Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 10:06

[1] Ғайса ун ике шәкертен саҡырып алып, уларға бөтә ендәрҙе ҡыуып сығарырлыҡ, ауырыуҙарҙы дауаларлыҡ ҡеүәт һәм вәкәләт биреп,

[2] Алла Батшалығы хаҡында вәғәз һөйләргә һәм ауырыу кешеләрҙе һауыҡтырырға оҙатҡан.

[3] Ул шәкерттәренә: – Сәфәргә үҙегеҙ менән бер ни ҙә: юл таяғы ла, биштәр ҙә, икмәк тә, аҡса ла, алмаш күлдәк тә алмағыҙ, – тигән. –

[4] Ниндәй өйгә инһәгеҙ ҙә, ул ерҙән киткәнгә тиклем шунда ҡалығыҙ.

[5] Әгәр ҡабул итмәһәләр, был ҡаланан киткән саҡта, уларға ҡаршы шаһитлыҡ билдәһе итеп, аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ.

[6] Шәкерттәр юлға сыҡҡан, һәр ерҙә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, ауырыуҙарҙы һауыҡтырып, ауылдан-ауылға йөрөгән.

[7] Өлкә идарасыһы Ирод, быларҙың барыһы тураһында ишетеп, аптырашта ҡалған. Сөнки ҡайһы берәүҙәр: «Яхъя үленән терелеп торған»,

[8] икенселәре: «Ильяс ергә ҡайтҡан», башҡалары иһә: «Боронғо пәйғәмбәрҙәрҙең береһе терелгән», – тип һөйләгән.

[9] Ә Ирод: – Яхъяның башын мин үҙем киҫтергәйнем, шулай булғас, Уның тураһында бындай хәбәрҙәр ишетергә тура килгән был Кеше кем һуң? – тип һораған. Ирод Уны күрергә теләгән.

[10] Илселәр, әйләнеп ҡайтҡас, үҙҙәренең ҡылған эштәре тураһында Ғайсаға һөйләп биргән. Ғайса уларҙы Үҙе менән Вифсаида тигән ҡала эргәһендәге аулаҡ урынға алып киткән.

[11] Ләкин халыҡ, Уның ҡайҙа киткәнен белеп, артынан эйәргән. Ғайса халыҡты ҡабул итеп, уларға Алла Батшалығы тураһында һөйләгән һәм һауығыуға мохтаждарҙы һауыҡтырған.

[12] Көн кискә ауышҡанда ун ике шәкерт Уның янына килгән: – Халыҡты ебәр, эргә-тирәләге ауылдарға, утарҙарға барып үҙҙәренә йоҡларға урын тапһындар һәм ашау яғын хәстәрләһендәр. Бында бит кеше йөрөмәй торған урын.

[13] – Һеҙ уларҙы үҙегеҙ ашатығыҙ, – тигән Ғайса. – Беҙҙең биш икмәк менән ике балыҡтан башҡа бер нәмәбеҙ ҙә юҡ. Бындағы кешеләрҙең бөтәһе өсөн дә ризыҡты беҙ һатып алайыҡмы ни? – тип һораған шәкерттәр.

[14] Унда биш мең самаһы ир булған. Ғайса шәкерттәренә: – Уларҙы иллешәр-иллешәргә бүлеп, төркөмләп ултыртығыҙ, – тигән.

[15] Шәкерттәр шулай эшләгән, бөтәһен дә ултыртып сыҡҡан.

[16] Ғайса биш икмәкте һәм ике балыҡты алған да күккә ҡарап улар өсөн шөкөрана ҡылған, унан икмәк менән балыҡтарҙы бүлгеләп, халыҡҡа өләшер өсөн шәкерттәренә биргән.

[17] Бөтәһе лә туйғансы ашаған. Ҡалған һыныҡтарҙан тулы ун ике кәрзин йыйып алғандар.

[18] Бер ваҡыт, Ғайса аулаҡ ҡалып доға ҡылғанда, Уның янында шәкерттәре генә булған. Ғайса уларҙан: – Халыҡ Мине кем тип иҫәпләй? – тип һораған.

[19] – Берәүҙәр Һине Сумдырыусы Яхъя ти, икенселәре – Ильяс, ә ҡайһылары боронғо пәйғәмбәрҙәрҙең береһе терелеп торған тип уйлай, – тип яуап биргәндәр Уға.

[20] – Ә һеҙ Мине кем тип иҫәпләйһегеҙ? – тип һораған Ул шәкерттәренән. – Һин – Алла Мәсихе, – тип яуаплаған Петр.

[21] Ғайса ҡәтғи рәүештә быны бер кемгә лә һөйләмәҫкә ҡушҡан.

[22] – Әҙәм Улы күп ғазаптар кисерергә, аҡһаҡалдар, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре тарафынан кире ҡағылырға һәм үлтерелергә тейеш, әммә өсөнсө көндә Ул терелеп торасаҡ, – тигән Ғайса.

[23] Барыһына ла мөрәжәғәт итеп йәнә былай тигән: – Кем Минең артымдан барырға теләй, шул үҙ-үҙенән ваз кисһен һәм, арҡысағын алып, көн һайын Миңә эйәрһен.

[24] Сөнки кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға теләй, уны юғалтыр; ә кем үҙенең йәнен Минең хаҡҡа юғалта, уны һаҡлап ҡалыр.

[25] Әгәр кеше бөтә донъяға эйә булып, үҙен юғалтһа йәки үҙен һәләк итһә, бынан уға ни файҙа?

[26] Кем Минән һәм Минең һүҙҙәремдән ғәрләнә, Үҙенең, Атаның һәм изге фәрештәләрҙең балҡыуында килгән саҡта Әҙәм Улы ла унан ғәрләнер.

[27] Һеҙгә дөрөҫөн әйтәм: бында баҫып тороусыларҙың ҡайһы берҙәре, Алла Батшалығын күргәнгә тиклем, үлем татымаясаҡ.

[28] Ошо һүҙҙәрҙән һуң яҡынса һигеҙ көн үткәс, Ғайса Петрҙы, Яхъяны һәм Яҡубты Үҙе менән алып, доға ҡылыу өсөн тауға менгән.

[29] Доға ҡылған саҡта Ғайсаның йөҙ-ҡиәфәте үҙгәреп киткән, кейеме ялтырап торған аҡ төҫкә ингән.

[30] Ҡапыл күк балҡышында ике кеше пәйҙә булып, Уның менән һөйләшә башлаған. Был кешеләр Муса менән Ильяс пәйғәмбәрҙәр булған. Улар Иерусалимда ғәмәлгә ашырылырға тейеш булған Ғайсаның донъянан китеүе тураһында һөйләшкәндәр.

[32] Петрҙы һәм уның менән бергә булған башҡа шәкерттәрҙе йоҡо баҫҡан. Улар, уянғас, Ғайсаны балҡып торған шөһрәтендә һәм Уның эргәһендә ике ир кешене күргәндәр.

[33] Был кешеләр Ғайса эргәһенән киткән саҡта Петр: – Остаз, беҙҙең бында булыуыбыҙ ҡайһылай яҡшы! Өс сатыр ҡорайыҡ: береһен Һиңә, береһен Мусаға, береһен Ильясҡа, – тигән, ни әйткәнен дә белмәйенсә.

[34] Петр был һүҙҙәрҙе әйткән саҡта болот килеп сығып, күләгәһе менән уларҙы ҡаплап алған. Болот эсендә ҡалғас, шәкерттәр ҡурҡып киткән.

[35] Болот эсенән иһә: – Был Минең Улым, һайлап алған Улым, Уны тыңлағыҙ! – тигән тауыш ишетелгән.

[36] Был тауыш яңғырағас, Ғайса яңғыҙы ҡалған. Шәкерттәр бер ни ҙә өндәшмәгән һәм ул көндәрҙә нимә күргәндәрен бер кемгә лә һөйләмәгәндәр.

[37] Икенсе көн, улар тауҙан төшкәс, Ғайсаны күп халыҡ ҡаршылаған.

[38] Шул саҡ халыҡ араһынан берәү: – Остаз, үтенәм, улымды килеп ҡара! Ул минең берҙән-бер улым, – тип ҡысҡырған. –

[39] Шаҡшы рух уны баҫып ала ла, бала ҡапыл ҡысҡыра башлай, тәне тартыша, ауыҙынан күбектәр килеп сыға. Шаҡшы рух, уны ныҡ итеп интектергәндән һуң, көскә китә.

[40] Шәкерттәреңдән уны ҡыуып сығарыуҙарын үтенгәйнем, булдыра алманылар.

[41] – Эй, иманһыҙ һәм боҙоҡ быуын! Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға һәм күпме түҙергә? Улыңды бында алып кил.

[42] Етеп килгән мәлдәрендә ен малайҙы ергә атып бәргән дә, баланың тәне ҡороша башлаған. Ғайса иһә шаҡшы рухҡа тыйылырға бойорған һәм, малайҙы һауыҡтырып, атаһына тапшырған.

[43] Алланың бөйөклөгөн күреп, барыһы ла хайран ҡалған. Халыҡ Ғайса ҡылған эштәргә ғәжәпләнеп торған арала, Ул Үҙенең шәкерттәренә:

[44] – Ошо һүҙҙәрҙе хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ: Әҙәм Улы кешеләр ҡулына тотоп биреләсәк, – тигән.

[45] Әммә Уны аңламағандар. Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһе уларҙан йәшерелгән булған, шуның өсөн дә төшөнмәгәндәр. Ә Ғайсанан һорарға ҡурҡҡандар.

[46] Шәкерттәр үҙҙәренең араһында кемеһенең иң бөйөгө булыуы тураһында бәхәсләшә башлаған.

[47] Ғайса, уларҙың уйын белеп, бер баланы Үҙенең эргәһенә баҫтырған да:

[48] – Был баланы Минең хаҡыма ҡабул иткән кеше Мине ҡабул итә, ә Мине ҡабул иткән кеше Мине Ебәреүсене ҡабул итә. Арағыҙҙағы иң түбәне – иң бөйөгө, – тигән.

[49] Яхъя: – Остаз, беҙ бер кешенең Һинең исемең менән ендәрҙе ҡыуып сығарғанын күрҙек. Беҙҙең менән бергә йөрөмәгәнгә, беҙ уны тыйҙыҡ, – тип әйткән.

[50] – Тыймағыҙ, сөнки кем һеҙгә ҡаршы түгел, шул һеҙҙең яҡлы, – тигән уға Ғайса.

[51] Был донъянан китеп, күккә алыныр ваҡыты яҡынайғас, Ғайса тәүәккәлләп Иерусалимға киткән.

[52] Ул Үҙенең алдынан хәбәрселәр ебәргән. Улар, Ғайса килеүгә бар нәмәне әҙерләп ҡуйыр өсөн юлға сығып, Самария ерендәге бер ауылға килгән.

[53] Әммә, Иерусалимға юл тотҡанлыҡтан, бында Ғайсаны ҡабул итмәгәндәр.

[54] Был хәлде күреп, шәкерттәре Яҡуб менән Яхъя: – Хужабыҙ! Күктән ут төшөп, уларҙы юҡҡа сығарһын, тип бойороуыбыҙҙы теләйһеңме? – тигәндәр.

[55] Ләкин Ғайса, әйләнеп, уларҙы тыйған.

[56] Улар икенсе ауылға юл тотҡан.

[57] Юлда барғанда кемдер берәү Ғайсаға: – Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, мин Һинең артыңдан барырмын, – тип өндәшкән.

[58] – Төлкөләрҙең өңдәре, ҡоштарҙың оялары бар, ә Әҙәм Улының башын терәр урыны ла юҡ, – тип яуап биргән Ғайса.

[59] Ә икенсеһенә: – Миңә эйәр! – тигән. Уныһы: – Әфәндем! Өйөмә ҡайтып, тәүҙә атайымды ерләп килергә рөхсәт ит, – тип һораған.

[60] Әммә Ғайса уға: – Үлеләр үҙ үлеләрен үҙҙәре ерләһен, ә һин бар, Алла Батшалығы тураһындағы Хәбәрҙе иғлан ит, – тип әйткән.

[61] Тағы берәүһе: – Мин Һинең менән барам, Әфәндем! Ләкин тәүҙә өйҙәгеләр менән хушлашып килергә рөхсәт ит, – тип үтенгән.

[62] Ләкин Ғайса уға: – Ер һөрөргә тип һуҡаға тотонғас, артына боролоп ҡараған кеше Алла батшалығы өсөн яраҡлы түгел, – тигән.

Лука — Chapters