Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 5:50

[1] Ғайса уларға мөрәжәғәт итеп, тағы ҡиссалар һөйләне:

[2] – Күктәр Батшалығы бер батшаның улына туй мәжлесе уҙғарыуына оҡшаған.

[3] Ул, мәжлескә саҡырылған ҡунаҡтарҙы йыйырға ниәтләп, хеҙмәтселәрен ебәргән, ләкин ҡунаҡтарҙың килгеһе килмәгән.

[4] «„Табыным әҙер инде: үгеҙҙәрем һәм һимертелгән малым һуйылған, бөтә нәмә етеш. Туй мәжлесенә килегеҙ“, – тигән һүҙҙәремде саҡырылған кешеләргә тапшырығыҙ», – тип ул бүтән хеҙмәтселәрен тағы ебәргән.

[5] Ләкин тегеләр, саҡырыуҙы һанға һуҡмайынса, үҙ эштәре буйынса таралышҡан: берәүҙәр үҙҙәренең баҫыуҙарына, икенселәр сауҙа эштәре менән сығып киткән.

[6] Ә башҡалары хеҙмәтселәрҙе тотоп мыҫҡыл иткән һәм үлтергән.

[7] Батша ярһып, үлтереүселәрҙе юҡ итергә, ҡалаларын яндырырға әмер биреп, ғәскәрен ебәргән.

[8] Бынан һуң ул хеҙмәтселәренә: «Туй табыны әҙер, ләкин саҡырылған ҡунаҡтар быға лайыҡ булмай сыҡты.

[9] Юл саттарына сығып, кемде күрәһегеҙ, барыһын да туй мәжлесенә саҡырығыҙ», – тигән.

[10] Хеҙмәтселәр юлдарға сығып, осраған бөтә кешене – яманын да, яҡшыһын да алып килгән. Мәжлес бүлмәһе ҡунаҡтар менән тулған.

[11] Батша, уларҙы күрергә ингәс, унда байрам кейеме кеймәгән бер кешегә иғтибар иткән

[12] һәм унан: «Дуҫ, нисек һин бында байрамса кейенмәйенсә килдең?» – тип һораған. Теге өндәшмәгән.

[13] Батша хеҙмәтселәренә: «Быны, аяҡ-ҡулын бәйләп, тышҡы ҡараңғылыҡҡа сығарып ташлағыҙ. Унда илау һәм теш шығырлатыуҙар ишетелер», – тигән.

[14] Сөнки саҡырылғандар күп, ләкин һайлап алырлыҡтары аҙ.

[15] Шунан һуң фарисейҙар йыйылып, Ғайсаны нисек итеп һүҙҙә эләктерергә икән, тип кәңәш ҡорҙо.

[16] Улар үҙҙәренең шәкерттәрен Ирод батша яҡлылары менән бергә Ғайса янына ебәрҙе. – Остаз, – тине улар, – беҙ Һинең дөрөҫөн әйтеүеңде һәм, дөрөҫлөктән ситкә тайпылмайынса, Алла юлына өйрәтеүеңде беләбеҙ. Һин бер кемгә лә ярарға тырышмайһың, сөнки кешеләрҙең кемлегенә ҡарамайһың.

[17] Шулай булғас, әйт әле беҙгә: нисек уйлайһың, ҡайсарға һалым түләргә рөхсәт ителәме, әллә юҡмы?

[18] Ғайса уларҙың мәкерле ниәтен аңлап: – Ниңә һеҙ Миңә ау ҡораһығыҙ, ике йөҙлөләр? – тине.

[19] – Һалымды ниндәй аҡса менән түләйһегеҙ, шуны Миңә күрһәтегеҙ! Уға динар килтереп бирҙеләр.

[20] – Бында кемдең һүрәте төшөрөлгән һәм исеме яҙылған? – тип һораны Ғайса.

[21] – Ҡайсарҙыҡы. – Улайһа, ҡайсарҙыҡын – ҡайсарға, ә Алланыҡын Аллаға бирегеҙ, – тине шунда Ғайса.

[22] Уның яуабын ишеткәс, хайран ҡалдылар һәм Уны ҡалдырып киттеләр.

[23] Шул көндө Ғайса янына саддукейҙар килде. Улар үленән терелеүҙе инҡар итә ине. Ғайсаға ошондай һорау бирҙеләр:

[24] – Остаз, Муса ҡанунда әйткән: «Әгәр ҙә балаһы булмаған ир үлеп китһә, уның тол ҡалған ҡатынына туғаны өйләнһен һәм үлгән туғанының нәҫелен дауам итһен».

[25] Беҙҙең арабыҙҙа ағалы-ҡустылы ете бер туған бар ине. Беренсеһе, өйләнгәс, балаһы булмайынса үлеп китте, ҡатыны ҡустыһына ҡалды.

[26] Икенсеһе менән дә, өсөнсөһөнән етенсеһенә тиклем бүтәндәре менән дә шундай хәл ҡабатланды.

[27] Аҙаҡ ҡатын да вафат булып ҡуйҙы.

[28] Шулай булғас, үлеләр терелгән ваҡытта ул ете туғандың ҡайһыныһының ҡатыны буласаҡ? Бөтәһе лә уның ире булған бит!

[29] – Һеҙ яңылышаһығыҙ, сөнки Изге Яҙманы ла, Алланың ҡөҙрәтен дә белмәйһегеҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса.

[30] – Үлгәндәр, терелеп торғас, өйләнмәҫтәр ҙә, кейәүгә лә сыҡмаҫтар. Улар күктәге фәрештәләр һымаҡ булырҙар.

[31] Ә үлгәндәрҙең терелеп тороуына килгәндә, был хаҡта Алланың һеҙгә нимә тигәнен уҡыманығыҙмы ни?

[32] «Мин – Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы һәм Яҡуб Аллаһы», – тигән Ул. Алла – үлеләр Аллаһы түгел, ә тереләрҙеке.

[33] Ғайсаны тыңлаған халыҡ Уның өйрәтеүҙәренә таң ҡалды.

[34] Ғайсаның саддукейҙарҙың ауыҙын яптырғанын ишеткәс, фарисейҙар бергә йыйылды.

[35] Улар араһындағы бер ҡанун белгесе Уны һынарға теләп:

[36] – Остаз, ҡанунда ҡайһы әмер иң мөһиме? – тип һораны.

[37] – «Раббы Аллаңды бөтә йөрәгең, бөтә йәнең һәм бөтә аҡылың менән ярат», – тине Ғайса. –

[38] Был беренсе һәм иң мөһим әмер.

[39] Икенсеһе лә шундай уҡ: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат».

[40] Бөтә ҡанун һәм пәйғәмбәрҙәр ошо ике әмергә нигеҙләнгән.

[41] Бергә йыйылған фарисейҙарҙан Ғайса:

[42] – Һеҙ Мәсих хаҡында нимә уйлайһығыҙ? Ул кемдең Тоҡомо? – тип һораны. – Дауыт Тоҡомо, – тип яуап бирҙе улар.

[43] – Ә нисек Дауыт, Изге Рух тәьҫире аҫтында булып, Мәсихте Хужам тип атай ала? Ул бит:

[44] «Раббы Аллам минең Хужама: „Мин дошмандарыңды аяҡтарың аҫтына һалғанға тиклем, уң яғымда ултыр“», – тине.

[45] Шулай булғас, Дауыт Уны Хужам тип атай икән, нисек инде Мәсих уның Тоҡомо була ала?

[46] Бер кем дә Уға яуап ҡайтара алманы. Шул көндән алып берәү ҙә Ғайсаға һорау бирергә баҙнат итмәне.

Матфей — Chapters