[1] Изге Рух менән һуғарылған Ғайса Иордан йылғаһы буйынан ҡайтҡас, Рух Уны сүлгә алып киткән.
[2] Ғайса унда ҡырҡ көн буйы Иблис тарафынан һынау үткән, был көндәрҙә Ул бер нәмә лә ашамаған һәм ахырҙа бик ныҡ асыҡҡан.
[3] – Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, бынау ташҡа икмәккә әйләнергә ҡуш, – тигән Иблис.
[4] Ғайса: – «Кеше икмәк менән генә йәшәмәҫ», – тип яҙылған Изге Яҙмала, – тип яуаплаған.
[5] Шунан һуң Иблис Ғайсаны бейек урынға алып менгән. Донъялағы бөтөн батшалыҡтарҙы күҙ асып йомғансы күрһәтеп сыҡҡан.
[6] – Ошо батшалыҡтарҙың бөтөнөһө өҫтөнән хакимлыҡ итеүҙе лә, уларҙың гүзәллеген дә Һиңә бирермен. Уларҙың барыһы ла миңә бирелгән һәм мин кемгә теләйем, шуға бирә алам.
[7] Шулай итеп, әгәр Һин миңә табынһаң, барыһы ла Һинеке булыр, – тигән ул.
[8] – Изге Яҙмала: «Раббы Аллаңа табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», – тип яҙылған, – тип яуаплаған Ғайса.
[9] Шунан һуң Иблис Ғайсаны Иерусалимға алып килеп Алла Йортоноң иң бейек урынына баҫтырған да: – Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, ошо урындан түбәнгә ташлан, – тигән. –
[10] Изге Яҙмала әйтелгән бит: «Алла Үҙенең фәрештәләрен Һине ҡурсалар өсөн ебәрер.
[11] Аяҡтарың ташҡа бәрелмәһен тип, Һине ҡулдарында йөрөтөрҙәр».
[12] Ғайса уға: – Изге Яҙмала: «Раббы Аллаңды һынама», – тип әйтелгән, – тип яуап ҡайтарған.
[13] Иблис, Ғайсаны һынауҙан туҡтағандан һуң, икенсе берәй уңайлы мәлгә тиклем Уны ҡалдырып киткән.
[14] Рух ҡөҙрәте менән һуғарылған Ғайса Галилеяға ҡайтҡан. Уның хаҡындағы хәбәр бөтә тирә-яҡҡа таралған.
[15] Ул ғибәҙәтханаларҙа өйрәткән һәм барыһы ла Уны данлаған.
[16] Ғайса Үҙе үҫкән ҡалаға – Назараға килгән һәм, ғәҙәте буйынса, шәмбе көнө ғибәҙәтханаға ингән. Изге Яҙманы уҡырға тип урынынан торғас,
[17] Уға Ишағыя пәйғәмбәрҙең китабын биргәндәр. Ҡулъяҙма төргәген сисеп, Ғайса ошондай һүҙҙәр яҙылған урынды тапҡан:
[18] «Раббының Рухы Минең өҫтөмдә, сөнки Ул Мине майлап, фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткереү өсөн һайланы. Ул Мине әсирҙәргә – азатлыҡ, һуҡырҙарға – күҙе күрә башлауын иғлан итергә, йәберләнгәндәрҙе иреккә сығарырға
[19] һәм Раббының шәфҡәт күрһәтә торған йылын хәбәр итергә ебәрҙе».
[20] Ғайса, ҡулъяҙманы төрөп хеҙмәтсегә кире биргән дә, урынына ултырған. Ғибәҙәтханалағыларҙың һәммәһенең ҡарашы Уға төбәлгән.
[21] – Бөгөн, һеҙ быларҙы тыңлаған саҡта, Яҙманың ошо һүҙҙәре тормошҡа ашты, – тип һөйләй башлаған уларға Ғайса.
[22] Барыһы ла Уны маҡтаған һәм мәрхәмәт тулы һүҙҙәренә таң ҡалып: – Был Йософтоң Улы түгелме һуң? – тиешкәндәр.
[23] Ғайса: – Әлбиттә, һеҙ: «Табип! Үҙеңде Үҙең дауала», – тигән әйтемде иҫемә төшөрөрһөгөҙ һәм: «Капернаумдағы эштәрең тураһында ишеттек, бында ла, Үҙең йәшәгән ҡалала, шуларҙы уҡ башҡар», – тип әйтерһегеҙ, – тигән.
[24] Шунан һүҙен дауам иткән: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бер пәйғәмбәр ҙә үҙ ерендә ҡабул ителмәй.
[25] Һеҙҙе ышандырып әйтә алам: Ильяс пәйғәмбәр көндәрендә өс йыл һәм алты ай буйы, күк йөҙө ябылып, ямғыр яуманы, бөтөн Израиль иле ҡот осҡос аслыҡтан интекте. Израилдә тол ҡатындар күп ине,
[26] ләкин Ильяс Алла тарафынан уларҙың береһе янына ла түгел, ә Сидон илендәге Сарепта ҡалаһында йәшәгән тол ҡатын янына ғына ебәрелде.
[27] Шулай уҡ, Елисей пәйғәмбәр ваҡытында, Израилдә махау сире менән ауырығандар күп булды, әммә Сүриә кешеһе Неемандан башҡа берәү ҙә был сирҙән таҙарынманы.
[28] Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ғибәҙәтханалағы кешеләрҙең бөтәһе лә асыуҙарынан ярһыған.
[29] Улар, урындарынан һикереп тороп, Ғайсаны ҡаланан ҡыуып алып сығып, ҡала төҙөлгән тауҙың башынан упҡынға ырғытырға уйлаған.
[30] Әммә Ғайса, халыҡ араһынан үтеп, үҙ юлы менән киткән.
[31] Ғайса Галилеяның Капернаум ҡалаһына килгән һәм шәмбе көнө халыҡты өйрәткән.
[32] Уның өйрәтеүҙәренә хайран ҡалғандар, сөнки Ул хакимдарса һөйләгән.
[33] Ғибәҙәтханала шаҡшы рух эйәләгән бер кеше булған. Ул көслө тауыш менән:
[34] – Эй, назаралы Ғайса, һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Беҙҙе һәләк итергә килдеңме? Һинең кем икәнлегеңде беләм. Һин – Алланың Изгеһе! – тип ҡысҡырған.
[35] Ғайса рухты: – Шым! – тип тыйған. – Был кешенең эсенән сыҡ! Ен, әлеге әҙәмде халыҡ алдында ҡолатып, уға бер зыян да килтермәйенсә, эсенән сығып киткән.
[36] Был хәлгә бөтөнөһө лә таң ҡалған һәм: – Был ни хәл? Ул хакимлыҡ һәм ҡөҙрәт менән шаҡшы рухтарға бойороҡ бирә, ә улар кешенең эсенән сыға, – тип һөйләшкәндәр.
[37] Уның хаҡында хәбәр бөтә тирә-яҡҡа таралған.
[38] Ғайса, ғибәҙәтхананан сыҡҡас, Симондың өйөнә барған. Симондың ҡәйнәһе, бөтә тәне янып, тапма менән ауырып ятҡан. Ғайсаның уға ярҙам итеүен һорағандар.
[39] Ул, ҡатын өҫтөнә эйелеп, сиргә туҡтарға ҡушҡан. Тән яныуы тулыһынса бөткән. Ҡатын шунда уҡ торған да уларға табын әҙерләй башлаған.
[40] Ҡояш байыған мәлдә бөтәһе лә төрлө сирҙәрҙән ғазапланыусы яҡындарын Ғайса янына алып килгән. Ғайса, һәр береһенә ҡулдарын ҡуйып, уларҙы һауыҡтырған.
[41] «Һин – Алла Улы!» – тип ҡысҡырышып, күптәрҙең эсенән ен сыҡҡан. Ә Ғайса, ҡаты киҫәтеп, был турала һөйләп йөрөүҙән тыйған, сөнки улар Уның Мәсих икәнлеген белгән.
[42] Яңы көн тыуғас, Ул ҡаланан сығып аулаҡ урынға киткән. Халыҡ Уны эҙләгән, тапҡас, үҙҙәре янында тотоп ҡалырға тырышҡан.
[43] Әммә Ғайса уларға: – Алла Батшалығы тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе башҡа ҡалаларға ла еткерергә тейешмен. Мин шуның өсөн ебәрелдем бит, – тигән.
[44] Ул Йәһүҙиәләге ғибәҙәтханаларҙа вәғәзләүен дауам иткән.