[1] Алла Улы Ғайса Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙең башы.
[2] Ишағыя пәйғәмбәр китабында яҙылғанса: «Мин Һинең алдыңдан хәбәрсемде ебәрәм, ул Һиңә юл әҙерләр.
[3] Сүлдә тауыш яңғырай: Раббыға юл әҙерләгеҙ, Уға һуҡмаҡтарҙы турайтығыҙ».
[4] Сүллеккә Сумдырыусы Яхъя килгәс, был һүҙҙәр бойомға ашты. Ул кешеләрҙе, гонаһтары кисерелһен өсөн, тәүбә итеп һыуға сумдырылырға өндәп йөрөгән.
[5] Бөтә Йәһүҙиә халҡы һәм Иерусалимда йәшәүселәр уға килде һәм, гонаһтарын танып, уның тарафынан Иордан йылғаһына сумдырылды.
[6] Яхъя дөйә йөнөнән туҡылған кейем кейгеп, биленә тиренән ҡайыш быуҙы. Сиңерткә һәм солоҡ балы менән туҡланды.
[7] Вәғәзендә ул былай тине: – Минән һуң ҡөҙрәтлерәк Берәү килә. Мин эйелеп Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡлы түгелмен.
[8] Мин һеҙҙе һыуға сумдырҙым, ә Ул һеҙҙе Изге Рухҡа сумдырыр.
[9] Шул көндәрҙә Галилея өлкәһендәге Назара ҡалаһынан Ғайса килде һәм Иордан йылғаһында Яхъя тарафынан һыуға сумдырылды.
[10] Һыуҙан сығыу менән Ғайса күктәрҙең асылып китеүен һәм Үҙенең өҫтөнә күгәрсен рәүешендә Алла Рухының төшкәнен күрҙе.
[11] Күктән: «Һин – Минең ҡәҙерле Улым. Һин Минең ҡыуанысым!» – тигән тауыш ишетелде.
[12] Рух шунда уҡ Ғайсаны сүлгә алып китте.
[13] Ул сүлдә ҡырҡ көн булды һәм шул ваҡыт эсендә Иблис тарафынан һынау үтте. Ул ҡырағай йәнлектәр араһында йәшәне һәм фәрештәләр Уға хеҙмәт итте.
[14] Яхъя ҡулға алынғандан һуң Ғайса, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләп, Галилеяға килде.
[15] – Ваҡыт етте, Алла Батшалығы яҡынлашты! Тәүбәгә килегеҙ һәм Һөйөнөслө Хәбәргә ышанығыҙ! – тине Ул.
[16] Галилея күле буйынан үтеп барышлай, Ғайса балыҡ тоторға ау һалып йөрөгән ике балыҡсыны – Симон менән уның ҡустыһы Андрейҙы күрҙе.
[17] – Миңә эйәрегеҙ! Мин һеҙҙе кеше аулаусылар итермен, – тине Ғайса уларға.
[18] Тегеләр шунда уҡ, ауҙарын ташлап, Уға эйәрҙе.
[19] Ғайса, бер аҙ барғас, Зеведейҙың улдары Яҡубты һәм уның ҡустыһы Яхъяны күрҙе – улар кәмәлә ауҙарын ямайҙар ине.
[20] Шунда уҡ уларҙы янына саҡырып алды. Улар иһә, аталары Зеведейҙы ялсылары менән бергә кәмәлә ҡалдырып, Ғайса артынан киттеләр.
[21] Улар Капернаумға килде. Ғайса, шәмбе көнө тыуғас та, ғибәҙәтханаға инеп йыйылған халыҡты өйрәтә башланы.
[22] Уның өйрәтеүҙәренә барыһы ла хайран ҡалды, сөнки Ул уларҙы ҡанун белгестәренсә түгел, ә хакимлыҡҡа эйә булған кеше кеүек өйрәтте.
[23] Тап шул ваҡыт ғибәҙәтханаға шаҡшы рух эйәләшкән берәү килеп инде. Ул:
[24] – Назаралы Ғайса, һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Беҙҙе һәләк итергә килдеңме? Һинең кем икәнлегеңде беләм. Һин – Алланың Изгеһе! – тип ҡысҡырҙы.
[25] Ғайса рухты: – Шым! – тип тыйҙы. – Был кешенең эсенән сыҡ!
[26] Шаҡшы рух, әлеге әҙәмде дер һелкетеп, көслө тауыш менән ҡысҡырып эсенән сығып китте.
[27] Һәммәһе лә хайран ҡалды. Бер-береһенән: – Нимә булды был? – тип һораша башланылар. – Ниндәйҙер өр-яңы тәғлимәт... Уның шаҡшы рухтарға ла бойороҡ бирерлек хакимлығы бар, ә тегеләре Уға буйһона!
[28] Ғайса хаҡындағы хәбәр шунда уҡ Галилеяның тирә-яғындағы ерҙәргә таралды.
[29] Ғибәҙәтхананан сыҡҡас та, Ғайса Яҡуб һәм Яхъя менән бергә Симон менән Андрейҙың өйөнә китте.
[30] Симондың ҡәйнәһе тотош тәне ҡыҙып ауырып ята ине. Был хаҡта шунда уҡ Ғайсаға әйттеләр.
[31] Ғайса ауырыу ҡатын янына килде лә, ҡулынан тотоп торғоҙҙо. Ҡатындың тән яныуы тулыһынса бөттө. Ул тороп уларға табын әҙерләй башланы.
[32] Ә кис етеп, ҡояш байығас, Ғайса янына бөтә ауырыуҙарҙы, ен эйәләшкән кешеләрҙе килтерҙеләр.
[33] Бөтөн ҡала халҡы Уның ишек алдына йыйылды.
[34] Ғайса күптәрҙе төрлө сирҙәренән һауыҡтырҙы, күп ендәрҙе ҡыуып сығарҙы, әммә ендәргә һөйләргә рөхсәт итмәне, сөнки улар Ғайсаның кем икәнен белә ине.
[35] Иртәгеһен Ғайса яҡтырғансы уҡ тороп ҡаланан сығып китте лә, аулаҡ урынға барып доға ҡылды.
[36] Симон иптәштәре менән Уның артынан ашыҡты.
[37] Килеп тапҡандан һуң: – Бөтөн кеше Һине эҙләй, – тинеләр.
[38] – Башҡа урындарға, яҡындағы бүтән ауылдарға барайыҡ. Миңә унда ла Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләргә кәрәк. Мин шуның өсөн килдем дә инде, – тине Ғайса.
[39] Ул бөтә Галилея буйынса ғибәҙәтханаларҙа вәғәзләп, ендәрҙе ҡыуып йөрөнө.
[40] Бер көндө махау сирле кеше Ғайса янына килеп, Уның алдына тубыҡланды ла: – Әгәр теләһәң, мине таҙарта алыр инең, – тип ялбарҙы.
[41] Ғайса уны йәлләп, ҡулын һуҙып уға ҡағылды ла: – Эйе, теләйем. Таҙарын! – тине.
[42] Сирленең махауы шунда уҡ бөттө, ул таҙарынды.
[43] Ғайса уны шунда уҡ янынан оҙатып: – Ҡара уны, бер кемгә лә бер нәмә лә һөйләмә, – тип киҫәтте. – Руханиға барып күрен дә, һауығыуың өсөн Муса ҡанунында талап ителгән ҡорбанды килтер. Был кешеләргә һауығыуыңды раҫлау билдәһе булһын.
[45] Әммә ул, бынан китеү менән, булған хәл тураһында бөтә ерҙә һөйләп йөрөй башланы. Шунлыҡтан Ғайса инде ҡалаларға асыҡтан-асыҡ инә алманы. Ул ҡалаларҙан ситтә, аулаҡ урындарҙа булды, әммә унда ла янына һәр тарафтан ағылдылар.