[1] Бер ваҡыт Ғайса ниндәйҙер урында доға ҡылған. Ул доға ҡылып бөткәндән һуң, шәкерттәренең береһе: – Хужам, Яхъя үҙенең шәкерттәрен өйрәткән кеүек, беҙҙе лә доға ҡылырға өйрәт әле, – тип һораған.
[2] Ғайса уларға: – Доға ҡылғанда былай тип әйтегеҙ: Атабыҙ! Исемең мөҡәддәс тип танылһын, Һинең Батшалығың килһен.
[3] Был көнгә кәрәкле икмәгебеҙҙе беҙгә һәр көн бир.
[4] Гонаһтарыбыҙҙы кисер, сөнки беҙ ҙә үҙебеҙгә яҙыҡ эш ҡылған һәр кемде кисерәбеҙ. Беҙҙе һынауға дусар итмә, – тигән.
[5] Ғайса һүҙен дауам иткән: – Әйтәйек, һеҙҙең берегеҙ төн уртаһында дуҫына барып, унан: «Дуҫ! Миңә бурысҡа өс икмәк биреп тор әле,
[6] үтеп барышлай бер дуҫым ингәйне, табынға ҡуйырға бер нәмәм дә юҡ», – тип һорай.
[7] Ә эстән былай тип яуаплайҙар: «Мине борсоп йөрөмә, ишектәр бикләнгән, балаларым да янымда йоҡлап ята, тороп, һин һорағанды бирә алмайым».
[8] Мин һеҙгә шуны әйтәм: ул кеше дуҫлыҡ хаҡына икмәк биреп ебәрмәһә лә, тегенең ныҡышмалылығы арҡаһында барыбер тороп, күпме һорала, шул тиклем бирер.
[9] Шулай булғас, һеҙгә әйтәм: һорағыҙ – һәм һеҙгә бирерҙәр; эҙләгеҙ – һәм табырһығыҙ; шаҡығыҙ – һәм һеҙгә асырҙар.
[10] Сөнки һәр һораған кеше ала, эҙләгән таба һәм шаҡығанға асалар.
[11] Арағыҙҙан ҡайһы атай балыҡ һораусы улына балыҡ урынына йылан тотторор?
[12] Йәки йомортҡа һораған саҡта саян бирер?
[13] Шулай булғас, һеҙ үҙегеҙ яуыз кеше булып та, балаларығыҙға яҡшылыҡ өләшә беләһегеҙ икән, Күктәге Атағыҙ Үҙенән һораусыларға уғата Изге Рух бирәсәк.
[14] Ғайса телһеҙ берәүҙең эсенән енде ҡыуып сығарған. Ен сыҡҡандан һуң, был кеше һөйләшә башлаған. Халыҡ быға хайран ҡалған.
[15] Уларҙың ҡайһы берҙәре: – Ул ендәрҙе ендәр башлығы Веельзевулдың көсө менән ҡыуып сығара, – тигән.
[16] Ә бәғзеләре, Ғайсаны һынап ҡарарға теләп, Уның күктән илаһи билдә күрһәтеүен талап иткән.
[17] Әммә Ғайса, уларҙың уйҙарын белеп, халыҡҡа былай тигән: – Халҡы үҙ-үҙенә ҡаршы һуғышҡан батшалыҡ тар-мар ителер, кешеләре бер-береһенә ҡаршы торған һәр ғаилә тарҡалыр.
[18] Иблис Иблисте ҡыуып сығарып, үҙ-үҙенә ҡаршы һөжүмгә барһа, уның батшалығы нисек имен тороп ҡала алыр? Ә һеҙ миңә: «Ендәрҙе Веельзевул көсө менән ҡыуып сығараһың», – тиһегеҙ!
[19] Әгәр Мин ендәрҙе Веельзевул көсө менән ҡыуып сығарам икән, һеҙҙең кешеләрегеҙ кемдең көсө менән ҡыуып сығара һуң? Шунлыҡтан, хаҡлы булмауығыҙҙы улар үҙҙәре күрһәтер.
[20] Ә инде Мин ендәрҙе Алла көсө менән ҡыуып сығарам икән, тимәк, һеҙгә Алла Батшалығы килеп етте.
[21] Көслө кеше үҙ өйөн ҡорал менән һаҡлаған саҡта уның милке хәүефһеҙлектә булыр.
[22] Ә инде көслөрәк берәү һөжүм итеп был кешене еңә ҡалһа, уның таянысы булған бөтөн ҡоралын тартып алыр, табышын бүлгеләр.
[23] Кем Минең менән түгел, шул Миңә ҡаршы. Кем Минең менән бергә йыймай, шул таратып ташлай.
[24] – Шаҡшы рух, кешенең эсенән сыҡҡандан һуң, һыуһыҙ ерҙәрҙә үҙенә һыйыныр урын эҙләп йөрөй, ләкин таба алмай. «Элекке өйөмә әйләнеп ҡайтайым әле», – тип уйлай ул.
[25] Кире ҡайтҡас, ул уны һеперелгән һәм йыйыштырылған хәлдә таба.
[26] Бынан һуң ул үҙенән дә яуызыраҡ ете рухты эйәртеп ҡайта һәм улар шунда йәшәй башлай. Ахырҙа был кешенең хәле баштағыға ҡарағанда ла нығыраҡ насарая.
[27] Ғайса быны һөйләгән саҡта халыҡ араһынан бер ҡатын тороп: – Һине ҡарынында йөрөткән һәм имеҙгән әсәйең бәхетле! – тип ҡысҡырған.
[28] Ә Ғайса уға: – Дөрөҫөрәге, Алла һүҙен тыңлаған һәм үтәгән кешеләр бәхетле, – тигән.
[29] Ғайса тирәһенә кешеләр тағы күберәк йыйылғас, Ул һөйләй башлаған: – Был замандың кешеләре – яуыз, улар илаһи билдә талап итә, әммә уларға Юныс пәйғәмбәр билдәһенән башҡа билдә бирелмәйәсәк.
[30] Юныс Ниневия кешеләренә илаһи билдә булған кеүек, Әҙәм Улы ла был заман кешеләре өсөн илаһи билдә булыр.
[31] Ҡиәмәт көнөндә көньяҡ батшабикәһе лә, ошо быуын кешеләре менән бер рәттән тороп, уларҙы хөкөм итәсәк, сөнки ул Сөләймән батшаның аҡыллы һүҙҙәрен тыңлар өсөн ер сигенән килгән булған. Ә Алдығыҙҙағы – Сөләймәндән бөйөгөрәк.
[32] Ниневия кешеләре ҡиәмәт көнөндә был заман кешеләре менән бер рәттән тороп, уларҙы хөкөм итәсәк, сөнки Ниневия кешеләре Юныс пәйғәмбәрҙең вәғәзен тыңлап, тәүбәгә килгән. Ә Алдығыҙҙағы – Юныстан бөйөгөрәк.
[33] Бер кем дә шәм тоҡандырып, уны йәшерен урынға ҡуймай, ә өйгә килеп инеүселәр яҡтылыҡты күрһен өсөн, шәмдәлгә ултырта.
[34] Тәндең яҡтыртҡысы – һинең күҙең. Күҙең һау булғанда бөтә тәнең нурлы була, ә инде күҙең насар булғанда тәнең дә ҡараңғы була.
[35] Шуға күрә һаҡ бул: эсеңдәге яҡтылыҡ ҡараңғылыҡҡа әйләнмәһен.
[36] Ә инде бөтә тәнең нурлы һәм унда бер генә ҡараңғы урын да юҡ икән, яҡтыртҡыс балҡыуы һине яҡтыртҡан кеүек, тәнең дә яҡты булыр.
[37] Ғайса һүҙен тамамлағандан һуң, фарисейҙарҙың берәүһе Уны ашҡа саҡырған. Ғайса, килгәс, табын артына ултырған.
[38] Фарисей, Уның ашар алдынан йола буйынса тейешлесә ҡулдарын йыумауын күреп, ғәжәпкә ҡалған.
[39] Әммә Раббы Ғайса уға былай тигән: – Һеҙ, фарисейҙар, кәсәнең һәм табаҡтың тышын таҙартаһығыҙ, ә үҙегеҙҙең эсегеҙ ҡомһоҙлоҡ һәм яуызлыҡ менән тулы.
[40] Аңһыҙҙар! Тышҡы яҡты бар иткән Алла эске яҡты ла бар иткән түгелме һуң?
[41] Һауыт-һабаларығыҙҙағы бар нәмәне фәҡирҙәргә өләшегеҙ, шул саҡта бөтә нәмә һеҙҙең өсөн таҙа булыр.
[42] Ҡайғы һеҙгә, фарисейҙар! Һеҙ бөтнөктөң, рутаның һәм бөтөн баҡса йәшелсәһенең ундан бер өлөшөн бирәһегеҙ, ә ғәҙеллеккә, Алланы яратыуға иғтибар итмәйһегеҙ. Быларҙы үтәргә һәм бүтән талаптарҙы ла ситтә ҡалдырмаҫҡа кәрәк ине.
[43] Ҡайғы һеҙгә, фарисейҙар! Һеҙ ғибәҙәтханаларҙа алғы урындарҙа ултырырға һәм баҙар майҙандарында үҙегеҙҙе ололап сәләмләгәндәрен яратаһығыҙ.
[44] Ҡайғы һеҙгә! Һеҙ билдәләнмәгән ҡәбер һымаҡ: кешеләр унда ҡәбер икәнен белмәйенсә, уларҙың өҫтөнән тапап йөрөй.
[45] Ғайсаның был һүҙҙәренә ҡарата ҡанун белгестәренең берәүһе: – Остаз! Был һүҙҙәрең менән Һин беҙҙе рәнйетәһең, – тип әйткән.
[46] Ғайса былай тигән: – Һеҙгә лә, ҡанун белгестәре, ҡайғы! Һеҙ кеше елкәһенә күтәргеһеҙ ауыр йөктәр һалаһығыҙ, ә үҙегеҙ ул йөктәргә бармаҡ менән дә ҡағылмайһығыҙ.
[47] Ҡайғы һеҙгә! Һеҙ пәйғәмбәрҙәр ҡәберенә һәйкәлдәр төҙөйһөгөҙ, ә уларҙы ата-бабаларығыҙ үлтергән бит!
[48] Бының менән һеҙ ата-бабаларығыҙ ҡылған эштәр менән риза булыуығыҙҙы күрһәтәһегеҙ, сөнки улар пәйғәмбәрҙәрҙе үлтергән, ә һеҙ уларға ҡәбер һәйкәлдәре төҙөйһөгөҙ.
[49] Шуның өсөн Алла зирәклеге былай тигән: «Мин уларға пәйғәмбәрҙәр һәм илселәр ебәрәм, уларҙың ҡайһы берҙәрен үлтерерҙәр, ә ҡайһыларын эҙәрлекләрҙәр».
[50] Шуға күрә, донъя яратылғандан алып, бөтөн пәйғәмбәрҙәрҙең түгелгән ҡаны өсөн ошо быуын кешеләре яуап тотасаҡ,
[51] Һабил ҡанынан алып ҡорбан килтереү урыны менән Изге йорт араһында үлтерелгән Зәкәриә ҡанына тиклем. Эйе, һеҙгә әйтәм: ошо быуын кешеләре быларҙың бөтәһе өсөн дә яуап тотасаҡ.
[52] Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре! Һеҙ белем асҡысын үҙ ҡулығыҙға алдығыҙ: үҙегеҙ ҙә инмәнегеҙ, инергә теләгәндәргә лә ҡамасауланығыҙ.
[53] Ғайса фарисейҙың өйөнән сыҡҡас, ҡанун белгестәре менән фарисейҙар Уны тәнҡитләп, күп һорауҙарға яуап бирергә мәжбүр итә башлаған.
[54] Улар Ғайсаға тоҙаҡ ҡороп, Уның һүҙҙәренән ғәйеп табырға тырышҡан.