Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 7:19

[1] Аҙнаның беренсе көнөндә ҡатындар, алдан әҙерләп ҡуйған хуш еҫле майҙарын алып, иртән иртүк ҡәбергә киткән.

[2] Ҡәбер янына килгәс, уға ҡапланған таштың ситкә шылдырылғанын күргәндәр.

[3] Ә эскә ингәс, Раббы Ғайсаның кәүҙәһен тапмағандар.

[4] Был хәлгә аптырашып торған саҡта, ҡапыл улар алдында ялтырап торған кейем кейгән ике ир пәйҙә булған.

[5] Ҡатындар ҡурҡыштарынан күтәрелеп ҡарарға баҙнат итмәгән. Ә теге ирҙәр: – Һеҙ ни эшләп Терене үлеләр араһынан эҙләйһегеҙ?

[6] Ул бында юҡ; Ул терелде. Галилеяла саҡта Уның үҙегеҙгә әйткән һүҙҙәрен иҫегеҙгә төшөрөгөҙ:

[7] «Әҙәм Улы гонаһлылар ҡулына тотоп бирелергә, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланырға һәм өсөнсө көндә терелеп торорға тейеш», – тигәйне бит һеҙгә.

[8] Шул саҡ Ғайса әйткән һүҙҙәр ҡатындарҙың иҫтәренә төшкән.

[9] Улар, ҡалаға ҡайтҡас, был хәл тураһында ун бер шәкерткә һәм ҡалғандарға ла һөйләп биргән.

[10] Илселәргә был турала магдалалы Мәрйәм, Иоанна, Яҡубтың әсәһе Мәрйәм һәм улар менән ҡәбер янында булған башҡа ҡатындар хәбәр иткән.

[11] Әммә уларҙың һүҙҙәре илселәргә буш хәбәр булып тойолған һәм улар ышанмаған.

[12] Шулай ҙа Петр ҡәбергә ҡарай тороп йүгергән һәм, эйелеп эскә ҡарағас, кәфенде генә күргән. Был хәлгә таң ҡалып, кире ҡайтып киткән.

[13] Ғайсаның ике шәкерте шул уҡ көндә Иерусалимдан ун бер саҡрым самаһы алыҫлыҡтағы Эммаус тигән ауылға табан юл алған.

[14] Улар булып үткән ботә ваҡиғалар тураһында һөйләшеп барған.

[15] Һөйләшеп, фекер алышып барған саҡтарында Ғайса Үҙе килеп сыҡҡан һәм улар менән бергә атлаған,

[16] әммә, шәкерттәрҙең күҙҙәре томаланғандай булған да, Ғайсаны танымағандар.

[17] Ғайса иһә: – Һеҙ нимә тураһында һөйләшеп бараһығыҙ? – тип һораған. Шәкерттәр, ҡайғырышып, туҡтағандар.

[18] Клеопа исемле берәүһе: – Ошо көндәрҙә Иерусалимда булып уҙған хәл тураһында бында килгәндәрҙән бер Һин генә белмәйһеңме ни? – тип яуаплаған.

[19] – Ниндәй хәл? Шәкерттәр Уға: – Назаралы Ғайса менән булған хәл, Ул Алла алдында ла, бөтә халыҡ алдында ла, һүҙҙә лә, ғәмәлдә лә ҡөҙрәтле пәйғәмбәр ине.

[20] Баш руханиҙарыбыҙ менән башлыҡтарыбыҙ Уны үлемгә хөкөм итер өсөн тотоп бирҙеләр һәм арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланылар.

[21] Ә беҙ Уны, Израилде азат итергә тейешле Кешелер, тип өмөтләнгәйнек. Әммә шуның өҫтәүенә, был хәлдәр булып үткәнгә бөгөн өсөнсө көн инде,

[22] арабыҙҙағы ҡайһы бер ҡатындар бөтәбеҙҙе лә таң ҡалдырҙы. Улар иртә менән ҡәбер янына барған,

[23] әммә Уның кәүҙәһен тапмаған. Ҡайтҡас, фәрештәләрҙең пәйҙә булыуы һәм уларҙың: «Ғайса тере», тип әйтеүҙәре тураһында һөйләнеләр.

[24] Унан һуң арабыҙҙан ҡайһы бер кешеләр ҡәбер янына барған һәм улар хәлдең ҡатын-ҡыҙҙар һөйләгәнсә булыуын күргән, Ғайса унда булмаған.

[25] Шул саҡ Ғайса уларға былай тигән: – Ниңә аңламайһығыҙ? Пәйғәмбәрҙәр әйткәндәрҙең барыһына ла ышаныуы ҡайһылай ҡыйын һеҙгә!

[26] Мәсих Үҙенең данлы бөйөклөгөнә өлгәшер алдынан ошондай ғазаптар аша үтергә тейеш булмағанмы ни?

[27] Шунан Ул Мусаның һәм бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларынан башлап Изге Яҙмалағы Үҙе тураһында әйтелгән урындарҙы аңлатып биргән.

[28] Улар бара торған ауылға яҡынайған һәм Ғайса юлын дауам итергә теләгән ҡиәфәт яһаған.

[29] Ләкин шәкерттәре: – Кис яҡынлашып килә, тиҙҙән ҡараңғы төшә, беҙҙең менән ҡал, – тип Уны алып ҡалғандар. Ғайса өйгә ингән һәм улар менән бергә булған.

[30] Ашап ултырған саҡта Ул икмәк алып шөкөрана ҡылған, бүлеп шәкерттәренә биргән.

[31] Шул саҡта шәкерттәрҙең күҙҙәре асылған һәм улар Ғайсаны таныған. Әммә Ғайса күренмәҫ булған.

[32] Шәкерттәр бер-береһенә: – Ул юл буйлап беҙгә һөйләп барғанда һәм Изге Яҙманың мәғәнәһен аңлатҡанда йөрәктәребеҙ ялҡынланманымы ни? – тигәндәр.

[33] Шунда уҡ тороп, Иерусалимға ҡайтҡандар һәм унда ун бер шәкерттең һәм улар менән бергә башҡаларҙың йыйылышып тороуын күргәндәр.

[34] Былар бөтәһе лә: – Раббы, ысынлап та, үленән терелеп торған һәм Симонға күренгән, – тип һөйләгән.

[35] Шәкерттәр иһә юлда булған хәл һәм икмәк бүлеп биргән саҡта Ғайсаны таныуҙары тураһында һөйләп биргән.

[36] Был хаҡта һөйләшеп торғанда, Ғайса Үҙе улар араһында пәйҙә була. – Именлек һеҙгә! – тигән Ул.

[37] Шәкерттәр ҡурҡыуҙан ҡатып ҡалған, Уның өрәген күрәбеҙ икән, тип уйлағандар.

[38] Әммә Ғайса уларға: – Ни эшләп ҡурҡып ҡалдығыҙ? Ниңә күңелегеҙҙә шундай шик тыуҙы?

[39] Минең ҡулдарыма һәм аяҡтарыма ҡарағыҙ, был – Мин Үҙем! Ҡулдарығыҙҙы Миңә тейҙерегеҙ һәм ҡарағыҙ! Өрәктең тәне лә, һөйәге лә булмай, ә, күреп тороуығыҙса, Миндә – бар, – тигән.

[40] Быны әйткәс, Ул уларға ҡулдарын һәм аяҡтарын күрһәткән.

[41] Тегеләр шатлыҡтан ышана алмайынса ғәжәпкә ҡалған. Ғайса уларҙан: – Һеҙҙең бында ашарға берәй ризығығыҙ бармы? – тип һораған.

[42] Уға бешкән балыҡ киҫәге биргәндәр.

[43] Ғайса уны күҙ алдарында ашаған.

[44] Унан һуң: – Мин һеҙҙең менән бергә булған саҡта былар тураһында һөйләгәйнем. Муса ҡанунында, пәйғәмбәрҙәрҙең китаптарында һәм Зәбурҙа Минең хаҡта яҙылғандарҙың барыһы ла тормошҡа ашырылырға тейеш, тип әйткәйнем, – тигән.

[45] Бынан һуң Ғайса уларға Изге Яҙманы аңларға ярҙам иткән.

[46] Ул уларға былай тигән: – Изге Яҙмала былай тиелгән: Мәсих ғазап сигергә, өсөнсө көндә үленән терелергә

[47] һәм, гонаһтары кисерелһен өсөн, тәүбә итеү Иерусалимдан башлап Уның исеменән барса халыҡтарға вәғәзләнергә тейеш.

[48] Һеҙ быларҙың шаһиты.

[49] Мин Атам вәғәҙә иткәнде һеҙгә ебәрермен. Һеҙ иһә, күктәрҙән үҙегеҙгә ҡөҙрәт бирелгәнгә тиклем, Иерусалимда ҡалығыҙ.

[50] Ғайса, шәкерттәрен ҡаланан ситкә алып сығып, Вифания тирәһенә тиклем улар менән бергә барған. Шунда Ул ҡулдарын күтәреп уларға фатихаһын биргән.

[51] Фатиха биргәндә, алыҫая барып, күккә алынған.

[52] Шәкерттәр Уға баш эйгән һәм ҙур шатлыҡ менән Иерусалимға ҡайтҡан.

[53] Бынан һуң Алланы данлап, һәр ваҡыт Алла Йортонда булғандар.

Лука — Chapters