Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 5:04

[1] Ғайса Үҙенең шәкерттәренә былай тип һөйләгән: – Кешеләрҙе гонаһҡа этәреүсе ҡотҡо ҡотолғоһоҙ, әммә был ҡотҡоноң сәбәпсеһенә – ҡайғы.

[2] Бынау түбән заттарҙың берәйһен дөрөҫ юлдан яҙҙырған кешене муйынына тирмән ташы аҫып диңгеҙгә ташлаһалар, уның өсөн хәйерлерәк булыр ине.

[3] Нимә ҡылыуығыҙға ҡарата иғтибарлы булығыҙ. Яҡының һиңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, уны шелтәлә, ә инде тәүбәгә килһә, ғәфү ит.

[4] Көнөнә ете тапҡыр һиңә ҡаршы гонаһ ҡылып һәм ете тапҡыр яныңа килеп: «Ҡылғаныма үкенәм!» – тиһә, уны ғәфү ит.

[5] Илселәр Раббы Ғайсаға: – Иманыбыҙҙы арттыр, – тигәндәр.

[6] Раббы былай тигән: – Әгәр һеҙҙең горчица орлоғо хәтлем генә иманығыҙ булып, ошо тут ағасына: «Тамырың менән ҡуптарылып сыҡ та, үҙеңде диңгеҙгә күсереп ултырт», – тиһәгеҙ, ул шулай эшләр ине.

[7] Ер һөрөп йәки көтөү көтөп ҡырҙан ҡайтҡан хеҙмәтсеһенә ҡайһынығыҙ: «Әйҙә, тиҙерәк өҫтәл янына ултыр», – тип әйтер икән?

[8] Киреһенсә, уға: «Ең һыҙғанып киске аш әҙерлә, ашап-эскән ваҡытымда миңә хеҙмәт күрһәтеп тор, шунан һуң ғына үҙең ашап-эсерһең», – тип әйтмәҫһегеҙме?

[9] Ҡушҡандарҙы үтәгәне өсөн хеҙмәтсегеҙгә рәхмәт әйтерһегеҙме икән?

[10] Шулай итеп, һеҙ ҙә ҡушылғандарҙың барыһы ла үтәлгәндән һуң: «Беҙ бары тик хеҙмәтселәр генә, нимә эшләргә тейеш булһаҡ, шуны эшләнек», – тип әйтегеҙ.

[11] Ғайса, Иерусалимға барышлай, Самария һәм Галилея араһындағы ерҙәр аша үткән.

[12] Бер ауылға ингәндә, Уны махау сирле ун кеше ҡаршылаған. Улар алыҫта уҡ туҡтап,

[13] көслө тауыш менән: – Ғайса Остаз! Беҙгә мәрхәмәтле булсы! – тип ҡысҡырған.

[14] Ғайса уларҙы күргәс: – Барығыҙ, руханиҙарға күренегеҙ, – тигән. Махау сирлеләр унда барышлай уҡ таҙарынған.

[15] Уларҙың береһе, һауыҡҡанын тойғас та, кире ҡайтып, ҡысҡырып Алланы данлаған,

[16] Ғайсаның аяҡтарына йығылып Уға рәхмәт әйткән. Был – Самария кешеһе булған.

[17] Шул саҡ Ғайса: – Ун кеше таҙарынғайнығыҙ түгелме һуң? Туғыҙығыҙ ҡайҙа?

[18] Сит халыҡтан булған был кешенән башҡалары, Аллаға рәхмәт белдереү өсөн, кире килмәнеме ни? – тип һораған.

[19] Ә теге кешегә: – Тор, юлыңда бул, һине ышаныуың һауыҡтырҙы, – тигән.

[20] Фарисейҙар Ғайсанан Алла Батшалығының ҡасан килеүе тураһында һораған. – Алла Батшалығы күҙгә күренеп килмәҫ, – тип яуап биргән Ғайса. –

[21] «Бына, бында Ул», йәки: «Ана, тегендә», – тип тә әйтмәҫтәр. Алла Батшалығы – һеҙҙең арағыҙҙа.

[22] Ғайса шәкерттәренә былай тигән: – Әҙәм Улы көндәренең береһен генә булһа ла күргегеҙ килгән ваҡыт етер, әммә күрә алмаҫһығыҙ.

[23] Һеҙгә: «Ул бына бында», йәки: «Ул тегендә», – тип әйтерҙәр – бармағыҙ ҙа, улар артынан йөрөмәгеҙ ҙә.

[24] Йәшен йәшнәп, күктең бер ситенән икенсе ситенә саҡлы ут ялтырап киткән кеүек, Әҙәм Улы Үҙенең көнөндә шулай булыр.

[25] Әммә тәүҙә Уға күп ғазаптар кисерергә һәм ошо быуын кешеләре тарафынан кире ҡағылырға тура килер.

[26] Нух көндәрендә нисек булһа, Әҙәм Улы килгән көндәрҙә лә шулай буласаҡ.

[27] Нух кәмәгә ингән көнгә тиклем кешеләр ашаған, эскән, өйләнгән, кейәүгә сыҡҡан. Шунан һуң туфан ҡалҡып, барыһын да һәләк иткән.

[28] Лот көндәрендә лә шулай булған: кешеләр ашаған, эскән, һатып алған һәм һатып ебәргән, сәскән, төҙөгән.

[29] Әммә Лот Содом ҡалаһынан сыҡҡан көндә күктән ут менән көкөрт ямғыры яуған һәм барыһын да һәләк иткән.

[30] Әҙәм Улы килеп күренгән көндә лә шулай буласаҡ.

[31] Ул көндө үҙе өй ҡыйығында булып, әйберҙәре аҫта ҡалған кеше уларҙы алырға тип төшмәһен, шулай уҡ кем баҫыуҙа булһа, өйөнә ҡайтмаһын.

[32] Лоттың ҡатынын иҫегеҙҙә тотоғоҙ.

[33] Кем үҙенең йәнен һаҡлап ҡалырға тырыша, ул уны юғалтыр; ә кем йәнен юғалта, уны һаҡлап алып ҡалыр.

[34] Һеҙгә әйтәм: ул төндә бер түшәктә ятҡан ике кешенең береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр.

[35] Бергә ашлыҡ тартыусы ике ҡатындың береһе алыныр, икенсеһе ҡалдырылыр.

[37] Ғайсаның был һүҙҙәренән һуң шәкерттәре: – Хужабыҙ, был хәл ҡайҙа булыр? – тип һораған. – Мәйет ҡайҙа булһа, ҡоҙғондар шунда йыйылыр, – тигән Ғайса.

Лука — Chapters