[1] Шул ваҡыт Ғайса янына Иерусалимдан фарисейҙар һәм ҡанун белгестәре килеп:
[2] – Ни өсөн Һинең шәкерттәрең ата-бабаларҙан күсә килгән йолаларҙы боҙа: ашар алдынан ҡулдарын йыумай? – тип һоранылар.
[3] – Ә һеҙ ни өсөн үҙегеҙҙең йолаларығыҙ хаҡына Алла әмерен боҙаһығыҙ? – тип ҡаршы төштө Ғайса. –
[4] Алла: «Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит» һәм «Атаһын йәки әсәһен хурлаған кеше үлергә тейеш», – тигән бит.
[5] Ә һеҙ: «Кем атаһына йәки әсәһенә: „Мин һиңә бирергә тейеш булған бүләкте Аллаға вәғәҙә иттем“, – ти,
[6] уға инде ата-әсәһен хөрмәт итмәһә лә ярай», – тип әйтәһегеҙ. Бының менән һеҙ үҙегеҙҙең йолағыҙ хаҡына Алла һүҙен юҡҡа сығараһығыҙ.
[7] Ике йөҙлөләр! Ишағыя пәйғәмбәрлек иткән ваҡытында һеҙҙең хаҡта ҡайһылай дөрөҫ әйткән:
[8] «Был халыҡ Мине теле менән хөрмәт итә, әммә күңелдәре Минән йыраҡ.
[9] Уларҙың Миңә табыныуы бушҡа: улар кеше уйлап сығарған ҡағиҙәләргә өйрәтә».
[10] Ғайса халыҡты саҡырып алып уларға: – Тыңлағыҙ һәм шуны аңлағыҙ.
[11] Кешене ауыҙына ингән нәмә түгел, ауыҙынан сыҡҡаны бысрата, – тине.
[12] Шунан һуң шәкерттәре Уның янына килде. – Һинең һүҙҙәреңде ишетеп, фарисейҙарҙың рәнйеүен беләһеңме? – тип һораны улар.
[13] – Күктәге Атам ултыртмаған һәр үҫенте тамыры менән йолҡоп алынасаҡ, – тине Ул.
[14] – Ҡалдырығыҙ шуларҙы! Һуҡырҙарҙы етәкләп йөрөүсе һуҡырҙар улар. Һуҡыр һуҡырҙы етәкләп бара икән, икеһе лә соҡорға ҡолап төшәсәк.
[15] Шунда Петр Унан: – Беҙгә теге ҡиссаны аңлатып бирһәңсе, – тип үтенде.
[16] – Әллә һеҙ ҙә һаман төшөнмәйһегеҙме? – тине Ғайса.
[17] – Ауыҙға ингән нәмәнең ҡарынға үтеүе, ә унан тышҡа сығарып ташланыуы аңлашылмаймы ни?
[18] Кешенең ауыҙынан сыҡҡаны – йөрәгенән сыға. Уны шул бысрата ла.
[19] Сөнки яуыз ниәттәр – кеше үлтереү, зинасылыҡ, фәхешлек, урлашыу, ялған шаһитлыҡ ҡылыу, яла яғыу – бөтәһе лә кешенең йөрәгенән сыға.
[20] Кешене ана шулар бысрата, ә йыуылмаған ҡул менән ашау түгел.
[21] Шунан Ғайса Тир һәм Сидон төбәгенә китте.
[22] Шул төбәктә йәшәгән Ханаан ҡатыны Уның ҡаршыһына сығып: – Әфәндем, Дауыт Улы! Миңә мәрхәмәтле булһаңсы: ҡыҙыма ен эйәләште, ул ныҡ ғазаплана! – тип ҡысҡырҙы.
[23] Әммә Ғайса уға бер һүҙ менән дә яуап ҡайтарманы. Шәкерттәре килеп Уға: – Һорағанын ҡылсы. Юғиһә, ул ҡысҡырып беҙҙең арттан килә, – тип инәлде.
[24] – Мин Израиль халҡының юғалған һарыҡтарына ғына ебәрелгәйнем, – тип яуап бирҙе Ғайса.
[25] Ҡатын иһә яҡын килде лә Уның алдына тубыҡланды: – Әфәндем, миңә ярҙам итһәңсе!
[26] – Икмәкте балаларҙан алып, эттәргә ырғытыу яҡшы түгел, – тип яуап бирҙе Ғайса.
[27] – Эйе, Әфәндем. Тик эттәр ҙә бит хужаһының өҫтәленән ҡойолған валсыҡтарҙы ашай, – тине ҡатын.
[28] Ғайса уға: – Эй, апай! Һинең иманың ныҡ! Теләгәнеңсә булһын, – тине. Уның ҡыҙы шунда уҡ һауыҡты.
[29] Унан китеп, Ғайса Галилея күле буйына килде, тауға күтәрелеп, шунда ултырҙы.
[30] Аҡһаҡтарҙы, һуҡырҙарҙы, ғәриптәрҙе, телһеҙҙәрҙе һәм байтаҡ бүтән сирлеләрҙе алып, Уның янына күмәк халыҡ йыйылып килде. Улар ауырыуҙарҙы Уның аяғы янына һалдылар, Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы.
[31] Телһеҙҙәрҙең һөйләшеүен, ғәриптәрҙең һауығыуын, аҡһаҡтарҙың атлап китеүен һәм һуҡырҙарҙың күҙҙәре асылыуын күреп, халыҡ таң ҡалды һәм Израиль Аллаһын данланы.
[32] Ғайса шәкерттәрен саҡырып алды: – Кешеләрҙе йәлләйем. Улар өс көн буйы инде Минең янымда, ә ашарҙарына бер нәмәләре лә юҡ. Уларҙы ас килеш ҡайтарып ебәргем килмәй: юлда хәлдәре бөтөр.
[33] – Был тиклем халыҡты туйҙырырлыҡ икмәкте бынау ҡола ялан ерҙә беҙ ҡайҙан алайыҡ? – тине Уға шәкерттәре.
[34] – Һеҙҙең нисә икмәгегеҙ бар? – Ете икмәк һәм бер нисә ваҡ балыҡ.
[35] Ғайса халыҡҡа ергә ултырырға ҡушты ла,
[36] ете икмәкте һәм балыҡтарҙы алып Аллаға шөкөрана ҡылғас, бүлгеләп шәкерттәренә бирҙе, ә улар халыҡҡа өләште.
[37] Бөтөнөһө лә ашап туйҙы. Ҡалған һыныҡтарҙы йыйып, ете кәрзингә тултырып ҡуйҙылар.
[38] Ә ашаусылар, ҡатындарҙы һәм балаларҙы иҫәпкә алмағанда, дүрт мең ир кеше ине.
[39] Халыҡты ҡайтарып ебәргәс, Ғайса кәмәгә ултырып Магадан ерҙәренә юл тотто.