Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 6:51

[1] Ғайса Иерихонға инеп, уның аша үтеп барған.

[2] Бында һалым йыйыусыларҙың башлығы Закхей исемле бай кеше йәшәгән.

[3] Ул Ғайсаны нисек булһа ла күреп ҡалырға тырышҡан. Ләкин, буйға тәпәш булғанлыҡтан, халыҡ араһынан Уны күрә алмаған.

[4] Шунлыҡтан, Ғайсаны күрергә тип алға йүгереп сығып, ҡырағай инжир ағасына менеп ултырған. Ғайса ошо урындан үтергә тейеш булған.

[5] Ғайса, килеп еткәс, Закхейҙы күреп ҡалып: – Закхей! Төш тиҙерәк, Мин бөгөн һиндә ҡунаҡ булырға тейешмен, – тип өндәшкән.

[6] Закхей тиҙ генә төшкән дә, Ғайсаны шатланып ҡабул иткән.

[7] Быны күреп торған бөтәһе лә: – Был тиклем дә гонаһлы кешегә нисек итеп ҡунаҡҡа бармаҡ кәрәк! – тип һуҡранған.

[8] Закхей иһә тороп, Раббы Ғайсаға: – Хужам! Мөлкәтемдең яртыһын фәҡирҙәргә өләшермен, әгәр ҙә берәйһен алдаған булһам, дүртләтә ҡайтарып бирермен, – тигән.

[9] – Бөгөн был өйгә ҡотолоу килде, – тигән Ғайса, – был кеше лә Ибраһим нәҫеленән бит.

[10] Әҙәм Улы юғалғанды эҙләп табырға һәм ҡотҡарырға килде.

[11] Быны тыңлап торған кешеләргә Ғайса, һүҙен дауам итеп, тағы ла бер ҡисса һөйләгән. Ул Иерусалимдан алыҫ булмаған инде, шуға халыҡ оҙаҡламай Алла Батшалығы етергә тейеш тип уйлаған.

[12] Ғайса былай тигән: – Затлы нәҫелдән булған бер кеше, үҙ иле өҫтөнән батшалыҡ ҡабул итеү өсөн, алыҫ юлға сыҡҡан. Шунан һуң ул кире әйләнеп ҡайтырға тейеш булған.

[13] Юлға сығыр алдынан ун хеҙмәтсеһен саҡырып алған да берәр көмөш тәңкә биреп: «Мин ҡайтҡансы быларҙы файҙаланығыҙ һәм табыш алығыҙ», – тигән.

[14] Халыҡ иһә уны яратмаған һәм: «Беҙ уның батшалыҡ итеүен теләмәйбеҙ», – тип, быны белдерергә артынса уҡ илселәр ебәргән.

[15] Теге кеше, батшалыҡты ҡабул итеп ҡайтыу менән, аҡса бирелгән хеҙмәтселәренең күпме табыш алғандарын белеү өсөн, үҙ янына саҡырырға ҡушҡан.

[16] Беренсе хеҙмәтсе килеп: «Хужам, һинең көмөш тәңкәң ун тәңкә килтерҙе», – тигән.

[17] Хужа уға: «Яҡшы эшләгәнһең, һин – һәйбәт хеҙмәтсе. Бәләкәй эштә ышаныслы булғаның өсөн, ун ҡала менән идаралыҡ итеүҙе һиңә тапшырам», – тигән.

[18] Икенсе хеҙмәтсе килеп: «Хужам, һинең көмөш тәңкәң биш тәңкә килтерҙе», – тигән.

[19] Хужа уға: «Һин биш ҡала менән идаралыҡ ит», – тигән.

[20] Ә өсөнсө хеҙмәтсе килеп: «Хужам, бына тәңкәң, һинән ҡурҡҡанға күрә, уны мин яулыҡҡа төрөп һаҡлап тоттом,

[21] һин ҡаты бәғерле кеше – һалмағаныңды алаһың, сәсмәгәнеңде ураһың», – тигән.

[22] Хужа уға былай тигән: «Мин һине үҙ һүҙҙәрең менән хөкөм итәм, булдыҡһыҙ хеҙмәтсе! Минең ҡаты бәғерле булыуымды, һалмағанды алыуымды, сәсмәгәнде урыуымды белә инең бит!

[23] Шулай булғас, ни өсөн мин биргән тәңкәне әйләнешкә индермәнең һуң? Ҡайтҡас та уны табышы менән бергә алған булыр инем».

[24] Ул янында торғандарға: «Унан тәңкәне алығыҙ ҙа ун көмөшө булғанға бирегеҙ», – тип ҡушҡан.

[25] Ярҙамсылары уға: «Хужабыҙ! Ул хеҙмәтсенең ун тәңкәһе бар бит инде», – тигән.

[26] Хужа иһә уларға: «Һеҙгә әйтәм: кемдеке бар, шуға тағы ла күберәк бирелер, ә кемдеке юҡ, уның булғаны ла тартып алыныр.

[27] Ә инде үҙҙәренә батша булыуымды теләмәгән дошмандарымды бында килтерегеҙ һәм күҙ алдымда үлтерегеҙ», – тип яуаплаған.

[28] Ғайса, был ҡиссаны һөйләгәндән һуң, Иерусалимға табан юл тотҡан.

[29] Ул, Зәйтүн тауы тип аталған тау янындағы Виффагия менән Вифанияға яҡынлашҡас, ике шәкертен алдан ебәргән:

[30] – Ҡаршылағы анау ауылға барығыҙ, унда ингәс, бәйҙә торған һәм бығаса һис кем атланмаған йәш ишәкте күрерһегеҙ. Уны ысҡындырып, бында алып килегеҙ.

[31] Әгәр берәйһе һеҙҙән: «Ниңә уны бәйҙән ысҡындыраһығыҙ?» – тип һораһа: «Ул Хужаға кәрәк», – тип әйтегеҙ.

[32] Шәкерттәре Ғайса әйткән ишәкте барып тапҡан.

[33] Улар йәш ишәкте бәйҙән ысҡындырған саҡта ишәктең хужалары: – Ниңә ишәкте бәйҙән ысҡындыраһығыҙ? – тип һораған.

[34] Шәкерттәр: – Ул Хужабыҙға кәрәк, – тип яуап биргән.

[35] Ишәкте Ғайса янына алып килгәндәр ҙә, өҫ кейемдәрен ишәк өҫтөнә һалып, Ғайсаны уға атландырғандар.

[36] Ғайса ишәк өҫтөндә барған саҡта, кешеләр өҫ кейемдәрен сисеп юлға түшәгән.

[37] Ғайса Зәйтүн тауынан Иерусалимға табан төшә торған юлға яҡынлашҡас, күп һанлы шәкерттәр төркөмө ҡыуанышып, үҙҙәре күргән бөтөн мөғжизәләр өсөн көслө тауыштар менән Алланы данлай башлағандар:

[38] – Раббы исеме менән килеүсе Батша мөбәрәк булһын! Күктә – именлек, бейек күктәрҙә – дан!

[39] Шунда халыҡ араһындағы ҡайһы бер фарисейҙар Ғайсаға: – Остаз, шәкерттәреңде тый! – тип өндәшкән.

[40] Ғайса иһә: – Һеҙгә шуны әйтәм: улар тымһа, таштар ҡысҡыра башлаясаҡ, – тип яуаплаған.

[41] Ғайса, Иерусалимға яҡынайғас, ҡаланы күреп, уның яҙмышы өсөн илай башлаған:

[42] – Һин дә ошо көндә үҙ именлегең өсөн нимә кәрәклеген белһәң икән! Әммә был әле күҙҙәреңдән йәшерелгән.

[43] Һиңә шундай көндәр килер: дошмандарың тирә-яғыңа тупраҡ өйөп, һине ҡамап алыр һәм һәр яҡлап ҡыҫырыҡлар.

[44] Һине емерерҙәр, һиндә йәшәүселәрҙе ҡырырҙар, таш өҫтөндә таш ҡалдырмаҫтар, сөнки һин яныңа Алла килеп ҡотҡарған ваҡытты белмәнең.

[45] Ғайса, Алла Йортона инеп, ундағы һатыусыларҙы ҡыуып сығара башлаған.

[46] – Изге Яҙмала: «Минең Йортом – доға ҡылыу йорто буласаҡ», – тип яҙылған, ә һеҙ уны юлбаҫарҙар ояһына әйләндергәнһегеҙ! – тигән уларға.

[47] Ғайса көн һайын Алла Йортонда өйрәткән. Баш руханиҙар, ҡанун белгестәре һәм халыҡ башлыҡтары иһә Уны үлтереү әмәлен эҙләгән,

[48] әммә ни эшләргә икәнлеген белмәгән, сөнки бөтә халыҡ Уның артынан ҡалмай эйәреп йөрөп, һүҙен тыңлаған.

Лука — Chapters