Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 2:53

[1] Шул көндәрҙә Йәһүҙиә сүллегенә Сумдырыусы Яхъя килде.

[2] – Тәүбә итегеҙ, – тине ул вәғәзендә. – Күктәр Батшалығы яҡынлашты.

[3] Ишағыя пәйғәмбәр: «Сүлдә тауыш яңғырай: „Раббыға юл әҙерләгеҙ, Уға һуҡмаҡтарҙы турайтығыҙ“», – тип Яхъя тураһында әйткәйне.

[4] Яхъяның кейеме дөйә йөнөнән булып, биленә тиренән ҡайыш быуған ине. Сиңерткә һәм солоҡ балы менән туҡланды.

[5] Уның янына Иерусалим халҡы һәм бөтә Йәһүҙиә менән Иордан буйы төбәгендә йәшәүселәр килеп йөрөнө.

[6] Килеүселәр үҙҙәренең гонаһтарын таныны һәм Яхъя уларҙы Иордан йылғаһында сумдырҙы.

[7] Ул, күп кенә фарисейҙарҙың һәм саддукейҙарҙың һыуға сумдырылырға тип килеүен күреп, уларға былай тине: – Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Кем һеҙгә Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡаса алырһығыҙ тип әйтте?

[8] Ихлас тәүбә итеүегеҙҙе эш менән күрһәтегеҙ!

[9] «Беҙҙең атабыҙ бит Ибраһим», – тип эстән генә уйлайһы булмағыҙ. Һеҙгә әйтәм: Алла ошо таштарҙан да Ибраһимға балалар яралта ала.

[10] Балта ағастар төбөндә ята инде: һәйбәт емеш бирмәгән һәр ағас ҡырҡылып утҡа ташланыр.

[11] Мин, тәүбә итеүегеҙҙе раҫлап, һеҙҙе һыуға сумдырам. Әммә минән һуң Килеүсе ҡөҙрәтлерәк. Мин Уның аяҡ кейемен күтәреп йөрөргә лә лайыҡ түгел. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр.

[12] Ҡулында – елгәргес көрәк. Ул, ашлыҡты ырҙында елгәреп, бойҙайын бураға һалыр, ә кәбәген һүнмәҫ утта яндырыр.

[13] Шул мәлдә Ғайса, Яхъя тарафынан һыуға сумдырылыу өсөн, Галилеянан Иордан йылғаһына килде.

[14] Яхъя иһә: – Һыуға мине Үҙең сумдырырға тейешһең, ә Һин миңә килгәнһең, – тип Уны туҡтатырға тырышты.

[15] – Әлегә ошолай булһын, сөнки беҙ Алла хаҡлығының бөтә талаптарын үтәргә тейешбеҙ, – тип яуапланы Ғайса. Яхъя быға риза булды.

[16] Ғайса һыуға сумдырылып сыҡты. Шул саҡ күктәр асылып китте лә, Ул Үҙенең өҫтөнә күгәрсен рәүешендә Алла Рухының төшкәнен күрҙе.

[17] Күктән: «Был Минең ҡәҙерле Улым. Ул Минең ҡыуанысым!» – тигән тауыш ишетелде.

Матфей — Chapters