[1] Шул ваҡытта Ғайса тураһындағы хәбәрҙәр Галилея идарасыһы Иродҡа барып ишетелде.
[2] Ул үҙенең кешеләренә: «Был – Сумдырыусы Яхъя. Ул үленән терелеп торған. Шунлыҡтан Уның ҡөҙрәтле эштәр ҡылырға ҡеүәте бар», – тине.
[3] Ирод, үҙенең ағаһы Филиптың ҡатыны Иродиада арҡаһында, Яхъяны ҡулға алып, бығаулап, төрмәгә япҡайны.
[4] Сөнки Яхъя Иродҡа: «Һиңә уға өйләнергә ярамай», – тигәйне.
[5] Ирод Яхъяны үлтерер ине, әммә уны пәйғәмбәр тип иҫәпләгән халыҡтан ҡурҡты.
[6] Тыуған көнөндә Иродиаданың ҡыҙы ҡунаҡтар алдында бейене һәм был Иродҡа шул тиклем оҡшаны,
[7] ҡыҙ нимә генә һорамаһын, бөтәһен дә бирергә ант итте.
[8] Ҡыҙ иһә, әсәһе өйрәткәнсә: – Хәҙер үк Сумдырыусы Яхъяның башын ҡоштабаҡҡа һалып алып кил, – тине.
[9] Батша ҡайғыға ҡалды, ләкин ҡунаҡтар алдында әйтелгән анты хаҡына ҡыҙҙың теләген үтәргә
[10] һәм төрмәлә Яхъяның башын ҡырҡтырырға әмер бирҙе.
[11] Башты ҡоштабаҡҡа һалып алып килеп, ҡыҙға бирҙеләр, ә ул әсәһенә тапшырҙы.
[12] Һуңыраҡ Яхъяның шәкерттәре килеп уның кәүҙәһен алып китте. Уны ҡәбергә һалғас, был хаҡта Ғайсаға барып һөйләнеләр.
[13] Ғайса иһә, был хаҡта ишеткәс, яңғыҙы ғына кәмәгә ултырып аулаҡ урынға китте. Әммә халыҡ, быны белеп ҡалғас, ҡалаларынан сығып яр буйлап Уның артынан эйәрҙе.
[14] Ярға сыҡҡас, Ғайса ҙур халыҡ төркөмөн күрҙе. Уға улар йәл булып китте лә, ауырыу булғандарын һауыҡтырҙы.
[15] Көн кисләгәс, Уның янына шәкерттәре килде: – Был кеше йөрөмәй торған урын, ваҡыт та һуң инде. Халыҡты ебәр, ауылдарға барып, үҙҙәренә ризыҡ һатып алһындар.
[16] – Китеүҙең кәрәге юҡ. Һеҙ уларҙы үҙегеҙ ашатығыҙ, – тине Ғайса.
[17] Шәкерттәре Ғайсаға: – Беҙҙең бында биш икмәктән һәм ике балыҡтан башҡа бер нәмәбеҙ ҙә юҡ, – тинеләр.
[18] – Уларҙы Миңә бирегеҙ әле, – тине Ғайса.
[19] Ул кешеләргә сиҙәмгә ултырырға ҡушты, биш икмәкте һәм ике балыҡты алып күккә ҡарап шөкөрана ҡылды һәм, икмәктәрҙе бүлгеләп, шәкерттәренә бирҙе, ә улар халыҡҡа өләште.
[20] Бөтәһе лә туйғансы ашаны. Ҡалған һыныҡтарҙы йыйып, ун ике кәрзингә тултырып ҡуйҙылар.
[21] Ә ашаусыларҙың һаны, ҡатындарҙы һәм балаларҙы иҫәпкә алмағанда, биш мең самаһы ир кеше ине.
[22] Бынан һуң Ғайса шунда уҡ шәкерттәренә кәмәгә ултырып, Унан алдараҡ аръяҡҡа сығырға ҡушты, ә Үҙе халыҡты оҙатып ҡалды.
[23] Халыҡты оҙатҡас, Ул яңғыҙ ғына доға ҡылырға тип тауға менде. Кис еткәс, бында бер үҙе ҡалды.
[24] Ә кәмә ярҙан алыҫ киткәйне инде. Ел ҡаршы булғанлыҡтан, кәмәгә көслө тулҡындар килеп бәрелде.
[25] Таң атып килгән мәлдә Ғайса күл өҫтөнән атлап шәкерттәре янына китте.
[26] Улар, Ғайсаның күл өҫтөнән атлап килеүен күреп, ҡурҡып киттеләр ҙә: – Был өрәк! – тип ҡоттары осоп ҡысҡырып ебәрҙеләр.
[27] – Тынысланығыҙ, был – Мин, ҡурҡмағыҙ! – тине шунда уҡ уларға Ғайса.
[28] Шунан Петр Уға: – Хужам! Әгәр был Һин булһаң, миңә һыу өҫтөнән атлап үҙеңдең яныңа барырға әмер бирсе, – тип өндәште.
[29] – Кил, – тине уға Ғайса. Петр кәмәнән төштө лә, һыу өҫтөнән Ғайсаға табан атланы.
[30] Ләкин, елдең көслө булыуын тойоп, ҡапыл ҡото осто һәм бата башланы. – Хужам, ҡотҡар мине! – тип ҡысҡырып ебәрҙе ул.
[31] Ғайса, шунда уҡ ҡулын һуҙып, уны эләктереп алды: – Эй, иманы аҙ! Ниңә икеләнеп ҡалдың?
[32] Улар кәмәгә ултырғас, ел баҫылды.
[33] Кәмәләгеләр Ғайсаға баш эйеп: – Һин ысынлап та Алла Улы! – тинеләр.
[34] Улар, күлде аша сығып, Геннисарет ярына сыҡты.
[35] Урындағы халыҡ Ғайсаны танып, был хаҡта бөтә әйләнә-тирәгә хәбәр таратты һәм Уға барса ауырыуҙарҙы алып килделәр.
[36] Улар Ғайсанан кейеменең салғыйына ғына булһа ла ҡағылырға рөхсәт итеүен үтенде. Кем генә ҡағылмаһын, барыһы ла һауыҡты.