[1] Ғайса, Үҙенең ун ике шәкертенә нәсихәтен биреп бөткәс, башҡа ҡалаларҙа өйрәтеп һәм вәғәзләп йөрөү ниәте менән, юлын дауам итте.
[2] Яхъя иһә, төрмәлә сағында Мәсих ҡылған ғәмәлдәр хаҡында ишеткәс, үҙенең шәкерттәрен: «Килергә тейеш булған Ҡотҡарыусы Һинме, әллә башҡа берәүҙе көтәйекме?» – тип һорарға ебәрҙе.
[4] – Барығыҙ, ишеткән һәм күргәндәрегеҙҙе Яхъяға ҡайтып һөйләгеҙ, – тип яуапланы уларға Ғайса. –
[5] Һуҡырҙар йәнә күрә, аҡһаҡтар йөрөй, махаулылар таҙарына, һаңғырауҙар ишетә, үлгәндәр терелеп тора һәм фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәр иғлан ителә.
[6] Кем Мине кире ҡаҡмай, шул бәхетле.
[7] Шәкерттәр киткәс, Ғайса халыҡҡа Яхъя тураһында һөйләй башланы: – Һеҙ сүлгә нимә ҡарарға барҙығыҙ? Елгә тирбәлеп ултырған ҡамыштымы?
[8] Юҡ? Нимә күрергә теләнегеҙ һуң? Ҡупшы кейем кейгән кешенеме әллә? Ә бит ҡупшы кейем кейгәндәр батша һарайҙарында йәшәй.
[9] Улайһа, нимә ҡарарға барҙығыҙ? Пәйғәмбәрҙеме? Эйе! Мин һеҙгә әйтәм: Яхъя – пәйғәмбәрҙән дә бөйөгөрәк.
[10] Уның тураһында Изге Яҙмала: «Мин Һинең алдыңдан хәбәрсемде ебәрәм, ул Һинең алдыңдан юл әҙерләр», – тип яҙылған.
[11] Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ҡасан да булһа тыуған кешеләр араһында Сумдырыусы Яхъянан бөйөгөрәк һис кем юҡ. Әммә Күктәр Батшалығында иң кесеһе лә унан бөйөгөрәк.
[12] Сумдырыусы Яхъя вәғәзләгән көндәрҙән алып бөгөнгәсә ҡайһы берәүҙәр Күктәр Батшалығына көслөк менән ҡаршылыҡ күрһәтә һәм уны яуларға тырыша.
[13] Бөтә пәйғәмбәрҙәр ҙә, ҡанун да, Яхъя килгәнгә тиклем, буласаҡ ваҡиғалар тураһында пәйғәмбәрлек итте.
[14] Ә ҡабул итергә теләһәгеҙ, ул – килергә тейешле Ильяс.
[15] Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!
[16] Был быуын кешеләрен кемгә оҡшатайым икән? Улар: «Беҙ һеҙгә күңелле көйҙәр уйнаныҡ, ә һеҙ бейемәнегеҙ. Беҙ һеҙгә моңһоу йырҙар йырланыҡ, ә һеҙ ҡайғырып иламанығыҙ», – тип баҙар майҙанында бер-береһенә ҡысҡырып ултырыусы балаларға оҡшаған.
[18] Яхъя килде, ашамай ҙа, эсмәй ҙә, кешеләр иһә: «Уға ен эйәләшкән», – тиҙәр.
[19] Әҙәм Улы килде, һәр береһе кеүек ашай ҙа, эсә лә, ә улар: «Бына күрегеҙ, ул ашамһаҡ, эскесе, һалым йыйыусыларҙың һәм гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы!» – ти. Әммә Алла зирәклегенең хаҡлығы ҡылған эштәренән күренә.
[20] Унан һуң Ғайса мөғжизәләренең күбеһе ҡылынған ҡалаларҙы тәүбәгә килмәгәндәре өсөн шелтәләй башланы:
[21] – Ҡайғы һиңә, Хоразин! Ҡайғы һиңә, Вифсаида! Әгәр ҙә һеҙҙә ҡылынған мөғжизәләр Тир һәм Сидон ҡалаларында күрһәтелгән булһа, ундағы кешеләр күптән инде шырт кейемдәр кейеп, баштарына көл һибеп тәүбә итерҙәр ине.
[22] Ләкин һеҙгә әйтәм: ҡиәмәт көнөндә Тир менән Сидонға һеҙгә ҡарағанда еңелерәк булыр.
[23] Эй Капернаум, әллә һине күккә тиклем күтәрерҙәр тип уйлайһыңмы? Юҡ, үлеләр донъяһына тиклем түбән ташланылырһың. Әгәр һиндә ҡылынған мөғжизәләр Содомда күрһәтелһә, ул хәҙерге көнгәсә торор ине.
[24] Ләкин һеҙгә әйтәм: ҡиәмәт көнөндә һиңә ҡарағанда Содомға еңелерәк булыр.
[25] Ошо ваҡыт Ғайса: – Атам, күктең һәм ерҙең Хужаһы! – тине. – Быны зирәктәр һәм аҡыл эйәләренән йәшереп, сабыйҙарға асып биреүең өсөн Һине данлайым!
[26] Эйе, Атам, шулай эшләүҙе Һин яҡшы тип таптың!
[27] Атам барыһын да Миңә тапшырҙы. Улды Атанан башҡа һис кем белмәй, шулай уҡ Атаны ла Улынан һәм Улы Уның тураһында асырға теләгән кешенән башҡа һис кем белмәй.
[28] Йонсоған һәм ауыр йөктән интегеүселәр, барығыҙ ҙа Миңә килегеҙ. Мин һеҙгә тыныслыҡ бирермен.
[29] Ҡамытымды үҙегеҙгә кейегеҙ ҙә, Минән өйрәнегеҙ, сөнки Мин – йыуаш, баҫалҡы, шул мәлдә күңелегеҙгә тыныслыҡ табырһығыҙ.
[30] Минең ҡамытым уңайлы һәм йөгөм еңел!