Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 4:54

[1] Ғайса, һүҙен тамамлағас, Галилеянан китеп Йәһүҙиәнең Иордан аръяғындағы өлөшөнә йүнәлде.

[2] Уның артынан күп халыҡ эйәреп барҙы һәм Ул ауырыуҙарҙы һауыҡтырҙы.

[3] Ғайса янына фарисейҙар килде. Уны һынарға теләп: – Ир кешегә ниндәйҙер сәбәп менән ҡатынын айырырға рөхсәт ителәме? – тип һоранылар.

[4] – Кешене бар иткәндә, Булдырыусы тәүҙән үк «уларҙы ир һәм ҡатын итеп яратты», – тигәнде уҡыманығыҙмы ни? – тип яуап бирҙе Ғайса. –

[5] Алла шулай уҡ: «Шуға күрә, ир кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр һәм икеһе бер тән булырҙар», – тигән.

[6] Тимәк, улар инде икәү түгел, ә бер бөтөн. Шулай булғас, Алла ҡушҡанды кеше айырмаһын.

[7] – Ниңә һуң Муса ир кешегә, ҡатынына айырылышыу ҡағыҙы биреп, айырырға рөхсәт иткән? – тине улар.

[8] – Ул күңелдәрегеҙ ҡаты булғанға күрә ҡатынығыҙ менән айырылышырға рөхсәт биргән. Тәүҙән улай түгел ине, – тине Ғайса.

[9] – Һеҙгә әйтәм: ир кеше, ҡатынының зина ҡылыу сәбәбе булмайынса, уны айырып башҡаға өйләнһә, ул зина ҡыла.

[10] Шәкерттәре Уға: – Ир менән уның ҡатыны араһындағы мөнәсәбәттәр улай икән, ул саҡта өйләнмәү хәйерылерәк, – тинеләр.

[11] – Был һүҙҙәрегеҙҙе бөтәһе лә ҡабул итә алмай, кемгә Алла тарафынан бирелгән, шулар ғына ҡабул итер, – тип яуап бирҙе Ғайса. –

[12] Сөнки кешеләр төрлө сәбәптәр арҡаһында өйләнә алмай: берәүҙәре инә ҡарынынан шундай булып тыуа, икенселәренә кешеләр сәбәпсе була, өсөнсөләре, ғүмерҙәрен тотошлай Күктәр Батшалығына арнау өсөн, үҙҙәре өйләнмәй. Быны кем ҡабул итә ала, шул ҡабул итһен!

[13] Шунан һуң Уның янына, баштарына ҡулын ҡуйып доға ҡылһын өсөн, балаларын алып килделәр. Шәкерттәре иһә уларҙы шелтәләп, үткәрмәне.

[14] Әммә Ғайса: – Үткәрегеҙ балаларҙы, уларға Минең яныма килергә ҡамасауламағыҙ! Күктәр Батшалығы ошондайҙарҙыҡы, – тине.

[15] Балаларға ҡулдарын ҡуйып фатихаһын биргәс, Ул унан китте.

[16] Бер ваҡыт Ғайса янына бер кеше килеп: – Остаз, мәңгелек тормошҡа эйә булыр өсөн, миңә ниндәй изгелек эшләргә кәрәк? – тип һораны.

[17] – Ниңә һин Минән изгелек хаҡында һорайһың? Изгелекле Берәү генә. Ә мәңгелек тормошҡа инергә теләһәң, Уның әмерҙәрен үтә, – тине Ғайса.

[18] – Ҡайһыларын? – тип һораны теге егет. – «Кеше үлтермә, зина ҡылма, урлашма, ялған шаһитлыҡ итмә,

[19] атай-әсәйеңә хөрмәт күрһәт» һәм «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат», – тип яуап бирҙе Ғайса.

[20] – Мин быларҙың бөтәһен дә үтәп килдем. Миңә тағы нимә етмәй? – тип һораны егет.

[21] – Камил булырға теләһәң, бар, бөтә мөлкәтеңде һат та, фәҡирҙәргә өләш. Шулай эшләһәң, күктә хазинаң булыр. Унан кил дә Миңә эйәр, – тине Ғайса.

[22] Егет иһә, был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ҡайғыға төшөп китеп барҙы: бик бай ине ул.

[23] Ғайса Үҙенең шәкерттәренә өндәште: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бай кешегә Күктәр Батшалығына инеү ҡыйын.

[24] Һеҙгә тағы шуны әйтәм: бай кешегә Алла Батшалығына инеүгә ҡарағанда, дөйәгә энә күҙе аша үтеү еңелерәк.

[25] Быны ишеткәс, шәкерттәре бик аптырап: – Улай булғас, кем генә ҡотола алыр һуң? – тип һораны.

[26] Ғайса уларға ҡарап: – Кешеләргә был мөмкин түгел, ә Аллаға барыһы ла мөмкин, – тине.

[27] Шунда Петр Ғайсаға мөрәжәғәт итте: – Бына беҙ, бөтә нәмәбеҙҙе ҡалдырып, Һиңә эйәрҙек. Бының өсөн беҙгә ни булыр?

[28] – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Донъя яңырғас, Әҙәм Улы Үҙенең дан тәхетенә ултырғандан һуң, Һеҙ ҙә, Миңә эйәреүселәр, ун ике тәхеткә ултырып, Израилдең ун ике ҡәбиләһен хөкөм итәсәкһегеҙ.

[29] Өйҙәрен, ағай-энеләрен, апай-һеңлеләрен, ата-әсәһен, балаларын йә баҫыуҙарын Минең хаҡҡа ҡалдырып киткән һәр кемгә йөҙ тапҡыр күберәк биреләсәк һәм ул мәңгелек тормош аласаҡ.

[30] Әммә беренсе булғандарҙың күбеһе һуңғы, ә һуңғылар иһә беренсе булыр.

Матфей — Chapters