[1] Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тороп, Ғайсаны Пилат янына алып килгән.
[2] – Беҙ был кешене халҡыбыҙҙы аҙҙырыусы тип иҫәпләйбеҙ. Ул Үҙен Мәсих, батша тип атай һәм ҡайсарға һалым түләүҙе тыя, – тип ғәйепләй башлағандар.
[3] Пилат Ғайсанан: – Һин йәһүдтәр Батшаһымы? – тип һораған. Ғайса иһә: – Быны һин үҙең әйтеп тораһың, – тип яуаплаған.
[4] Пилат баш руханиҙарға һәм халыҡҡа: – Мин был кешене ғәйепләрлек бер сәбәп тә күрмәйем, – тигән.
[5] Әммә кешеләр: – Ул Галилеянан башлап бында килеп еткәнсе, бөтөн Йәһүҙиәлә вәғәзләп, халыҡҡа ҡотҡо һалып йөрөнө, – тип ныҡышҡан.
[6] Пилат, Галилея тураһында ишеткәс: – Ул Галилеянанмы ни? – тип һораған.
[7] Ғайсаның Ирод батша идара иткән өлкәнән икәнен белгәс, Пилат Уны Ирод янына ебәргән. Был көндәрҙә Ирод үҙе лә Иерусалимда булған.
[8] Ирод Ғайсаны күреп ныҡ ҡыуанған, сөнки Уның тураһында ишетеп, күптәнән бирле Уны күргеһе килеп йөрөгән һәм Унан ниндәй ҙә булһа мөғжизә күрергә өмөтләнгән.
[9] Ғайсаға ул күп һорауҙар биргән, әммә Ғайса бер ни тип тә яуап ҡайтармаған.
[10] Шунда торған баш руханиҙар менән ҡанун белгестәре иһә Ғайсаны ныҡ ғәйепләгән.
[11] Ә Ирод үҙенең ғәскәриҙәре менән Ғайсаны кәмһетеп, Уны мыҫҡыллап, ҡупшы кейемдәр кейҙереп, Пилат янына кире ебәргән.
[12] Быға тиклем бер-береһенә дошман булған Пилат менән Ирод шул көндө үк дуҫлашҡан.
[13] Пилат иһә, баш руханиҙарҙы, башлыҡтарҙы һәм халыҡты йыйып,
[14] былай тигән: – Һеҙ миңә был Кешене халыҡты ҡоторта тип алып килдегеҙ. Мин һеҙҙең алдығыҙҙа Унан һорау алдым, ләкин һеҙ таҡҡан ғәйептәрҙең береһендә лә Уны ғәйепле тип тапманым.
[15] Ирод та ғәйеп тапманы, сөнки ул Уны беҙгә кире ҡайтарған. Бына шулай, Ул үлем язаһы бирерлек бер нәмә лә эшләмәгән.
[16] Шулай булғас, Уны сыбыртҡылайым да иреккә ебәрәм.
[18] Халыҡ бер тауыштан: – Быныһына – үлем! Беҙгә Варавваны азат ит! – тип ҡысҡырған.
[19] Варавва иһә ҡалалағы ихтилалда ҡатнашҡаны һәм кеше үлтергәне өсөн төрмәгә ултыртылған булған.
[20] Пилат, Ғайсаны иреккә сығарырға теләп, халыҡҡа тағы мөрәжәғәт иткән.
[21] Ләкин йәһүдтәр: – Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип ҡысҡыра биргән.
[22] Пилат иһә өсөнсө тапҡыр: – Ул ниндәй яуызлыҡ эшләгән һуң? Үлем язаһына тарттырырлыҡ бер ғәйебе лә юҡ бит. Шулай булғас, Уны сыбыртҡылайым да иреккә ебәрәм, – тигән.
[23] Әммә тегеләре ныҡышып, көслөрәк тауыш менән Ғайсаның арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланыуын талап иткән һәм уларҙың тауышы өҫтөнлөк алған.
[24] Пилат, улар теләгәнсә булһын, тип хәл иткән.
[25] Ихтилалда ҡатнашыуы һәм кеше үлтереүе өсөн төрмәгә ултыртылған Варавваны халыҡ һорауы буйынса азат иткән, ә Ғайсаны улар ихтыярына тапшырған.
[26] Ғәскәриҙәр Ғайсаны алып китеп барғанда, баҫыуҙан ҡайтып килгән Симон исемле бер Киринея кешеһен туҡтатып, арҡысаҡты уның елкәһенә һалғандар ҙа, Ғайса артынан барырға ҡушҡандар.
[27] Күп халыҡ Уның артынан эйәреп барған, араларында Уны йәлләп үкһеп илаған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа булған.
[28] Ғайса иһә әйләнеп, уларға былай тигән: – Иерусалим ҡатын-ҡыҙҙары! Минең өсөн иламағыҙ, ә үҙегеҙ һәм балаларығыҙ өсөн илағыҙ.
[29] «Бала таба алмаған һәм бала тапмаған, шулай уҡ бала имеҙмәгән ҡатындар бәхетле!» – тип әйтер көндәр етеп килә.
[30] Шул көндәрҙә кешеләр тауҙарға: «Беҙҙең өҫтөбөҙгә ауығыҙ!», ҡалҡыулыҡтарға: «Беҙҙе ҡаплағыҙ!» – тип әйтер.
[31] Әгәр йәшелләнеп ултырған ағас менән шулай ҡылалар икән, ҡороғандарына ни булыр?
[32] Ғайса менән бергә ике енәйәтсене лә үлем язаһына алып барғандар.
[33] «Баш һөйәге» тип аталған урынға еткәс, Ғайсаны ла, ике енәйәтсене лә – береһен Уның уң яғына, икенсеһен һул яғына – арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлағандар.
[34] [Ғайса: – Атам! Кисер уларҙы! Улар ни эшләгәндәрен үҙҙәре лә аңламай бит! – тигән.] Ғәскәриҙәр йәрәбә һалып, үҙ-ара Уның кейемдәрен бүлешкән.
[35] Ә халыҡ ҡарап торған. Башлыҡтар иһә мыҫҡыл итеп: – Башҡаларҙы ҡотҡара ине бит. Әгәр Ул Мәсих – Алла тарафынан һайланған икән, Үҙен дә ҡотҡарһын, – тигәндәр.
[36] Ғәскәриҙәр ҙә мыҫҡыллаған. Ғайсаға яҡын килеп, улар әсе шарап тәҡдим иткән
[37] һәм: – Әгәр Һин йәһүдтәр Батшаһы булһаң, Үҙеңде ҡотҡар! – тигәндәр.
[38] Уның баш осона: «Был – йәһүдтәр Батшаһы» тип яҙып ҡуйғандар.
[39] Арҡысаҡта эленеп торған енәйәтселәрҙең береһе Ғайсаны мыҫҡыл итеп: – Һин Мәсих түгелме ни? Үҙеңде лә, беҙҙе лә ҡотҡар, – тигән.
[40] Икенсеһе иһә, киреһенсә: – Һин үҙең дә Уның кеүек үк хөкөм ителгәнһең, хәҙер ҙә Алланан ҡурҡмайһыңмы ни? – тип тегене тыйған. –
[41] Беҙҙе ғәҙел хөкөм иттеләр, ҡылған эштәребеҙгә ҡарата тейешлеһен алдыҡ. Ә Ул бер насарлыҡ та ҡылмаған, – тигән
[42] һәм Ғайсаға: – Ғайса, Үҙ Батшалығыңа ингәс, мине иҫкә ал, – тип өндәшкән.
[43] Ғайса уға: – Хаҡ һүҙ әйтәм: һин бөгөн үк Минең менән бергә ожмахта булырһың, – тигән.
[44] Көн үҙәге була инде. Шул ваҡыт бөтә ер йөҙөн ҡараңғылыҡ ҡаплап алған һәм ул көндөҙгө сәғәт өскә тиклем дауам иткән.
[45] Ҡояш тотолған һәм Алла Йортондағы шаршау уртаға йыртылған.
[46] Ғайса көслө тауыш менән: – Атам! Рухымды Һинең ҡулыңа тапшырам, – тип ҡысҡырған да йән биргән.
[47] Ошо хәлдәрҙе күреп торған йөҙбашы Алланы данлап: – Был Кеше, ысынлап та, тәҡүә Кеше булған икән, – тип әйткән.
[48] Язаны ҡарарға килгән бөтә халыҡ, булып үткән ваҡиғаларҙан һуң, ҡайғынан күкрәктәренә һуға-һуға ҡалаға ҡайтып киткән.
[49] Ғайсаның таныштарының бөтәһе лә, шулай уҡ Галилеянан Уға эйәреп килгән ҡатындар ҙа, йыраҡтан был хәлдәрҙе күҙәтеп торған.
[50] Юғары кәңәшмә ағзалары араһында Йософ исемле бер изгелекле һәм тәҡүә кеше булған.
[51] Башҡа ағзаларҙың ҡарарын һәм эшен хупламаған. Ул Йәһүҙиә ерендәге Аримафей ҡалаһынан булған һәм Алла Батшалығы килеүен көткән.
[52] Йософ, Пилат янына барып, Ғайсаның кәүҙәһен һораған.
[53] Унан, кәүҙәне арҡысаҡтан төшөргән дә, етен туҡымаға урап, таш ҡаяны өңөп яһалған һәм бығаса бер кем һалынмаған ҡәбергә алып барып һалған.
[54] Байрамға әҙерләнә торған йома көн булған был, шәмбе көн яҡынлашҡан.
[55] Галилеянан уҡ Ғайсаға эйәреп килгән ҡатындар Йософ артынан барған һәм Ғайсаның кәүҙәһен нисек итеп ҡәбергә һалғанын ҡарап торғандар.
[56] Ҡалаға ҡайтҡас, Ғайсаның кәүҙәһенә һөртөү өсөн хуш еҫле майҙар әҙерләгәндәр ҙә, Муса ҡанунында ҡушылғанса, шәмбе көнө ял иткәндәр.