Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 8:38

[1] Был ваҡытта меңәрләгән кеше йыйылған, улар бер-береһен ҡыҫырыҡлаған. Ғайса иң тәүҙә Үҙенең шәкерттәренә мөрәжәғәт итеп һүҙ башлаған: – Фарисейҙар әсеткеһенән, йәғни ике йөҙлөлөктән һаҡ булығыҙ.

[2] Асылмайынса ҡалыр бер ҡапланған нәмә лә һәм беленмәйенсә ҡалыр бер йәшерен сер ҙә юҡ.

[3] Шуға күрә ҡараңғыла ни һөйләһәгеҙ, көн яҡтыһында ишетелер, өй эсендә ҡолаҡҡа шыбырлап әйткәнегеҙ ҡыйыҡтан иғлан ителер.

[4] Һеҙгә иһә, дуҫтарыма, шуны әйтәм: тәнде үлтереүҙән тыш бер ни ҡыла алмаусыларҙан ҡурҡмағыҙ.

[5] Һеҙгә кемдән ҡурҡырға кәрәклеген әйтәм. Йәнегеҙҙе алғандан һуң йәһәннәмгә ташларға хакимлығы булған Алланан ҡурҡығыҙ: эйе, һеҙгә әйтәм, Унан ҡурҡығыҙ.

[6] Биш турғай ике баҡыр тәңкәгә һатыла түгелме ни? Ләкин уларҙың береһе лә Алла тарафынан онотолмаған.

[7] Хатта башығыҙҙағы һәр сәс бөртөгө һанаулы. Ҡурҡмағыҙ, һеҙ күп турғайҙарға ҡарағанда ла ҡәҙерлерәк.

[8] Һеҙгә әйтәм: Мине кешеләр алдында ҡабул иткән һәр кемде Әҙәм Улы ла Алла фәрештәләре алдында ҡабул итер.

[9] Ә кем кешеләр алдында Минән ваз кисә, Алла фәрештәләре алдында унан ваз кисер.

[10] Әҙәм Улына ҡаршы һүҙ әйткән һәр кем кисерелер, әммә Изге Рухҡа ҡаршы көфөр һүҙ һөйләүсе кисерелмәҫ.

[11] Ғибәҙәтханаларға, башлыҡтар йәки хакимиәт кешеләре алдына килтергән ваҡытта, үҙебеҙҙе нисек яҡларға, нимә тип яуап бирергә тип борсолмағыҙ.

[12] Нимә һөйләргә кәрәклеге тураһында һеҙгә шул сәғәттә Изге Рух кәңәш итер.

[13] Халыҡ араһынан берәү Ғайсаға: – Остаз, ағайыма әйт әле, атайҙан ҡалған мираҫты минең менән уртаҡлашһын, – тигән.

[14] Ғайса теге кешенән: – Һеҙҙең бәхәстәрегеҙҙе хәл итеүсе йәки мөлкәтегеҙҙе бүлеүсе итеп Мине кем билдәләне? – тип һораған һәм

[15] барыһына ла былай тип мөрәжәғәт иткән: – Ҡомһоҙлоҡтан һаҡланығыҙ, кеше нисек кенә бай булһа ла, уның ғүмере байлыҡҡа бәйле түгел.

[16] Бынан һуң Ғайса ҡисса һөйләгән: – Бер байҙың баҫыуҙа игене бик уңған.

[17] Бай эстән генә: «Нимә эшләйем икән? Ашлығымды ҡайҙа һаҡларға?» – тип уйлаған.

[18] Ул шундай ҡарарға килгән: «Келәттәрҙе һүтеп, ҙурырағын һалайым да бөтә ашлығымды, бөтә байлығымды шунда йыяйым.

[19] Шунан инде үҙемә: „Минең күп йылдарға етерлек байлығым бар, йәнем ял итһен, ашаһын, эсһен, күңел асһын“, – тип әйтермен».

[20] Әммә Алла уға: «Аҡылһыҙ! Ошо төндә йәнеңде кире аласаҡтар, йыйған байлығың кемгә ҡалыр һуң?» – тигән.

[21] Үҙе өсөн генә хазина туплаған, әммә Алла алдында бай булмаған һәр кем менән шулай булыр.

[22] Шунан һуң Ғайса шәкерттәренә былай тигән: – Шуға күрә, Мин һеҙгә әйтәм: йәшәү өсөн нимә ашарға, тәнегеҙгә нимә кейергә тип борсолмағыҙ.

[23] Йән ризыҡтан, тән кейемдән мөһимерәк бит.

[24] Ҡарғаларға ҡарағыҙ: улар сәсмәй ҙә, урмай ҙа; уларҙың келәттәре лә, буралары ла юҡ. Шулай ҙа Алла уларҙы туйындыра. Ә һеҙ ҡоштарға ҡарағанда әллә күпмегә ҡәҙерлерәк бит.

[25] Арағыҙҙан кем, борсолоп, үҙ ғүмерен бер сәғәткә булһа ла оҙонайта ала?

[26] Шулай булғас, хатта бәләкәй генә нәмәне лә эшләй алмайһығыҙ икән, ни эшләп башҡа нәмә тураһында ҡайғырырға?

[27] Ләләләрҙең нисек үҫкәнен ҡарағыҙ: улар эшләмәй ҙә, еп тә иләмәй. Әммә һеҙгә шуны әйтәм: Сөләймән батша, үҙенең бөтә мөһабәтлелегенә ҡарамаҫтан, сәскәләрҙең береһе кеүек тә кейенмәгән.

[28] Әгәр ҙә бөгөн яланда үҫеп ултырған, ә иртәгә мейескә ташланасаҡ үләнде Алла шулай кейендерә икән, һеҙҙе бигерәк тә кейендерер, эй һеҙ, имандары аҙҙар.

[29] Шулай булғас, нимә ашарбыҙ, нимә эсербеҙ тип ҡайғырмағыҙ. Бының өсөн хафаланмағыҙ.

[30] Ул турала был донъя кешеләре ҡайғырта. Ә Атағыҙ һеҙҙең был нәмәләргә мохтаж икәнлегегеҙҙе белә.

[31] Һеҙ, киреһенсә, Алла Батшалығын эҙләгеҙ һәм былар бирелер.

[32] Эй бәләкәй көтөү, ҡурҡмағыҙ! Батшалыҡты һеҙгә биреүҙе Атағыҙ яҡшы тип тапты.

[33] Мөлкәтегеҙҙе һатығыҙ ҙа, ярлыларға өләшегеҙ. Үҙегеҙгә мәңге туҙмай торған янсыҡтар әҙерләгеҙ, күктәрҙә һис кәмемәҫ хазина туплағыҙ: унда ҡараҡ та теймәҫ, көйә лә төшмәҫ.

[34] Хазинағыҙ ҡайҙа булһа, күңелегеҙ ҙә шунда булыр.

[35] Яҡтыртҡыстарығыҙҙы һүндермәйенсә, эш итергә әҙер тороғоҙ.

[36] Хужаһының никах туйынан ҡайтыуын көтөп, ул ҡайтып шаҡыу менән ишек асырға әҙер торған хеҙмәтселәй булығыҙ.

[37] Хужа ҡайтҡас, хеҙмәтселәрен уяу хәлдә күрһә, шул хеҙмәтселәр бәхетле. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: хужа, алъяпҡыс бәйләп, хеҙмәтселәрен өҫтәл янына ултыртыр һәм уларға үҙе үк хеҙмәт итер.

[38] Ихтимал, хужа төн уртаһында йәки таң атҡас ҡайтып инер. Әгәр ул хеҙмәтселәрен уяу хәлдә күрһә, шул хеҙмәтселәр бәхетле.

[39] Белегеҙ: әгәр ҙә өй хужаһына ҡараҡтың ҡайһы ваҡытта килере мәғлүм булһа, үҙ өйөнә инергә юл ҡуймаҫ ине.

[40] Һеҙ ҙә әҙер булығыҙ: Әҙәм Улы һеҙ көтмәгән сәғәттә килер.

[41] Шул саҡ Петр: – Хужам, был ҡиссаны һин беҙҙең өсөн генә һөйләнеңме, әллә башҡалар өсөн дәме? – тип һораған.

[42] Раббы Ғайса иһә былай тигән: – Ә ышаныслы һәм аҡыллы идарасы ниндәй була? Әйтәйек, ризыҡты үҙ ваҡытында өләшеү өсөн, хужа бер хеҙмәтсеһен башҡалары өҫтөнән ҡуя.

[43] Хужаһы ҡайтып, үҙе әйткәнсә эшләүен күрһә, шул хеҙмәтсе бәхетле.

[44] Һеҙгә дөрөҫөн әйтәм: хужаһы уны бөтә мөлкәте өҫтөнән башлыҡ итеп ҡуясаҡ.

[45] Ләкин ул хеҙмәтсе: «Хужам тиҙ генә ҡайтмаҫ әле», – тип уйлап, башҡа хеҙмәтселәрҙе – ирҙәрҙе лә, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла туҡмарға тотонһа һәм ашап-эсеп, иҫереп йөрөһә,

[46] хужаһы ул көтмәгән көндә һәм уйламаған сәғәттә ҡайтып төшөр ҙә, уны ҡаты язаға тарттырыр, имандары юҡтар менән бер яҙмышҡа дусар итер.

[47] Хужаһының ихтыярын белеп тә, әҙер булмаған һәм уның ихтыярынса эшләмәгән хеҙмәтсе ҡаты туҡмалыр.

[48] Ә инде хужаһының ихтыярын белмәйенсә язаға тарттырыла торған эш эшләгән хеҙмәтсе аҙыраҡ туҡмалыр. Кемгә күп бирелә, унан күп талап ителер һәм кемгә күберәк ышанып тапшырыла, унан күберәк һоралыр.

[49] Мин ергә ут алып килдем һәм ул уттың тиҙерәк янып китеүен теләйем!

[50] Мин ғазап күленә сумдырылырға тейешмен. Был хәл булғанға тиклем нисек интегәм әле!

[51] Мине ергә тыныслыҡ килтерергә килде тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, һеҙгә әйтәм, Мин бүлергә килдем.

[52] Ошо мәлдән башлап, бер өйҙә биш кеше йәшәһә, өсөһө – икәүһенә һәм икәүһе өсөһөнә ҡаршы булыр.

[53] Атаһы – улына, улы – атаһына; әсәһе – ҡыҙына, ҡыҙы – әсәһенә; ҡәйнәһе – килененә, килене – ҡәйнәһенә ҡаршы булыр.

[54] Ғайса йәнә халыҡҡа өндәшкән: – Һеҙ көнбайышта болот күтәрелгәнен күргәс, шунда уҡ: «Ямғыр яуыр», – тиһегеҙ һәм шулай була ла.

[55] Көньяҡтан ел иҫһә: «Эҫе булыр», – тиһегеҙ һәм шулай була ла.

[56] Ике йөҙлөләр! Ерҙе һәм күк йөҙөн күҙәтеп, һауа торошон билдәләйһегеҙ, әммә был заманды ни эшләп төшөндөрөп бирә алмайһығыҙ?

[57] Ни эшләп һеҙ нимәнең дөрөҫ икәнлеген үҙегеҙ билдәләй алмайһығыҙ?

[58] Дәғүәсең һине хөкөмдарға алып барһа, юлда саҡта уҡ уның менән килешергә тырыш. Юғиһә ул һине хөкөмдарға алып барыр, ә хөкөмдар һаҡсыға тапшырыр. Һаҡсы иһә төрмәгә ябыр.

[59] Һиңә шуны әйтәм: бурысыңды аҙаҡҡы тәңкәһенә тиклем түләп бөтөрмәйенсә, унан сыҡмаясаҡһың.

Лука — Chapters