Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 4:53

[1] Күктәр Батшалығы иртән иртүк үҙенең йөҙөм баҡсаһында эшләтергә ялсылар ялларға сыҡҡан хужа кешегә оҡшаш.

[2] Ялсылар менән көнөнә бер динарҙан килешкәс, хужа уларҙы йөҙөм баҡсаһына ебәргән.

[3] Иртәнге сәғәт туғыҙ тирәһендә өйөнән сығып, баҙар майҙанына барғас, ул бында эшһеҙ торған башҡа кешеләрҙе күреп:

[4] «Һеҙ ҙә минең йөҙөм баҡсаһына барығыҙ. Мин һеҙгә тейешенсә түләрмен», – тигән.

[5] Улар киткән. Хужа сәғәт ун икелә лә, көндөҙгө өстә лә шулай эшләгән.

[6] Сәғәт биштәр тирәһендә тағы сыҡҡас, баҫып торған кешеләрҙе күреп, уларҙан: «Һеҙ ниңә бында көнө буйы эшһеҙ тораһығыҙ?» – тип һораған.

[7] «Беҙҙе бер кем дә ялламаны», – тип яуаплаған тегеләр. «Һеҙ ҙә йөҙөм баҡсаһына барығыҙ», – тигән хужа уларға.

[8] Кис еткәс, хужа идарасыһына: «Эшселәрҙе саҡырып, эш хаҡын түлә. Аҙаҡ ялланғандарынан башлап, беренселәре менән тамамла», – тигән.

[9] Киске биштә ялланғандар килеп, һәр ҡайһыһы берәр динар аҡса алған.

[10] Сираттары килеп еткәс, беренселәре: «Күберәк алырбыҙ», – тип уйлаған. Ләкин уларға ла берәр динар ғына тейгән.

[11] Аҡсаларын алғас, хужаға зарлана башлағандар:

[12] «Аҙаҡ килгәндәр бары бер сәғәт кенә эшләне, ә һин уларҙы беҙҙең менән тиңләнең. Беҙ бит көнө буйы эҫе ҡояш аҫтында ауыр эш башҡарҙыҡ».

[13] Әммә хужа уларҙың береһенә яуап итеп былай тигән: «Дуҫым, мин һиңә ҡарата ғәҙелһеҙлек ҡылманым. Минең менән бер динарға килештең түгелме һуң?

[14] Үҙеңә тейешлеһен ал да кит. Ә мин бынау аҙаҡҡыға ла һиңә биргән хәтле бирергә теләйем.

[15] Үҙ мөлкәтемде үҙем теләгәнсә сарыфларға хаҡым юҡмы ни? Әллә йомартлығымдан көнләшәһеңме?»

[16] – Бына шулай: аҙаҡҡылар беренсе булыр, ә беренселәр аҙаҡҡы булыр, – тине Ғайса.

[17] Иерусалимға табан юл тотоп, Ғайса ун ике шәкертен ситкә саҡырып алды ла, уларҙың үҙҙәренә генә:

[18] – Әле беҙ Иерусалимға китеп барабыҙ. Унда Әҙәм Улы баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре ҡулына тотоп биреләсәк. Улар Уны үлемгә хөкөм итәсәк,

[19] мыҫҡыллатыу, ҡамсылатыу һәм арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыу өсөн, мәжүсиҙәр ҡулына тапшырасаҡ. Ләкин өсөнсө көндә Ул терелтеп торғоҙоласаҡ.

[20] Шунан Зеведейҙың ҡатыны, улдары менән бергә Ғайса янына килеп, Уның алдында тубыҡланды. Уның ниҙер һорағыһы килә ине.

[21] – Һиңә нимә кәрәк һуң? – тине Ғайса. – Һинең Батшалығыңда минең ошо ике улымдың береһе уң яғыңа, икенсеһе һул яғыңа ултырасаҡ, тип вәғәҙә бирһәң ине.

[22] – Һеҙ нимә һорағанығыҙҙы үҙегеҙ ҙә аңламайһығыҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Мин эсәсәк ғазап кәсәһенән һеҙ ҙә эсә алырһығыҙмы һуң? – Алырбыҙ, – тине улар.

[23] – Һеҙ, ысынлап та, Минең кәсәмдән эсерһегеҙ, ә уң яғымда йәки һул яғымда ултырырға рөхсәт бирергә Минең хаҡым юҡ. Ул урындар Атам тарафынан кемдәргә әҙерләнгән, шулар ултырасаҡ.

[24] Был һөйләшеүҙе ишеткәс, ҡалған ун шәкерттең был икәүгә асыуы килде.

[25] Ғайса уларҙы саҡырып алып: – Һеҙ беләһегеҙ: хакимдар халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ итә һәм башлыҡтар ҙа уларға баш була.

[26] Ләкин һеҙҙең арала улай булмаһын! Арағыҙҙа бөйөк булырға теләүсе башҡаларға хеҙмәтсе булһын

[27] һәм арағыҙҙа беренсе булырға теләүсе башҡалар өсөн ҡол булһын.

[28] Әҙәм Улы ла бит Үҙенә хеҙмәт иттерер өсөн килмәне. Үҙе хеҙмәт итергә һәм, күптәрҙе йолоп алыр өсөн, Үҙ ғүмерен йолом итеп бирергә тип килде, – тине.

[29] Ғайса шәкерттәре менән Иерихон ҡалаһынан киткәндә, Уның артынан ҙур халыҡ төркөмө эйәреп барҙы.

[30] Юл ситендә ике һуҡыр ултыра ине. Улар Ғайсаның үтеп барыуын ишеткәс: – Әфәндем, Дауыт Улы, беҙгә мәрхәмәтле булһаңсы! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.

[31] Халыҡ, уларҙы әрләп, өндәшмәҫкә ҡушты, әммә улар тағы ла көслөрәк итеп: – Әфәндем, Дауыт Улы, беҙгә мәрхәмәтле булһаңсы! – тип ҡысҡырҙы.

[32] Ғайса туҡтап, уларҙы саҡырып алды ла: – Һеҙҙең өсөн нимә эшләүемде теләйһегеҙ? – тип һораны.

[33] – Әфәндем, күҙҙәребеҙ күрһен ине! – тине улар.

[34] Ғайса, үҙҙәрен йәлләп, күҙҙәренә ҡулы менән ҡағылды. Улар шунда уҡ күрә башланы һәм Уға эйәреп китте.

Матфей — Chapters