәр имандан ваз кисер, бер-береһенә хыянат итер һәм бер-береһен дошман күрер.
[11] Күп ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытып, күптәрҙе юлдан яҙҙырыр.
[12] Яуызлыҡ артыу арҡаһында, байтаҡтарҙың мөхәббәте һыуыныр.
[13] Ләкин ахырғаса сыҙаған кеше ҡотоласаҡ.
[14] Барса халыҡтар Алла Батшалығы хаҡындағы ошо Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетһен өсөн, ул бөтә донъяла иғлан ителер. Ана шунан һуң аҙағы килер.
[15] Ә инде һеҙ Данил пәйғәмбәр әйткән «ташландыҡ хәлдә ҡалдырыусы сирҡаныс нәмәнең» Изге урында тороуын үҙегеҙ күргәс (был һүҙҙәрҙе уҡыған кеше аңлаһын!),
[16] Йәһүҙиәлә булғандар тауҙарға ҡасһын.
[17] Кем өй ҡыйығында, ул әйберҙәрен алырға аҫҡа төшөп, ваҡытын әрәм итмәһен;
[18] баҫыуҙа булғандар иһә өҫ кейемен алырға тип өйөнә ҡайтмаһын.
[19] Ул көндәрҙә йөклө булған йәки бала имеҙгән ҡатындар ҡайғы күрер!
[20] Ҡасыуығыҙ ҡышҡа ла, шәмбе көнгә лә тап килмәһен тип доға ҡылығыҙ.
[21] Ул ваҡытта донъя яратылғандан бирле бөгөнгө көнгә тиклем булмаған һәм бер ҡасан да булмаясаҡ ҙур афәт килер.
[22] Әгәр ул көндәр ҡыҫҡартылмаһа, бер кем дә иҫән ҡала алмаҫ ине. Ләкин һайланғандар хаҡына ул көндәр ҡыҫҡартыласаҡ.
[23] Әгәр һеҙгә шул ваҡытта кемдер: «Ҡара, Мәсих бында!» йәки «Ул тегендә!» – тиһә, ышанмағыҙ.
[24] Сөнки ялған мәсихтәр һәм ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытыр. Улар, әгәр булдыра алһалар, хатта һайлап алынғандарҙы юлдан яҙҙырыу өсөн, иҫ киткес хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәтер.
[25] Бына ошолар хаҡында Мин һеҙгә алдан әйттем.
[26] Шулай итеп, әгәр һеҙгә: «Ҡарағыҙ, Ул сүлдә», – тиһәләр, унда бармағыҙ, йәки: «Бына Ул, эске бүлмәлә», – тиһәләр, ышанмағыҙ.
[27] Әҙәм Улының килеүе күктә көнсығыштан көнбайышҡа тиклем йәшен ялтлап киткән кеүек булыр.
[28] Ҡайҙа мәйет, ҡоҙғондар шунда йыйылыр.
[29] Шунда уҡ, ул көндәрҙәге афәттән һуң, «Ҡояш ҡарайыр, ай нурын сәсмәҫ, күктән йондоҙҙар ҡойолор һәм күк көстәре тетрәр».
[30] Шул мәлдә күктә Әҙәм Улының билдәһе күренер һәм, Уның болоттар өҫтөндә ҡөҙрәт һәм бөйөк балҡыш менән килгәнен күреп, ерҙең бөтә халыҡтары ҡайғырып илашыр.
[31] Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләрен көслө борғо тауышы менән ебәрер. Улар ерҙең дүрт тарафынан һәм күктең бер сигенән алып икенсе сигенә тиклем Уның һайланғандарын йыйыр.
[32] Инжир ағасынан ғибрәт алығыҙ. Уның ботаҡтары бөрөләнеп, япраҡ ярған саҡта, һеҙгә йәйҙең яҡын икәнлеге мәғлүм.
[33] Шулай уҡ, быларҙың бөтәһен күргәндә, Әҙәм Улының яҡын, ишек төбөндә генә булыуын белерһегеҙ.
[34] Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: барыһы ла ғәмәлгә ашҡанға тиклем, был быуын алмашынып өлгөрмәйәсәк.
[35] Күк менән ер юҡҡа сығыр, әммә Минең һүҙҙәрем юҡҡа сыҡмаясаҡ.
[36] Ул көндөң һәм ул сәғәттең ҡасан килерен һис кем белмәй: күктәге фәрештәләр ҙә, Атаның Улы ла. Был хаҡта бары тик Ата ғына белә.
[37] Нух көндәрендә нисек булһа, Әҙәм Улы килгән мәлдә лә шулай буласаҡ.
[38] Ул көндәрҙә кешеләр, туфан баҫҡанға тиклем, ашағандар, эскәндәр, өйләнгәндәр һәм кейәүгә сыҡҡандар. Нух кәмәгә ингән көнгә тиклем шулай булған.
[39] Туфан күтәрелеп, бөтөнөһөн ағыҙып алып киткәнсе, улар бер ни ҙә аңламаған. Әҙәм Улы килгән мәлдә лә шулай буласаҡ.
[40] Ул ваҡытта баҫыуҙағы ике кешенең береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр.
[41] Ашлыҡ тартыусы ике ҡатындың береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр.
[42] Шуға күрә, уяу булығыҙ! Хужағыҙҙың ҡайһы көндә ҡайтыры һеҙгә билдәһеҙ бит.
[43] Белегеҙ: әгәр ҙә өй хужаһына ҡараҡтың ҡайһы ваҡытта килере мәғлүм булһа, ул йоҡламаҫ һәм уға үҙ өйөнә инергә юл ҡуймаҫ ине.
[44] Шуға күрә, һеҙ ҙә әҙер булығыҙ: Әҙәм Улы һеҙ көтмәгән сәғәттә килер.
[45] Ә ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе ниндәй була? Әйтәйек, ризыҡты үҙ ваҡытында өләшеү өсөн, хужа хеҙмәтселәренең береһен башҡалары өҫтөнән ҡуя.
[46] Хужаһы ҡайтҡас, үҙе әйткәнсә эшләнеүен күрһә, ана шул хеҙмәтсе бәхетле.
[47] Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: хужаһы уны бөтә мөлкәте өҫтөнән башлыҡ итеп ҡуясаҡ.
[48] Ләкин ул хеҙмәтсе яман кеше булһа һәм: «Хужам тиҙ генә ҡайтмаҫ әле», – тип уйлап,
[49] башҡа хеҙмәтселәрҙе туҡмарға тотонһа һәм эскеселәр менән ашап-эсеп йөрөһә,
[50] хужаһы ул көтмәгән көндә һәм уйламаған сәғәттә ҡайтып төшөр ҙә,
[51] уны ҡаты язаға тарттырыр һәм ике йөҙлөләр менән бер яҙмышҡа дусар итер: унда илау һәм теш шығырлатыуҙар ишетелер.