Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 3:34

[1] Ибраһим һәм Дауыт тоҡомонан булған Ғайса Мәсихтең нәҫел шәжәрәһе.

[2] Ибраһим Исхаҡтың, Исхаҡ Яҡубтың, Яҡуб Йәһүҙәнең һәм уның ағай-энеләренең атаһы;

[3] Йәһүҙә Фамарҙан тыуған Фарес һәм Зерахтың атаһы; Фарес Есромдың, Есром Арамдың,

[4] Арам Аминадавтың, Аминадав Наассондың, Наассон Салмондың,

[5] Салмон Рахавтан тыуған Воостың, Воос Руфтан тыуған Овидтың, Овид Иессейҙың,

[6] Иессей Дауыт батшаның атаһы ине; Дауыт Урияның ҡатынынан тыуған Сөләймәндең,

[7] Сөләймән Ровоамдың, Ровоам Авияның, Авия Асаның,

[8] Аса Иосафаттың, Иосафат Иорамдың, Иорам Озияның,

[9] Озия Иоафамдың, Иоафам Ахаздың, Ахаз Езекияның,

[10] Езекия Манассияның, Манассия Амондың, Амон Иосияның атаһы ине;

[11] Израиль халҡы көсләп Вавилонға күсерелгән дәүерҙә Иосияның улы Иоаким һәм уның ағай-энеләре тыуҙы.

[12] Вавилонға көсләп күсерелгәндән һуң Иоакимдың улы Салафиил тыуҙы. Салафиил Зоровавелдең,

[13] Зоровавель Авиудтың, Aвиуд Елиакимдың, Елиаким Азорҙың,

[14] Азор Садоктың, Садок Ахимдың, Ахим Елиудтың,

[15] Елиуд Елеазарҙың, Елеазар Матфандың, Матфан Яҡубтың,

[16] Яҡуб – Мәрйәмдең ире Йософтоң атаһы ине. Мәрйәмдән Мәсих тип аталған Ғайса тыуҙы.

[17] Шулай итеп, Ибраһимдан Дауытҡа тиклем бөтәһе ун дүрт быуын, Дауыттан алып Вавилонға көсләп күсерелгән ваҡытҡа тиклем ун дүрт быуын һәм Вавилонға күсерелеп, Мәсих тыуғанға тиклем ун дүрт быуын булды.

[18] Ғайса Мәсихтең тыуыуы былай: әсәһе Мәрйәм Йософ менән йәрәшелгән була, әммә улар өйләнешкәнсе үк Мәрйәмдең Изге Рухтан балаға ҡалғаны асыҡлана.

[19] Ире Йософ иһә, тәҡүә кеше булараҡ, Мәрйәмде оятҡа ҡалдырмаҫ өсөн, йәрәшеүҙе йәшерен генә өҙөргә ниәтләй.

[20] Ошо турала уйлағандан һуң, төшөнә Раббы фәрештәһе инә. – Дауыт нәҫеленән булған Йософ, Мәрйәмде кәләш итеп алырға ҡурҡма! – ти ул. – Уның ҡарынындағы Бала Изге Рухтан яралды.

[21] Мәрйәм Ир Бала табыр һәм һин Уға Ғайса тип исем ҡушырһың, сөнки Ул Үҙенең халҡын гонаһтарҙан ҡотҡарасаҡ.

[22] Былар барыһы ла Раббының пәйғәмбәр аша:

[23] «Бына ғиффәтле ҡыҙ ауырға ҡалыр һәм ир бала табыр. Уға Еммануил тип исем ҡушырҙар», – тигән һүҙҙәре ғәмәлгә ашһын өсөн булды. «Еммануил» «Алла беҙҙең менән» тигәнде аңлата.

[24] Йософ, йоҡоһонан уянғас, Раббы фәрештәһе ҡушҡанды үтәй: ул Мәрйәмгә өйләнә.

[25] Әммә, Мәрйәм Улын тыуҙырғансы, Йософ уның менән яҡынлыҡ ҡылмай. Балаға ул Ғайса тип исем ҡуша.

Матфей — Chapters