[1] – Ғайса был һүҙҙәрен тамамлағас, шәкерттәренә:
[2] – Ике көндән Ҡотҡарылыу байрамы булырын беләһегеҙ. Шул көндәрҙә Әҙәм Улы арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланырға тапшырылыр, – тине.
[3] Ошо ваҡытта баш руханиҙар һәм халыҡ аҡһаҡалдары Каиафа исемле иң баш руханиҙың һарайында йыйылды
[4] һәм, Ғайсаны хәйлә менән ҡулға алып, үлтерергә һүҙ беркетте.
[5] «Ләкин, халыҡ араһында фетнә килеп сыҡмаһын өсөн, байрам ваҡытында бында булмаһын», – тине улар.
[6] Ғайса Вифанияла махаулы Симондың өйөндә ине.
[7] Ашап ултырған сағында Уның янына, бик ҡиммәтле хуш еҫле май һалынған алебастр һауыт тотоп, бер ҡатын килеп инде һәм майҙы Ғайсаның башына ҡойҙо.
[8] Быны күргән шәкерттәре асыуланды: – Был майҙы ниңә шулай әрәм итергә?
[9] Уны ҙур хаҡҡа һатып, аҡсаһын фәҡирҙәргә өләшергә булыр ине бит!
[10] Ғайса, шәкерттәренең ризаһыҙлығын белеп, уларға: – Ниңә һеҙ был ҡатындың хәтерен ҡалдыраһығыҙ? – тине. – Миңә яҡшылыҡ ҡылды бит ул.
[11] Фәҡирҙәр һәр ваҡыт һеҙҙең менән булыр, Мин иһә һәр ваҡыт янығыҙҙа булмам.
[12] Был ҡатын, тәнемә май ҡойоп, Мине ерләргә әҙерләне.
[13] Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ошо Һөйөнөслө Хәбәр донъяның ҡайһы ғына мөйөшөндә вәғәзләнмәһен, был ҡатынды ла иҫкә алып, уның нимә эшләгәне хаҡында һөйләйәсәктәр.
[14] Шунан һуң ун ике шәкерттең береһе, Йәһүҙә Искариот исемлеһе, баш руханиҙар янына барып:
[15] – Әгәр һеҙгә Ғайсаны тапшырһам, миңә нимә бирерһегеҙ? – тип һораны. Улар уға утыҙ көмөш тәңкә һанап бирҙе.
[16] Ошо ваҡыттан алып ул Ғайсаны руханиҙар ҡулына тапшырыр өсөн уңайлы мәл эҙләне.
[17] Сөсө күмәс байрамының тәүге көнөндә шәкерттәре Ғайса янына килеп: – Һиңә Ҡотҡарылыу байрамы ашын ҡайҙа әҙерләүебеҙҙе теләйһең? – тип һоранылар.
[18] Ғайса уларға: – Ҡалала йәшәгән шул-шул кешегә барып, уға: «Остазыбыҙ: „Билдәләнгән сәғәтем етеп килә. Мин Үҙемдең шәкерттәрем менән бергә Ҡотҡарылыу байрамы ашын һиндә ашармын“, – тине», – тип әйтегеҙ.
[19] Шәкерттәре Ул ҡушҡанса эшләп, байрам ашы әҙерләне.
[20] Кис еткәс, Ғайса ун ике шәкерте менән бергә табынға ултырҙы.
[21] Ашаған саҡта Ул: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙҙең берегеҙ Миңә хыянат итәсәк, – тине.
[22] Улар, ауыр хәсрәткә төшөп, бер-бер артлы: – Хужам, мин түгелдер бит? – тип һораша башланылар.
[23] Ул шәкерттәренә былай тине: – Минең менән бер һауыттан ашаған кеше Миңә хыянат итәсәк.
[24] Уның тураһында Изге Яҙмала яҙылғанса, Әҙәм Улы китә, әммә Әҙәм Улына хыянат итәсәк кешегә ҡайғы! Әгәр ҙә тыумаған булһа, уның өсөн яҡшыраҡ булыр ине.
[25] Уға хыянат итәсәк Йәһүҙә: – Остаз, мин түгелдер бит? – тип һораны. – Быны һин үҙең әйттең, – тип яуапланы Ғайса.
[26] Ашаған саҡта Ғайса ҡулына икмәк алып шөкөр итте лә, уны һындырып, шәкерттәренә өләште. – Алып ашағыҙ, был – Минең тәнем, – тине Ул.
[27] Шунан Ул кәсә алды ла, шөкөр иткәндән һуң, уны шәкерттәренә биреп: – Бөтәгеҙ ҙә ошонан эсегеҙ, – тине.
[28] – Был – гонаһтарҙың кисерелеүе хаҡына күптәр өсөн түгелә торған ҡаным. Ул – Алланың кешеләр менән килешеүен раҫлаусы ҡан.
[29] Һеҙгә әйтәм: бөгөндән алып, Атам Батшалығында һеҙҙең менән бергә яңы шарап эсер көнөм етмәй тороп, йөҙөм шарабын эсмәйәсәкмен.
[30] Шөкөр мәҙхиәһен йырлағандан һуң, улар Зәйтүн тауына китте.
[31] Юл ыңғайы Ғайса уларға: – Ошо төндә һеҙ бөтәгеҙ ҙә Минән ситләшәсәкһегеҙ. Изге Яҙмала: «Көтөүсене һәләк итермен һәм көтөүҙәге һарыҡтар таралышып бөтөр», – тип яҙылған.
[32] Ләкин, үленән терелеп торғандан һуң, Мин Галилеяға һеҙҙән алда барып етермен, – тине.
[33] Петр иһә ҡаршы төштө: – Бөтәһе лә Һинән ситләшһә лә, мин бер ҡасан да ситләшмәм!
[34] Ләкин Ғайса: – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: ошо төндә, әтәс ҡысҡырғансы, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең, – тип яуапланы.
[35] – Һинең менән бергә үлергә тура килһә лә, Һинән ваз кисмәйәсәкмен, – тине Петр. Шәкерттәренең бөтәһе лә шулай тине.
[36] Ғайса шәкерттәре менән Гефсимания тип аталған урынға килде. Унда Ул шәкерттәренә: – Һеҙ ошонда ултырып тороғоҙ. Мин, арыраҡ китеп, доға ҡылайым, – тине.
[37] Ул Үҙе менән Петрҙы һәм Зеведейҙың ике улын алды. Ғайсаны һағыш һәм борсолоу солғап алды.
[38] Уларға: – Йәнем үлемесле әрней. Һеҙ ошонда тороп тороғоҙ һәм Минең менән бергә уяу булығыҙ! – тине.
[39] Ул ситкәрәк китте лә ергә йөҙ түбән ятып доға ҡылды: – Атам! Мөмкин булһа, был ғазаптар кәсәһе Минән үтеп китһен ине! Әммә, Мин теләгәнсә түгел, ә Һинеңсә булһын.
[40] Ғайса шәкерттәре янына әйләнеп килгәндә, улар йоҡлай ине. – Йоҡламайынса бер генә сәғәт тә Минең менән бергә тора алманыңмы ни? – тине Ул Петрға.
[41] – Уяу булығыҙ, ҡотортолоуға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ. Рух ҡеүәтле, ә тән көсһөҙ!
[42] Ғайса тағы, икенсе тапҡыр ситкә китеп, доға ҡылды: – Атам, Миңә был кәсәне эсмәйенсә үткәреү мөмкин түгел икән, Һинең ихтыярыңса булһын!
[43] Ул әйләнеп килгәндә, шәкерттәре тағы йоҡлағайны: уларҙың күҙҙәре йоҡонан йомолоп бара ине.
[44] Уларҙы ҡалдырып, Ғайса йәнә ситкәрәк китте һәм өсөнсө тапҡыр шул уҡ һүҙҙәрҙе әйтеп доға ҡылды.
[45] Шунан, шәкерттәре янына әйләнеп килеп, уларға: – Һеҙ һаман йоҡлайһығыҙ, ял итәһегеҙме? – тине. – Әҙәм Улының гонаһлылар ҡулына тапшырылыр ваҡыты етте.
[46] Тороғоҙ, китәйек! Ана Миңә хыянат итеүсе килә.
[47] Ғайса һүҙен әйтеп тә бөтөрмәне, ун ике шәкерттең береһе – Йәһүҙә килеп сыҡты. Уның менән бергә, ҡылыстар һәм суҡмарҙар күтәреп, баш руханиҙар һәм халыҡ аҡһаҡалдары ебәргән күп һанлы кешеләр төркөмө күренде.
[48] Хыянатсы: «Мин үпкән кеше Ул булыр. Уны ҡулға алығыҙ», – тип улар менән алдан уҡ һүҙ беркетеп ҡуйғайны.
[49] Йәһүҙә йәһәт кенә Ғайса янына килеп: – Һаумы, Остаз! – тип Уны үбеп алды.
[50] Ә Ғайса уға: – Нимәгә тип килгән булһаң, шуны ҡыл, дуҫым! – тине. Бынан һуң Йәһүҙә менән килгән кешеләр яҡыныраҡ килеп Ғайсаны эләктерҙеләр һәм ҡулға алдылар.
[51] Ғайса менән булғандарҙың береһе ҡынынан ҡылысын һурып сығарҙы ла, иң баш руханиҙың хеҙмәтсеһенә һелтәнеп, уның ҡолағын сабып өҙҙө.
[52] Ғайса уға: – Ҡылысыңды ҡынына тығып ҡуй! Ҡылыс алған һәр кем ҡылыстан һәләк булыр! – тине.
[53] – Әллә һин Мине Атама мөрәжәғәт итә алмаҫ, тип уйлайһыңмы? Һораһам, Ул шунда уҡ Миңә ун ике легиондан да артыҡ фәрештәләр ғәскәрен ебәргән булыр ине!
[54] Әммә ул ваҡытта Изге Яҙмаларҙа, былар булырға тейеш, тип яҙылғандар нисек ғәмәлгә ашһын?
[55] Шунда Ғайса кешеләр төркөмөнә: – Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыстар һәм суҡмарҙар күтәреп сыҡҡанһығыҙ? Юлбаҫармы ни Мин? Мин көн һайын Алла Йортонда ултырып өйрәттем һәм һеҙ Мине тотманығыҙ.
[56] Быларҙың һәммәһе пәйғәмбәрҙәрҙең яҙғандары ғәмәлгә ашһын өсөн булды, – тине. Шунда бөтә шәкерттәре Уны ташлап ҡасып китте.
[57] Ғайсаны ҡулға алған кешеләр Уны иң баш рухани Каиафа алдына алып килделәр. Унда ҡанун белгестәре һәм аҡһаҡалдар йыйылғайны.
[58] Петр иһә, арттараҡ ҡалып, иң баш руханиҙың ихатаһына тиклем Ғайсаға эйәреп барҙы. Ихатаға ингәс, эштең нисек барып бөтөрөн күрер өсөн, һаҡсылар эргәһенә барып ултырҙы.
[59] Баш руханиҙар һәм бөтә Юғары кәңәшмә, Ғайсаны үлемгә хөкөм итер өсөн, Уға ҡаршы ялған шаһитлыҡ эҙләне.
[60] Ләкин күп ялған шаһиттар килеп һөйләһә лә, Уның бер ғәйебен дә таба алманылар. Ниһайәт, шаһитлыҡ күрһәтергә ике кеше сыҡты.
[61] Улар: – Был кеше: «Мин Алла Йортон емереп, уны өс көн эсендә яңынан төҙөй алам», – тип әйтте, – тинеләр.
[62] Шул мәлдә иң баш рухани тороп, Ғайсаға: – Һин быларҙың ғәйепләүенә бер нисек тә яуап ҡайтармайһыңмы ни? – тине.
[63] Әммә Ғайса бер нәмә лә өндәшмәне. Иң баш рухани Унан: – Мәңге тере Алла алдында ант итеп әйтеүеңде талап итәм: Һин Алла Улы Мәсихме? – тип һораны.
[64] Ғайса уға: – Быны һин үҙең әйттең, – тип яуап бирҙе. – Ә Мин һеҙгә шуны әйтәм: ошо мәлдән башлап Әҙәм Улының Ҡөҙрәт Эйәһенең уң яғында ултырғанын һәм болоттар өҫтөндә килгәнен күрерһегеҙ!
[65] Шунда иң баш рухани үҙенең өҫ кейемен йыртып: – Ул көфөр һөйләне! Ниңә беҙгә тағы шаһиттар кәрәк? Уның Алланы хурлаған һүҙҙәрен әле генә үҙегеҙ ишеттегеҙ!
[66] Ниндәй ҡарар сығарырһығыҙ? – тип һораны. – Ул ғәйепле һәм үлергә тейеш, – тине улар.
[67] Шунан Ғайсаның йөҙөнә төкөрҙөләр, йоҙроҡлап туҡманылар, ҡайһылары:
[68] – Эй, Мәсих, Һин пәйғәмбәр бит, шуға әйт беҙгә: Һиңә кем һуҡты? – тип Уның яңағына тондорҙо.
[69] Был ваҡытта Петр ихатала ултыра ине. Хеҙмәтсе ҡыҙҙарҙың береһе килде. – Һин дә бит галилеялы Ғайса менән булдың, – тине ул.
[70] Әммә Петр бөтәһе алдында ваз кисте: – Мин һинең нимә һөйләүеңде аңламайым.
[71] Ул ҡапҡа янына барғанда, уны икенсе хеҙмәтсе ҡыҙ күреп, унда тороусыларға: – Бына был да назаралы Ғайса менән булды, – тине.
[72] Петр тағы, ант итеп, ваз кисте: – Мин Ул Кешене белмәйем!
[73] Бер аҙҙан һуң шунда торған кешеләр уның янына килеп: – Һин ысынлап та уларҙың береһе. Нисек һөйләшеүең үк быны белгертеп тора, – тинеләр.
[74] Шунда Петр: – Мин Ул Кешене белмәйем! – тип ләғнәт уҡый һәм ант итә башланы. Тап ошо ваҡытта әтәс ҡысҡырҙы.
[75] Ғайсаның: «Әтәс ҡысҡырғансы, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең», – тигән һүҙҙәре Петрҙың иҫенә төштө. Ул, урам яҡҡа сығып, әрнеп иланы.