Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 6:55

[1] Халыҡ төркөмдәрен күреп, Ғайса тауға менде. Ултырғас, Уның янына шәкерттәре килде.

[2] Ғайса уларҙы өйрәтә башланы:

[3] – Аллаға мохтаж булыуҙарын аңлағандар бәхетле, сөнки Күктәр Батшалығы уларҙыҡы.

[4] Хәсрәтлеләр бәхетле, сөнки уларҙы йыуатырҙар.

[5] Йыуаштар бәхетле, сөнки улар ерҙе мираҫ итеп алыр.

[6] Дөрөҫлөккә сарсаған һәм асыҡҡандар бәхетле, сөнки улар туйыныр.

[7] Шәфҡәтлеләр бәхетле, сөнки уларға шәфҡәт күрһәтелер.

[8] Саф күңеллеләр бәхетле, сөнки улар Алланы күрер.

[9] Татыулыҡ урынлаштырыусылар бәхетле, сөнки улар Алла балалары тип аталыр.

[10] Дөрөҫлөк хаҡына эҙәрләнеүселәр бәхетле, сөнки Күктәр Батшалығы уларҙыҡы.

[11] Минең арҡала кешеләр һеҙҙе хурлағанда, эҙәрләгәндә һәм һеҙгә ҡаршы төрлө ялған һүҙ һөйләгәндә, һеҙ бәхетле.

[12] Шатланығыҙ һәм ҡыуанығыҙ, сөнки күктәрҙә әжерегеҙ ҙур буласаҡ. Һеҙгә тиклем йәшәгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә шулай эҙәрләнеләр.

[13] Һеҙ – ерҙең тоҙо. Әгәр тоҙ үҙенең тәмен юғалтһа, уны нисек ҡабат тоҙландырырһығыҙ? Ул сығарып аяҡ аҫтына ташлауҙан башҡаға ярамаҫ.

[14] Һеҙ – донъя өсөн яҡтылыҡ. Тау башында төҙөлгән ҡала йәшенеп ҡала алмаҫ.

[15] Шулай уҡ бер кем дә, шәмде тоҡандырғас, уны һауыт аҫтына ҡуймай, ә шәмдәлгә ултырта һәм ул өйҙәгеләрҙең бөтөнөһө өсөн дә яҡтырта.

[16] Яҡшы эштәрегеҙҙе күреп, кешеләр Күктәге Атағыҙҙы данлаһын өсөн, һеҙҙең яҡтылығығыҙ ҙа улар алдында шулай балҡыһын.

[17] Минең хаҡта, ҡанунда һәм пәйғәмбәрҙәрҙең китаптарында яҙылғандарҙы юҡҡа сығарырға килгән, тип уйламағыҙ. Мин юҡҡа сығарырға түгел, ғәмәлгә ашырырға килдем.

[18] Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ер һәм күк юҡҡа сыҡҡанға тиклем, ҡанундың бәләкәй генә бер хәрефе лә, бер генә һыҙығы ла юҡҡа сыҡмаясаҡ, бөтәһе лә тормошҡа ашырыласаҡ.

[19] Шулай итеп, кем дә кем әмерҙәрҙең кескәй генәһенең дә ғәмәлдән сыҡҡанын иғлан итеп, башҡаларҙы ла шуға өйрәтә, ул Күктәр Батшалығында иң түбән кеше тип аталыр. Ә уларҙы үтәп, башҡаларҙы ла үтәргә өйрәтеүсе иһә Күктәр Батшалығында бөйөк булып һаналыр.

[20] Һеҙгә шуны әйтәм: әгәр ҙә тәҡүә булыуығыҙ ҡанун белгестәренекенән һәм фарисейҙарҙыҡынан өҫтөн түгел икән, Күктәр Батшалығына инмәйәсәкһегеҙ.

[21] Ата-бабаларығыҙға: «Үлтермә! Кеше үлтереүсе хөкөм ителергә тейеш», – тип әйтелгәнде һеҙ ишеттегеҙ.

[22] Ә мин һеҙгә әйтәм: туғанына асыу тотоусы хөкөм ителеүгә лайыҡ. Туғанына: «Мәғәнәһеҙ», – тип әйтеүсе иһә Юғары кәңәшмә алдында яуапҡа тарттырылыуға, ә инде «Ахмаҡ», – тиеүсе йәһәннәм утына лайыҡ.

[23] Шуға күрә, ҡорбан килтереү урынына бүләк алып барғанда туғаныңдың һиңә ҡарата ниндәйҙер дәғүәһе барлығы иҫеңә төшһә,

[24] бүләгеңде ҡорбан килтереү урыны янында ҡалдыр ҙа, тәүҙә ҡайтып туғаның менән яраш, унан һуң ғына кире килеп бүләгеңде бир.

[25] Дәғүәсең һине хөкөмдарға алып барһа, юлда саҡта уҡ һис кисекмәҫтән уның менән килеш. Юғиһә ул һине хөкөмдарға алып барыр, ә хөкөмдар һаҡсыға тапшырыр һәм үҙеңде төрмәгә ябырҙар.

[26] Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: бурысыңды аҙаҡҡы тиненә тиклем түләп бөтөрмәйенсә, унан сыҡмаясаҡһың.

[27] «Зина ҡылма», – тип әйтелгәнде һеҙ ишеттегеҙ.

[28] Ә Мин һеҙгә әйтәм: ҡатын-ҡыҙға енси теләк менән ҡараған кеше күңелендә уның менән инде зина ҡылған була.

[29] Әгәр һине уң күҙең гонаһҡа ҡотортһа, уны соҡоп алып ситкә ырғыт! Бөтөн тәнең менән йәһәннәмгә ташланыуға ҡарағанда, бер ағзаңды юғалтыу һинең өсөн хәйерлерәк.

[30] Ә инде уң ҡулың гонаһҡа ҡотортһа, уны сабып ситкә ырғыт! Бөтөн тәнең менән йәһәннәмгә барыуға ҡарағанда, бер ағзаңды юғалтыу һинең өсөн хәйерлерәк.

[31] Шулай уҡ: «Берәйһе ҡатынын айыра икән, уға айырылышыу ҡағыҙы бирһен», – тип әйтелгәйне.

[32] Ә Мин һеҙгә әйтәм: әгәр ир кеше, ҡатынының зина ҡылыу сәбәбе булмай тороп, уның менән айырылышһа, ул уны зина ҡылыуға этәрә. Һәм иренән айырылған ҡатынға өйләнгән кеше лә зина ҡыла.

[33] Ата-бабаларға: «Ялған ант бирмә! Раббы алдында биргән антыңды үтә», – тип әйтелгәнде лә һеҙ ишеттегеҙ.

[34] Ә Мин һеҙгә әйтәм: бөтөнләй ант итмә! Күк менән дә ант итмә, сөнки ул – Алланың тәхете,

[35] ер менән дә ант итмә, сөнки ул – Алланың аяҡ терәгән урыны, Иерусалим менән дә ант итмә, сөнки ул – бөйөк Батшаның ҡалаһы.

[36] Башың менән дә ант итмә, сөнки сәсеңдең бер бөртөгөн генә лә үҙең аҡ йәки ҡара итә алмайһың.

[37] Һеҙҙең «эйе» тигән һүҙегеҙ – «эйе», «юҡ» тигәнегеҙ «юҡ» булһын. Шунан артығы – Иблистән.

[38] «Күҙгә – күҙ» һәм «тешкә – теш» тиелгәнде һеҙ ишеттегеҙ.

[39] Ә Мин һеҙгә әйтәм: үҙеңә яуызлыҡ ҡылыусыға ҡаршы торма. Уң яңағыңа һуҡҡан кешегә һул яңағыңды ла ҡуй.

[40] Берәйһе һине хөкөмгә тарттырып, күлдәгеңде алырға теләһә, уға өҫ кейемеңде лә бир.

[41] Берәйһе һине бер ара ер үтергә мәжбүр итһә, уның менән ике ара үт.

[42] Һинән нимәлер һорайҙар икән, бир, бурысҡа алырға теләүсене лә буш итмә.

[43] «Яҡыныңды ярат, дошманыңа нәфрәтле бул!» – тип әйтелгәнде һеҙ ишеттегеҙ.

[44] Ә Мин һеҙгә әйтәм: дошмандарығыҙҙы яратығыҙ һәм үҙегеҙҙе эҙәрләүселәр өсөн доға ҡылығыҙ.

[45] Шулай эшләп, һеҙ Күктәге Атағыҙҙың балалары булыуығыҙҙы күрһәтерһегеҙ, сөнки Алла Үҙенең ҡояшын яуыздар өсөн дә, рәхимлеләр өсөн дә ҡалҡыта һәм ямғырын тәҡүә кешеләргә лә, тәҡүә булмағандарға ла яуҙыра.

[46] Әгәр үҙегеҙҙе яратҡандарҙы ғына яратһағыҙ, ул саҡта Алла һеҙгә ни өсөн әжер бирер? Һалым йыйыусылар ҙа шулай эшләмәйме ни?

[47] Дуҫтарығыҙҙы ғына сәләмләһәгеҙ, иҫ китерлек ни эш ҡылаһығыҙ? Мәжүсиҙәр ҙә шулай эшләмәйме ни?

[48] Шуға күрә, Күктәге Атағыҙ камил булған кеүек, һеҙ ҙә камил булығыҙ.

Матфей — Chapters