Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 3:57

[1] Шунан һуң Алла Рухы Ғайсаны, Иблис тарафынан һынатыр өсөн, сүлгә алып китте.

[2] Ризыҡ ҡапмайынса ҡырҡ көн һәм ҡырҡ төн үткәргәндән һуң, Ғайса бик ныҡ асыҡты.

[3] Шул саҡ ҡотҡосо Иблис, Уның янына килеп: – Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, бынау таштарға икмәккә әйләнергә ҡуш, – тине.

[4] – «Кеше икмәк менән генә түгел, Алланың ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙ менән йәшәр». Шулай тип яҙылған Изге Яҙмала, – тип яуапланы Ғайса.

[5] Шунан һуң Иблис Уны Иерусалимға – изге ҡалаға алып килеп, Алла Йортоноң иң бейек урынына баҫтырҙы

[6] ла, былай тине: – Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, түбәнгә ташлан. Изге Яҙмала әйтелгән бит: «Алла Үҙенең фәрештәләренә бойороҡ бирер: Аяҡтарың ташҡа бәрелмәһен тип, Һине ҡулдарында йөрөтөрҙәр».

[7] Ғайса уға: – Унда: «Раббы Аллаңды һынама», тип тә яҙылған, – тип яуапланы.

[8] Бынан һуң Иблис Уны бик бейек тауға алып менде. Донъялағы барлыҡ батшалыҡтарҙы уларҙың бөтә гүзәллегендә күрһәтте лә:

[9] – Әгәр алдыма йөҙ түбән ятып миңә табынһаң, быларҙың барыһын да Һиңә бирәм, – тине.

[10] – Кит, Иблис, – тине Ғайса. – «Раббы Аллаңа табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», тип яҙылған.

[11] Бынан һуң Иблис Уны ҡалдырып китеп барҙы, ә Ғайса янына фәрештәләр килеп, Уға хеҙмәт иттеләр.

[12] Яхъяның ҡулға алыныуы тураһында ишеткәс, Ғайса Галилеяға китте.

[13] Назараны ҡалдырып Ул, Завулон һәм Неффалим еренә барып, Галилея күле буйындағы Капернаум ҡалаһында урынлашты.

[14] Был иһә Ишағыя пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды:

[15] «Эй Завулон ере, Неффалим ере, диңгеҙгә алып барыусы юлдағы һәм Иордан аръяғындағы ерҙәр! Эй һин, мәжүсиҙәр иле Галилея!

[16] Ҡараңғылыҡта йәшәүсе халҡың бөйөк яҡтылыҡты күрә. Үлем күләгәһендә йәшәүселәр өсөн яҡтылыҡ балҡый».

[17] Шул ваҡыттан алып Ғайса : – Тәүбәгә килегеҙ, сөнки Күктәр Батшалығы яҡынлашты! – тип һөйләп йөрөй башланы.

[18] Галилея күле буйынан үтеп барышлай Ғайса ау һалып йөрөгән ағалы-ҡустылы ике балыҡсыны – Петр тип аталған Симон менән Андрейҙы күрҙе.

[19] – Миңә эйәрегеҙ! Мин һеҙҙе кеше аулаусылар итермен, – тине Ғайса уларға.

[20] Ике туған шунда уҡ, ауҙарын ташлап, Уға эйәрҙе.

[21] Унан ары киткәс, Ғайса тағын ағалы-ҡустылы икәүҙе – Зеведей улдары Яҡуб менән Яхъяны күрҙе. Улар аталары Зеведей менән бергә кәмәлә ауҙарын ямайҙар ине. Ғайса уларҙы Үҙенә эйәрергә саҡырҙы.

[22] Туғандар шунда уҡ, кәмәләрен һәм аталарын ҡалдырып, Уның артынан эйәрҙе.

[23] Ғайса, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп һәм Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, халыҡты барлыҡ ауырыуҙарынан, сырхауҙарынан һауыҡтырып, бар Галилеяны йөрөп сыҡты.

[24] Уның тураһындағы хәбәр бөтә Сүриәгә таралды. Янына барса сырхауҙарҙы, төрлө ауырыуҙарҙан, интектергес сирҙәрҙән яфаланғандарҙы, ен эйәләшкәндәрҙе, илереүселәрҙе һәм паралич һуҡҡандарҙы алып килделәр. Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы.

[25] Уның артынан Галилеянан, Ун Ҡаланан, Иерусалимдан, Йәһүҙиәнән һәм Иордан аръяғынан килгән ҙур халыҡ төркөмдәре эйәреп йөрөнө.

Матфей — Chapters