[1] Бер көндө, Ғайса халыҡты Алла Йортонда өйрәтеп, Һөйөнөслө Хәбәр иғлан иткәндә, Уның эргәһенә аҡһаҡалдар менән баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре килгән.
[2] Улар Ғайсанан: – Әйт әле, быларҙы эшләргә Һинең ни хаҡың бар? Был вәкәләтте Һиңә кем бирҙе? – тип һораған.
[3] – Мин дә һеҙгә бер һорау бирәм, – тигән Ғайса уларға. – Әйтегеҙ әле Миңә:
[4] Яхъяның һыуға сумдырыуы күктән инеме, әллә кешеләрҙәнме?
[5] Тегеләр иһә үҙ-ара фекер алышҡан: – Әгәр: «Күктән», – тиһәк, Ул: «Ниңә һуң һеҙ уға ышанманығыҙ?» – тип һораясаҡ.
[6] Ә инде: «Кешеләрҙән», – тиһәк, бөтә халыҡ беҙҙе таш менән бәргесләр, сөнки барыһы ла Яхъяның пәйғәмбәр булыуына ышана.
[7] Ахырҙа: – Ҡайҙан икәнен белмәйбеҙ, – тип яуап ҡайтарғандар.
[8] – Улай булғас, Мин дә һеҙгә быларҙы ниндәй вәкәләт менән башҡарыуымды әйтмәйем, – тигән Ғайса.
[9] Ғайса халыҡҡа ошондай ҡисса һөйләгән: – Бер кеше йөҙөм баҡсаһы ултыртҡан һәм уны йөҙөм үҫтереүселәргә ҡуртымға биреп, оҙаҡ ваҡытҡа сит яҡҡа китеп барған.
[10] Емеш йыйыр мәл еткәс, уңышынан үҙ өлөшөн алдырырға хеҙмәтсеһен ебәргән. Ә йөҙөм үҫтереүселәр хеҙмәтсене туҡмап, буш ҡул ҡайтарған.
[11] Хужа икенсе хеҙмәтсеһен ебәргән, әммә улар быныһын да туҡмап, мыҫҡыл итеп, бер нәмәһеҙ кире ҡыуғандар.
[12] Хужа өсөнсө хеҙмәтсеһен ебәргән – уныһын да яралап, ҡыуып ҡайтарғандар.
[13] Йөҙөм баҡсаһының хужаһы: «Нимә эшләйем икән? Ғәзиз улымды ебәрәйем әле, бәлки, уға хөрмәт күрһәтерҙәр», – тип уйлаған.
[14] Әммә йөҙөм үҫтереүселәр, уның улын күргәс, үҙ-ара: «Был – вариҫ. Әйҙәгеҙ, уны үлтерәйек һәм уға ҡала торған мираҫ беҙҙеке булыр», – тип һөйләшкәндәр.
[15] Улар уны йөҙөм баҡсаһынан алып сығып үлтергән. Инде баҡса хужаһы уларҙы ни эшләтер?
[16] Ул килеп йөҙөм үҫтереүселәрҙе үлтерер ҙә баҡсаны башҡаларға бирер. Был һүҙҙәрҙе тыңлаусылар: – Улай булып ҡуймаһын инде! – тип һөйләшкәндәр.
[17] Ғайса иһә, уларға ҡарап алғас, былай тигән: – Төҙөүселәр, яраҡһыҙ, тип кире ҡаҡҡан таш иң мөһим мөйөш ташы булды, – тип Изге Яҙмала яҙылған һүҙҙәр нимә аңлата һуң?
[18] Был таш өҫтөнә йығылған һәр кем селпәрәмә киләсәк, ә инде таш кемдең өҫтөнә төшә, шуны иҙәсәк.
[19] Баш руханиҙар менән ҡанун белгестәре Ғайса һөйләгән ҡиссаның үҙҙәре тураһында икәнен аңлап, шунда уҡ Уны ҡулға алырға теләгән, әммә баҙнат итмәгән, сөнки халыҡтан ҡурҡҡан.
[20] Улар Ғайса артынан ныҡлап күҙәтергә үҙ кешеләрен ебәргән. Былары иһә, үҙҙәрен тәҡүә кеше итеп күрһәткән булып, Ғайсанан бәйләнерлек һүҙ әйттереп, хөкөм итеү өсөн идарасы ҡулына тотоп бирергә ниәтләгәндәр.
[21] – Остаз, беҙ Һинең хаҡ һүҙ һөйләүеңде һәм өйрәтеүеңде беләбеҙ. Кешеләрҙе айырмай ҡарайһың һәм, дөрөҫлөктән ситкә тайпылмайынса, Алла юлына өйрәтәһең.
[22] Әйтсе, ҡайсарға һалым түләргә рөхсәт ителәме, әллә юҡмы? – тип һорағандар Ғайсанан.
[23] Ғайса иһә, быларҙың мәкерле ниәттәрен аңлап:
[24] – Бер динар күрһәтегеҙ әле Миңә. Бында кемдең һүрәте төшөрөлгән һәм кемдең исеме яҙылған? – тип һораған. – Ҡайсарҙыҡы, – тип яуап биргән тегеләр.
[25] Ғайса уларға: – Шулай булғас, ҡайсарҙыҡын – ҡайсарға, Алланыҡын – Аллаға бирегеҙ, – тигән.
[26] Тегеләр, Ғайсаның халыҡ алдында һөйләгән һүҙҙәренә бәйләнерлек урын тапмайынса һәм, Уның яуабына хайран ҡалып, бер ни өндәшә алмаған.
[27] Ғайса эргәһенә бер нисә саддукей килгән. Улар үленән терелеүҙе инҡар иткән һәм Ғайсаға шундай һорау биргән:
[28] – Остаз, Муса беҙгә ҡанунда: «Әгәр ҙә кемдеңдер өйләнгән туғаны балаһы булмайынса үлеп китһә, ул тол ҡалған ҡатынға өйләнһен һәм үлгән туғанының нәҫелен дауам итһен», – тип яҙып ҡалдырған.
[29] Ете бер туған була. Беренсеһе, өйләнгәс, балаһы булмайынса үлеп китә.
[30] Уның ҡатынына икенсеһе лә,
[31] өсөнсөһө лә, ҡалғандары ла өйләнә, әммә ете туғандың береһе лә бала ҡалдырмай үлеп ҡала.
[32] Аҙаҡ ҡатын да вафат була.
[33] Шулай булғас, үлеләр терелгән ваҡытта ул ҡайһыныһының ҡатыны буласаҡ? Етеһе лә уның ире булған бит!
[34] Ғайса уларға былай тип яуаплаған: – Был донъя кешеләре өйләнә лә, кейәүгә лә сыға.
[35] Ә үленән терелергә һәм киләсәк донъяла йәшәргә лайыҡлы иҫәпләнгәндәр өйләнмәҫ тә, кейәүгә лә сыҡмаҫ.
[36] Улар үлә алмай, сөнки фәрештә кеүек буласаҡтар һәм, үленән терелеп торғанға күрә, Алла балалары буласаҡтар.
[37] Ә үленән терелеүҙе Муса инде күрһәткән. Янып торған күгән ҡыуағы тураһындағы хикәйәлә ул Раббыны Ибраһим Аллаһы тип тә, Исхаҡ Аллаһы һәм Яҡуб Аллаһы тип тә атаған.
[38] Алла – үлеләр Аллаһы түгел, ә тереләрҙеке. Алла өсөн бөтөнөһө лә тере.
[39] Был яуапҡа ҡарата ҡанун белгестәренең ҡайһы берҙәре: – Остаз, Һин яҡшы әйттең, – тигән.
[40] Бынан һуң бер кем дә Ғайсаға бер нәмә тураһында ла һорау бирергә баҙнат итмәгән.
[41] Ғайса иһә уларға: – Мәсихте Дауыт Тоҡомо тип нисек әйтә алалар?
[42] Дауыт үҙе үк Зәбур китабында: «Раббы-Аллам Хужама әйтте: „Мин дошмандарыңды аяҡтарың аҫтына баҫҡыс итеп һалғанға тиклем, уң яғымда ултыр“».
[44] Дауыт Мәсихте Хужам тип исемләй. Шулай булғас, Мәсих нисек итеп Дауыт Тоҡомо була ала?
[45] Бөтә халыҡ тыңлап торған саҡта Ғайса Үҙенең шәкерттәренә былай тигән:
[46] – Ҡанун белгестәренән һаҡ булығыҙ! Улар оҙон кейемдәр кейеп йөрөй, баҙар майҙандарында үҙҙәрен ололап сәләмләгәндәрен, ғибәҙәтханаларҙа алғы урындарҙа һәм мәжлестәрҙә иң түрҙә ултырырға ярата.
[47] Улар тол ҡатындарҙың мөлкәтен үҙҙәренә ала, кешеләр күрһен өсөн оҙаҡ итеп доға ҡыла. Ундайҙар тағы ла ҡатыраҡ хөкөм ителәсәк.