Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 5:33

[1] Ғайса тауҙан төшкәс, артынан күп халыҡ эйәрҙе.

[2] Бына Уның янына махау сирле кеше килде лә, алдына тубыҡланып: – Әфәндем! Әгәр теләһәң, мине таҙарта алыр инең, – тине.

[3] Ғайса ҡулын һуҙып уға ҡағылды: – Эйе, теләйем. Таҙарын! Шунда уҡ был кеше махауҙан таҙарынды.

[4] Ғайса уны: – Ҡара уны, берәүгә лә һөйләмә! – тип киҫәтте. – Әммә, руханиға барып күрен дә, Муса ҡанунында талап ителгән ҡорбанды килтер. Был кешеләргә һауығыуыңды раҫлау билдәһе булһын.

[5] Ғайса Капернаумға барғас, Уға бер йөҙбашы ярҙам һорап килде.

[6] – Әфәндем! Хеҙмәтсемде паралич һуҡҡан. Әле ул минең өйөмдә ята, бик ныҡ яфалана, – тине.

[7] – Барып уны һауыҡтырырмын, – тине Ғайса.

[8] – Әфәндем! Һине үҙ өйөмдә ҡабул итергә мин лайыҡ түгел, – тип яуап бирҙе Уға йөҙбашы. – Һин әйт кенә, һәм хеҙмәтсем һауығыр.

[9] Мин үҙем дә башҡа берәүгә буйһонам һәм ҡул аҫтымда ғәскәриҙәр бар. Уларҙың берәйһенә: «Кит» тиһәм, китә, икенсеһенә: «Кил» тиһәм, килә, хеҙмәтсемә: «Ошоно эшлә» тиһәм, эшләй.

[10] Быны ишеткәс, Ғайса хайран ҡалды, артынан эйәреп килеүселәргә: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Израиль халҡының бер генә кешеһенең дә был тиклем ышанғанын күргәнем юҡ ине.

[11] Әммә һеҙгә шуны әйтәм: көнсығыштан һәм көнбайыштан күптәр килер, улар Күктәр Батшалығында Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуб менән бергә мәжлес өҫтәле артында ултырыр.

[12] Ә кемгә Батшалыҡ тәғәйенләнгән булған, улар тышҡы ҡараңғылыҡҡа ҡыуылыр: унда һыҡтау һәм теш шығырлатҡан тауыштар ишетелер, – тине.

[13] Йөҙбашыға Ғайса: – Өйөңә ҡайт, һин ышанғанса булһын, – тине. Хеҙмәтсе шул сәғәттә үк һауыҡты.

[14] Ғайса Петрҙың өйөнә килгәс, ҡәйнәһенең бөтөн тәне янып ауырып ятҡанын күрҙе.

[15] Ул был ҡатындың ҡулына ҡағылыуға, уның тән яныуы тулыһынса бөттө. Ул, тороп, Ғайсаға табын әҙерләй башланы.

[16] Ә инде кисен Ғайса янына ен эйәләшкән күп кешеләрҙе алып килделәр. Ул Үҙенең һүҙе менән шаҡшы рухтарҙы ҡыуып сығарҙы һәм бөтә сирлеләрҙе һауыҡтырҙы.

[17] Был – Ишағыя пәйғәмбәр аша: «Ул беҙҙең ауырыуҙарыбыҙҙы һәм сирҙәребеҙҙе Үҙенә алды», – тип әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды.

[18] Ғайса, эргә-тирәһенә йыйылған халыҡ төркөмдәрен күреп, шәкерттәренә күлдең аръяғына сығырға ҡушты.

[19] Шул ваҡыт Уның янына бер ҡанун белгесе килеп: – Остаз, ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, мин Һинең артыңдан барырмын, – тине.

[20] – Төлкөләрҙең өңдәре, ҡоштарҙың оялары бар, ә Әҙәм Улының башын терәр урыны ла юҡ, – тип яуап бирҙе Ғайса.

[21] Шунда икенсе кеше, Уның шәкерттәренең береһе: – Хужам! Тәүҙә өйөмә ҡайтып, атайымды ерләп килергә рөхсәт ит, – тине.

[22] Ләкин Ғайса: – Миңә эйәр! Үлеләр үҙ үлеләрен үҙҙәре ерләһен, – тип яуапланы.

[23] Ғайса кәмәгә инеп ултырҙы. Уның артынан шәкерттәре лә урын алды.

[24] Ҡапыл күл өҫтөндә көслө дауыл ҡупты. Тулҡындар кәмәгә килеп бәрелеп, уға һыу тулды. Ә Ғайса йоҡлап ята ине.

[25] Шәкерттәре Уны уятып: – Хужабыҙ! Ҡотҡар, батабыҙ бит! – тип ҡысҡырҙылар.

[26] – Ниңә һеҙ шулай ҡурҡаҡһығыҙ, имандары аҙҙар? – тине Ул шәкерттәренә. Ғайса тороп елде һәм күлде тыйҙы, тәрән тынлыҡ урынлашты. Халыҡ таң ҡалып:

[27] – Кем һуң Ул? Ел дә, тулҡындар ҙа Уға буйһона! – тиеште.

[28] Ғайса арғы яҡ ярҙағы Гадара еренә килгәс, ен эйәләшкән ике кеше ҡәбер мәмерйәләренән Уға ҡаршы килеп сыҡты. Улар ҡоторған булғанлыҡтан, был юлдан һис кем үтә алмай ине.

[29] – Эй Алла Улы, Һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Бында беҙҙе ваҡытынан алда яфаларға килдеңме? – тип ҡысҡырҙы улар.

[30] Ә алыҫ түгел ерҙә ҙур сусҡа көтөүе утлап йөрөй ине.

[31] Ендәр: – Беҙҙе бынан ҡыуып сығарһаң, сусҡа көтөүенә ебәр, – тип үтенде.

[32] – Барығыҙ, – тине Ғайса уларға. Ендәр, кешеләрҙән сыҡтылар ҙа, сусҡалар эсенә барып инделәр. Бөтә көтөү сабып китеп текә ярҙан күлгә ташланды ла һыуға батып үлде.

[33] Көтөүселәр иһә тороп йүгерҙеләр һәм, ҡалаға ҡайтып, бөтөнөһө хаҡында ла һөйләп бирҙеләр. Ен эйәләшкән кешеләр менән ни булғанын да хәбәр иттеләр.

[34] Бөтә ҡала халҡы Ғайса ҡаршыһына сыҡты. Уны күреп, үҙҙәренең еренән китеүен үтенделәр.

Матфей — Chapters