[1] Тиверий ҡайсар хакимлығының ун бишенсе йылында, Йәһүҙиәлә Понтий Пилат идара иткәндә, Галилеяның башлығы – Ирод, уның ир туғаны Филипп Итурея һәм Трахонитис өлкәләренең башлығы, ә Лисаний Авилинея өлкәһе башлығы булғанда,
[2] Аннас менән Каиафа иң баш руханиҙар булған осорҙа, сүллектә көн күргән Яхъяға – Зәкәриәнең улына, Алланан хәбәр килгән.
[3] Шунан һуң Яхъя Иордан йылғаһының тирә-яғындағы ерҙәрҙе йөрөп сыҡҡан. Ул кешеләрҙе, гонаһтары кисерелһен өсөн, тәүбә итеп һыуға сумдырылырға өндәп йөрөгән.
[4] Ишағыя пәйғәмбәр китабында яҙылғанса: «Сүлдә тауыш яңғырай: „Раббыға юл әҙерләгеҙ, уға һуҡмаҡтарҙы турайтығыҙ,
[5] һәр йырын күмелһен, һәр тау, һәр ҡалҡыулыҡ ер менән тигеҙләнһен; борма юлдар турайһын, һикәлтәле юлдар шымарһын;
[6] һәм кешеләрҙең бөтәһе лә Алла ҡотҡарыуын күрер“».
[7] Яхъя янына һыуға сумдырылырға тип күп халыҡ килгән. Яхъя уларға: – Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Кем һеҙгә, Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡаса алырһығыҙ, тине?
[8] Ихлас тәүбә итеүегеҙҙе эш менән күрһәтегеҙ! «Беҙҙең атабыҙ бит Ибраһим!» – тип уйлай башламағыҙ. Һеҙгә әйтәм: Алла ошо таштарҙан да Ибраһимға балалар булдыра ала.
[9] Балта ағастар төбөндә ята инде: һәйбәт емеш бирмәгән һәр ағас ҡырҡылып утҡа ташланыр, – тигән.
[10] Халыҡ унан: – Беҙ нимә эшләйек һуң? – тип һораған.
[11] Яхъя: – Ике күлдәге булған кеше береһен күлдәге бөтөнләй булмағанына бирһен. Ризығы булғаны ашарына булмаған кеше менән ризығын уртаҡлашһын, – тип яуаплаған.
[12] Һыуға сумдырылыр өсөн һалым йыйыусылар ҙа килгән: – Остаз! Ә беҙгә нимә эшләргә?
[13] Яхъя уларға: – Тейешенән артығын талап итмәгеҙ, – тигән.
[14] Ғәскәриҙәр ҙә унан: – Ә беҙгә нимә эшләргә? – тип һорағандар. – Бер кемдән дә көсләп, ялған шаһитлыҡ ҡылып әйбер алмағыҙ. Хеҙмәт хаҡы менән ҡәнәғәт булығыҙ, – тигән Яхъя.
[15] Халыҡ көсөргәнеш менән көткән һәм барыһы ла уның тураһында эстән генә: «Был Мәсих түгелме икән?» – тип уйлаған.
[16] Яхъя уларҙың бөтәһе лә былай тип яуап биргән: – Мин һеҙҙе һыуға сумдырам, әммә минән һуң ҡөҙрәтлерәк Берәү килә, мин Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡлы түгелмен. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр.
[17] Ашлыҡты ырҙында елгәрер өсөн, Ул ҡулына елгәргес көрәк тотҡан. Бойҙайын Үҙенең бураһына һалыр, ә кәбәген һүнмәҫ утта яндырыр.
[18] Яхъя, халыҡҡа башҡа күп төрлө өгөт-нәсихәттәр биреп, Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөгән.
[19] Әммә ул, ағаһының ҡатыны Иродиаданы ҡатынлыҡҡа алғаны һәм башҡа яуызлыҡтары өсөн, өлкә идарасыһы Иродты шелтәләгән.
[20] Шунлыҡтан Ирод, бығаса ҡылған яуызлыҡтарына тағы берәүҙе өҫтәп, Яхъяны төрмәгә ултыртҡан.
[21] Бик күп халыҡ һыуға сумдырылған, улар менән бергә Ғайса ла сумдырылған. Ул доға ҡылған ваҡытта күк йөҙө асылып киткән
[22] һәм Уға күгәрсен рәүешендә Изге Рух төшкән. Күктән: «Һин – Минең ҡәҙерле Улым. Һин Минең ҡыуанысым!» – тигән тауыш яңғыраған.
[23] Үҙенең хеҙмәтен башлағанда, Ғайсаға утыҙ йәштәр самаһы булған. Кешеләр Уны Йософ улы тип уйлаған. Ә Йософ – Илий улы,
[24] Илий – Матфат улы, Матфат – Левий улы, Левий – Мелхий улы, Мелхий – Ианнай улы, Ианнай – Йософ улы,
[25] Йософ – Маттафий улы, Маттафий – Амос улы, Амос – Наум улы, Наум – Еслий улы, Еслий – Наггей улы,
[26] Наггей – Мааф улы, Мааф – Маттафий улы, Маттафий – Семей улы, Семей – Иосих улы, Иосих – Иодай улы,
[27] Йодай – Яхъя улы, Яхъя – Рисай улы, Рисай – Зоровавель улы, Зоровавель – Салафииль улы, Салафииль – Нирий улы,
[28] Нирий – Мелхий улы, Мелхий – Аддий улы, Аддий – Косам улы, Косам – Елмодам улы, Елмодам – Ир улы,
[29] Ир – Ешуа улы, Ешуа – Елиезер улы, Елиезер – Иорим улы, Иорим – Матфат улы, Матфат – Левий улы,
[30] Левий – Симеон улы, Симеон – Йәһүҙә улы, Йәһүҙә – Йософ улы, Йософ – Ионам улы, Ионам – Елиаким улы,
[31] Елиаким – Мелеай улы, Мелеай – Меннай улы, Меннай – Маттафай улы, Маттафай – Нафан улы, Нафан – Дауыт улы,
[32] Дауыт – Иессей улы, Иессей – Овид улы, Овид – Вооз улы, Вооз – Салмон улы, Салмон – Наассон улы,
[33] Наассон – Аминадав улы, Аминадав – Админ улы, Админ – Арний улы, Арний – Есром улы, Есром – Фарес улы, Фарес – Йәһүҙә улы,
[34] Йәһүҙә – Яҡуб улы, Яҡуб – Исхаҡ улы, Исхаҡ – Ибраһим улы, Ибраһим – Фарра улы, Фарра – Нахор улы,
[35] Нахор – Серух улы, Серух – Рагав улы, Рагав – Фалек улы, Фалек – Евер улы, Евер – Сала улы,
[36] Сала – Каинан улы, Каинан – Арфаксад улы, Арфаксад – Сим улы, Сим – Нух улы, Нух – Ламех улы,
[37] Ламех – Мафусал улы, Мафусал – Енох улы, Енох – Иаред улы, Иаред – Малелеил улы, Малелеил – Каинан улы,
[38] Каинан – Енос улы, Енос – Сиф улы, Сиф – Әҙәм улы, Әҙәм – Алланан.