Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 5:44

[1] Ғайса, Үҙенең ун ике шәкертен саҡырып алып, уларға кешеләрҙең эсенән шаҡшы рухтарҙы ҡыуып сығарыу, бөтә сир һәм сырхауҙарҙан һауыҡтырыу вәкәләтен бирҙе.

[2] Бына ул ун ике илсенең исеме: беренсеһе – Петр тип тә аталған Симон һәм уның ҡустыһы Андрей, Зеведей улы Яҡуб һәм уның ҡустыһы Яхъя,

[3] Филипп һәм Варфоломей, Фома һәм һалым йыйыусы Матфей, Алфей улы Яҡуб, Фаддей,

[4] Көрәшеүсе Симон һәм Ғайсаға аҙаҡ хыянат итәсәк Йәһүҙә Искариот.

[5] Ғайса ошо ун икене нәсихәт биреп оҙатты: – Мәжүси халыҡтарға бармағыҙ һәм Самария ҡалаларына инмәгеҙ.

[6] Улар урынына аҙашҡан һарыҡ көтөүе – Израиль халҡына барығыҙ.

[7] Барғас иһә: «Күктәр Батшалығы яҡынлашты!» – тип хәбәр итегеҙ.

[8] Ауырыуҙарҙы һауыҡтырығыҙ, үлгәндәрҙе терелтегеҙ, махаулыларҙы таҙарындырығыҙ, ендәрҙе ҡыуып сығарығыҙ. Бушлай алдығыҙ – бушлай бирегеҙ.

[9] Билбауығыҙға алтын да, көмөш тә, баҡыр аҡса ла төйнәмәгеҙ.

[10] Сәфәргә үҙегеҙ менән биштәр ҙә, алмаш күлдәк тә, аяҡ кейеме лә, юл таяғы ла алмағыҙ – хеҙмәтсе үҙенә тейешле ризыҡҡа лайыҡ.

[11] Ниндәй ҡалаға йәки ауылға барһағыҙ ҙа, унда һеҙҙе ҡабул итергә лайыҡлы кешене табығыҙ. Үҙегеҙ киткәнгә тиклем шуның өйөндә ҡалығыҙ.

[12] Өйгә ингәндә, унда йәшәүселәргә именлек теләгеҙ.

[13] Әгәр өйҙәгеләр быға лайыҡлы икән, һеҙ теләгән именлек улар менән булһын, лайыҡһыҙ икән, именлегегеҙ үҙегеҙгә кире әйләнеп ҡайтһын.

[14] Ә берәй йорт йәки ҡала һеҙҙе ҡабул итмәһә, һүҙҙәрегеҙҙе тыңламаһа, унан киткәндә аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ.

[15] Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ҡиәмәт көнөндә ул ҡалаға ҡарағанда Содом менән Гоморра еренә еңелерәк булыр.

[16] Бына Мин һеҙҙе һарыҡтарҙы бүреләр араһына ебәргән кеүек ебәрәм. Шуға күрә, йылан һымаҡ аҡыллы һәм күгәрсендәй эскерһеҙ булығыҙ.

[17] Кешеләрҙән һаҡланығыҙ. Улар һеҙҙе хөкөмгә тапшырыр һәм ғибәҙәтханаларҙа ҡамсылар.

[18] Минең арҡала үҙегеҙҙе идарасылар, батшалар алдына алып барырҙар. Был уларға һәм мәжүсиҙәргә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылыуығыҙ өсөн эшләнер.

[19] Хөкөмгә алып килгән саҡтарында, нимә һәм нисек һөйләргә тип борсолмағыҙ: һеҙгә шул мәлдә нимә әйтергә кәрәклеге бирелер.

[20] Сөнки әйткән һүҙҙәрегеҙ һеҙҙеке булмаҫ, ә һеҙҙең аша Атағыҙҙың Рухы һөйләр.

[21] Туған туғанын, ата балаһын үлемгә тапшырыр, һәм балалар, ата-әсәләренә ҡаршы сығып, уларға үлем килтерер.

[22] Минең арҡала барыһы ла һеҙҙе күрә алмаҫ. Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотолор.

[23] Бер ҡалала эҙәрлекләһәләр, башҡаһына ҡасығыҙ. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ Израилдең бөтә ҡалаларын әйләнеп сығып та өлгөрмәҫһегеҙ, Әҙәм Улы килер.

[24] Шәкерт үҙенең остазынан, хеҙмәтсе хужаһынан өҫтөн булмай.

[25] Шәкерт остазы кеүек, ә хеҙмәтсе хужаһы кеүек булһа, шул етә. Йорт хужаһын Веельзевул тип атағандар икән, өйҙәгеләрҙе инде бигерәк тә шулай тип атарҙар.

[26] Шуға күрә, ундай кешеләрҙән ҡурҡмағыҙ! Асылмайынса ҡалыр бер ҡапланған һәм беленмәйенсә ҡалыр бер йәшерен нәмә юҡ.

[27] Мин һеҙгә ҡараңғыла һөйләгәндәрҙе көн яҡтыһында һөйләгеҙ, ҡолағығыҙға шыбырлап әйткәнде өй ҡыйығынан иғлан итегеҙ.

[28] Тәнде үлтереп тә, йәнде үлтерә алмаусыларҙан ҡурҡмағыҙ. Йәһәннәмдә тәнде лә, йәнде лә һәләк итә алған Алланан ҡурҡығыҙ!

[29] Ике турғай бер баҡыр тәңкәгә һатыла түгелме ни? Ләкин уларҙың береһе лә Атағыҙҙың рөхсәтенән башҡа ергә ҡолап төшмәҫ.

[30] Ә һеҙҙең хатта башығыҙҙағы һәр бер сәс бөртөгө лә һанаулы.

[31] Шуға күрә ҡурҡмағыҙ: һеҙ күп турғайҙарға ҡарағанда ҡәҙерлерәк.

[32] Шулай итеп, Мине кешеләр алдында ҡабул иткән һәр кемде Мин дә Күктәге Атам алдында ҡабул итермен.

[33] Ә инде кем кешеләр ҡаршыһында Минән ваз кисә, Мин дә Күктәге Атам ҡаршыһында унан ваз кисермен.

[34] Мине ергә тыныслыҡ килтерергә килде тип уйламағыҙ. Мин тыныслыҡ килтерергә тип түгел, ә ҡылыс алып килдем.

[35] Улы менән атаһын, ҡыҙы менән әсәһен, килене менән ҡәйнәһен бер-береһенә ҡаршы ҡуйырға тип килдем.

[36] Кеше өсөн өйҙәгеләре дошман булыр.

[37] Атаһын йәки әсәһен Миңә ҡарағанда нығыраҡ яратыусы Миңә лайыҡ түгел. Улын йәки ҡыҙын Миңә ҡарағанда нығыраҡ яратыусы Миңә лайыҡ түгел.

[38] Үҙенең арҡысағын күтәреп, Миңә эйәреп бармаған кеше Миңә лайыҡ түгел.

[39] Йәнен үҙе өсөн һаҡлап ҡалырға тырышыусы уны юғалтыр; ә Минең хаҡҡа йәнен юғалтҡан уны табыр.

[40] Һеҙҙе ҡабул иткән кеше Мине ҡабул итә. Ә Мине ҡабул иткән Мине Ебәреүсене ҡабул итә.

[41] Пәйғәмбәрҙе пәйғәмбәр булғаны өсөн ҡабул итеүсе, пәйғәмбәргә бирелгәнсә үк әжер алыр. Тәҡүә кешене тәҡүә булғаны өсөн ҡабул итеүсе, тәҡүә кешегә бирелгәнсә үк әжер алыр.

[42] Кем шундай түбән заттарҙың береһенә Минең шәкертем булғаны өсөн генә бер сынаяҡ һалҡын һыу эсерә, һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ул үҙ әжеренән мәхрүм ҡалмаясаҡ.

Матфей — Chapters