[1] Күктәр Батшалығы ул ваҡытта бына нимәгә оҡшаш булыр. Ун ҡыҙ, ҡулдарына яҡтыртҡыстар тотоп, кейәү ҡаршыларға сыҡҡан.
[2] Уларҙың бишеһе – алйот, бишеһе иһә аҡыллы булған.
[3] Алйоттары яҡтыртҡыстарын алған, ә үҙҙәре менән май алмаған.
[4] Аҡыллылары иһә яҡтыртҡыстар менән бергә һауыттарҙа май ҙа алған.
[5] Кейәү тотҡарланыу арҡаһында ҡыҙҙар ойой башлаған һәм йоҡлап киткән.
[6] Төн уртаһында: «Кейәү килә, уны ҡаршыларға сығығыҙ!» – тип ҡысҡырған тауыш ишетелгән.
[7] Шунда бөтә ҡыҙҙар уянып, яҡтыртҡыстарын рәтләргә тотонған.
[8] Алйоттары аҡыллы ҡыҙҙарға: «Беҙҙең яҡтыртҡыстарыбыҙ һүнә, әҙерәк май бирегеҙсе», – тип үтенгән.
[9] Ә аҡыллылары: «Юҡ, беҙҙең май бөтәбеҙгә лә етмәҫ. Иң яҡшыһы, һатыусыларға барығыҙ ҙа үҙегеҙгә май һатып алығыҙ», – тип яуап биргән.
[10] Әммә тегеләр май артынан барып йөрөгәндә, кейәү килеп еткән. Уны ҡаршыларға әҙер торған ҡыҙҙар иһә кейәү менән бергә туй мәжлесенә ингән һәм улар артынан ишек бикләнгән.
[11] Бынан һуң бүтән ҡыҙҙар ҙа килеп етеп: «Әфәндем, әфәндем, беҙгә ишек ас әле!» – тип үтенгән.
[12] Ләкин ул: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: мин һеҙҙе белмәйем», – тип яуап ҡайтарған.
[13] Шуға күрә уяу булығыҙ: һеҙ бит көнөн дә, сәғәтен дә белмәйһегеҙ.
[14] – Ул ваҡытта шулай булыр: бер кеше, сәфәргә сығып киткәндә, хеҙмәтселәрен саҡырып алып, уларға үҙенең милкен ышанып ҡалдырған.
[15] Һәр ҡайһыһының һәләтенә ҡарап, береһенә ул биш талант, икенсеһенә ике талант, өсөнсөһөнә бер талант күләмендә аҡса биргән. Ә үҙе китеп барған.
[16] Биш талант алғаны уны шунда уҡ табыш алыу өсөн файҙалана һәм өҫтәмә биш талант ала.
[17] Ике талант алғаны ла шулай уҡ тағы ике талант эшләп алыуға өлгәшә.
[18] Ә бер талант алғаны иһә, хужаһының аҡсаһын ергә күмеп, йәшереп ҡуя.
[19] Күп ваҡыт уҙғас, хеҙмәтселәрҙең хужаһы әйләнеп ҡайтҡан һәм уларҙан хисап талап иткән.
[20] Биш талант алғаны тағы биште килтергән. «Хужам, – тигән ул, – һин миңә биш талант биргәйнең. Бына, мин тағы биште эшләп алдым».
[21] Хужаһы уға: «Яҡшы иткәнһең, һин – һәйбәт һәм ышаныслы хеҙмәтсе. Кескәй эштә һин ышаныслы булдың, хәҙер инде мин һиңә ҙурырағын йөкләрмен. Килеп, хужаңдың шатлығын уртаҡлаш», – тигән.
[22] Ике талант алғаны ла килеп еткән: «Хужам, һин миңә ике талант биргәйнең. Бына, мин тағы ике талант эшләп алдым».
[23] Хужаһы уға: «Яҡшы иткәнһең, һин – һәйбәт һәм ышаныслы хеҙмәтсе. Кескәй эштә ышаныслы булдың, хәҙер инде мин һиңә ҙурырағын йөкләрмен. Килеп, хужаңдың шатлығын уртаҡлаш», – тигән.
[24] Ниһайәт, бер талант алғаны килгән: «Хужам, һинең ҡаты бәғерле кеше икәнеңде белдем: үҙең сәсмәгән ерҙә ураһың, үҙең һипмәгән ерҙә йыяһың.
[25] Мин һинән ҡурҡтым да талантыңды ергә күмеп торҙом. Бына аҡсаң, ал үҙеңә», – тигән ул.
[26] Хужаһы иһә уға былай тип яуап ҡайтарған: «Булдыҡһыҙ һәм ялҡау хеҙмәтсе! Сәсмәгән ерҙә урыуымды, һипмәгән ерҙә йыйыуымды белә инең бит!
[27] Шулай булғас, аҡсаларымды әйләнешкә индерергә кәрәк ине – ҡайтҡас, мин үҙемдекен табышы менән алған булыр инем».
[28] Хужа: «Унан бер талантты алығыҙ ҙа ун таланты булғанға бирегеҙ.
[29] Сөнки кемдең бар, шуға бирелер, һәм уныҡы мул булыр, ә кемдең юҡ, унан булғаны ла тартып алыныр.
[30] Ә был булдыҡһыҙ хеҙмәтсене тышҡы ҡараңғылыҡҡа сығарып ташлағыҙ: унда илау һәм теш шығырлатыуҙар ишетелер», – тине.
[31] Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләре менән балҡып торған шөһрәтендә килгәс, батша тәхетенә ултырасаҡ.
[32] Уның ҡаршыһына барлыҡ халыҡтар килтереләсәк. Ул, һарыҡтарҙы кәзә тәкәләренән айырған көтөүсе һымаҡ, кешеләрҙе икегә айырыр;
[33] һарыҡтарҙы Үҙенең уң яғына, ә кәзә тәкәләрен һул яғына баҫтырыр.
[34] Шунда, уң яғында тороусыларға Батша: «Килегеҙ, Минең Атам тарафынан фатиха алғандар! Донъя яратылған саҡта уҡ һеҙҙең өсөн әҙерләп ҡуйылған Батшалыҡты алығыҙ.
[35] Сөнки ас инем, Мине ашаттығыҙ; һыуһаған инем, Миңә эсергә бирҙегеҙ; мосафир инем, Мине өйөгөҙҙә ҡабул иттегеҙ;
[36] яланғас инем, Мине кейендерҙегеҙ; ауырыған инем, Мине ҡайғырттығыҙ; төрмәлә инем, Минең яныма килдегеҙ», – тип әйтер.
[37] Шунда тәҡүә кешеләр: «Хужабыҙ! Ҡасан беҙ, ас булыуыңды күреп, Һине ашаттыҡ; һыуһағаныңды күреп, эсерҙек?
[38] Ҡасан беҙ, мосафир икәнеңде күреп, Һине өйөбөҙҙә ҡабул иттек; яланғас булыуыңды күреп, кейендерҙек?
[39] Ҡасан беҙ, ауырығаныңды һәм төрмәлә ултырыуыңды күреп, Һинең яныңа барҙыҡ?» – тип һорарҙар.
[40] Батша уларға яуабында: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең иң түбән туғандарымдың береһенә генә лә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны Миңә эшләгәнһегеҙ», – тиер.
[41] Унан һуң Ул Үҙенең һул яғында тороусыларға әйтер: «Китегеҙ Минең янымдан, ләғнәт төшкәндәр! Иблискә һәм уның фәрештәләренә әҙерләп ҡуйылған мәңгелек утҡа барығыҙ!
[42] Сөнки ас инем, һеҙ Мине ашатманығыҙ; һыуһаған инем, һеҙ Миңә эсергә бирмәнегеҙ,
[43] мосафир инем, һеҙ Мине өйөгөҙҙә ҡабул итмәнегеҙ; яланғас инем, һеҙ Мине кейендермәнегеҙ; ауырыу сағымда һәм төрмәлә ултырғанда һеҙ Минең яныма килмәнегеҙ».
[44] Шунда былары ла: «Хужабыҙ! Ҡасан беҙ Һинең ас булғаныңды, һыуһағаныңды, мосафирлығыңды, яланғас, ауырыу булғаныңды, төрмәлә ултырғаныңды күрҙек һәм Һиңә ярҙам итмәнек?» – тип һорарҙар.
[45] Шул саҡта Ул: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: нимәне бынау иң түбән заттарҙың берәйһенә генә лә ҡылманығыҙ, шуны Миңә ҡарата ла эшләмәнегеҙ», – тиер.
[46] Улар мәңгелек язаға, ә тәҡүә булғандар мәңгелек тормошҡа китер.