Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 10:17

[1] Ҡотҡарылыу байрамы тип тә аталған Сөсө күмәс байрамы яҡынлашҡан.

[2] Баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре, халыҡтан ҡурҡҡанға, Ғайсанан ҡотолоу өсөн уңайлы әмәл эҙләгән.

[3] Шул ваҡытта ун ике шәкерттең береһе Искариот ҡушаматлы Йәһүҙәнең эсенә Иблис ингән.

[4] Йәһүҙә, баш руханиҙар һәм Алла Йортон һаҡлаусылар башлыҡтары эргәһенә барып, Ғайсаны уларҙың ҡулына тапшырыу тураһында һөйләшкән.

[5] Тегеләре ҡыуанып киткән һәм Йәһүҙәгә аҡса вәғәҙә иткән.

[6] Йәһүҙә, бының менән килешеп, Ғайса янында халыҡ булмағанда Уны тегеләрҙең ҡулына тапшырыр өсөн уңайлы мәл эҙләгән.

[7] Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсе салынырға тейеш булған Сөсө күмәс көнө килеп еткән.

[8] Ғайса Петр менән Яхъяны ҡалаға ебәреп, уларға: – Барығыҙ, беҙгә Ҡотҡарылыу байрамы ашын әҙерләгеҙ, – тигән.

[9] – Ашты ҡайҙа әҙерләүебеҙҙе теләйһең? – тип һораған улар Ғайсанан.

[10] Ғайса былай тигән: – Ҡалаға ингән саҡта һеҙгә һыулы көршәк күтәргән кеше осрар. Уның артынан барығыҙ һәм ул ингән өйгә инегеҙ.

[11] Өй хужаһына: «Остазыбыҙ һинән: „Шәкерттәрем менән Ҡотҡарылыу байрамы ашын Мин ҡайһы бүлмәлә ашармын икән?“ – тип һорарға ҡушты», – тип әйтегеҙ.

[12] Ул һеҙгә өҫкө ҡатта әҙерләнгән ҙур бүлмәне күрһәтер, ашты шунда яраштырығыҙ.

[13] Шәкерттәр киткән һәм, бөтәһен дә Ғайса әйткәнсә табып, байрам ашын әҙерләгән.

[14] Ашарға ваҡыт еткәс, Ғайса илселәре менән табын артына ултырған

[15] һәм уларға былай тигән: – Ғазап сиккәнгә тиклем ошо Ҡотҡарылыу байрамы табынында һеҙҙең менән бергә ашарға тигән теләгем бик ҙур ине.

[16] Һеҙгә әйтәм: был байрам ашы Алла батшалығында тулы мәғәнәгә эйә булғанға тиклем Мин уны ашамаясаҡмын.

[17] Ғайса ҡулына кәсә алған һәм, шөкөр иткәндән һуң, һүҙен дауам иткән: – Быны алығыҙ ҙа үҙ-ара бүлешеп эсегеҙ.

[18] Һеҙгә әйтәм: бөгөндән алып, Алла батшалығы килгәнгә тиклем, Мин йөҙөм шарабын эсмәйәсәкмен.

[19] Ғайса ҡулына икмәк алып шөкөр иткән дә, уны һындырып, шәкерттәренә өләшкән: – Был – Минең һеҙҙең өсөн ҡорбанға бирелә торған тәнем. Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ.

[20] Шулай уҡ, киске аштан һуң Ғайса кәсә алған да былай тигән: – Был кәсә – Минең һеҙҙең өсөн түгелә торған ҡаным менән раҫланған яңы килешеү.

[21] Әммә Миңә хыянат итеүсенең ҡулы Минең ҡулым менән бер өҫтәлдә ята.

[22] Әҙәм Улы алдан билдәләнгән юл менән бара, әммә Уға хыянат итәсәк кешегә ҡайғы!

[23] Шәкерттәр: – Арабыҙҙан кемебеҙ был эште ҡылыр һуң? – тип бер-береһенән һораша башлағандар.

[24] Шәкерттәр араһында ҡайһыныһының иң бөйөк булып иҫәпләнергә тейешлеге тураһында бәхәс сыҡҡан.

[25] Ғайса уларға былай тигән: – Батшалар халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ итә һәм хакимдар «яҡшылыҡ ҡылыусылар» тип атала.

[26] Һеҙҙә улай булмаһын! Киреһенсә, арағыҙҙа иң олоһо – иң кесе, ә башлыҡ – хеҙмәтсе кеүек булһын.

[27] Кем олораҡ: өҫтәл янында ултырған кешеме, әллә уға хеҙмәт итеүсеме? Өҫтәл янында ултырыусы түгелме һуң? Ә Мин һеҙҙең арала хеҙмәт итеүсе кеүек.

[28] Һеҙ Минең бар һынауҙарымда ла Минең менән бергә ҡала бирҙегеҙ

[29] һәм Мин, Атам Миңә биргән кеүек үк, һеҙгә батшалыҡ итеү хоҡуғын бирәм.

[30] Һеҙ Минең Батшалығымдағы табындан ашарһығыҙ, эсерһегеҙ һәм, тәхеттәрҙә ултырып, Израилдең ун ике ҡәбиләһен хөкөм итерһегеҙ.

[31] – Симон! Симон! Иблис һеҙҙе бойҙай иләгән кеүек иләргә рөхсәт алды.

[32] Әммә Мин, һин иманыңды юғалтмаһын тип доға ҡылдым, һәм һин, Миңә кире ҡайтҡас, имандаштарыңды ла нығыт, – тигән Раббы Ғайса Петрға.

[33] Петр Уға: – Хужам, мин төрмәгә лә, үлемгә лә Һинең менән бергә барырға әҙер, – тигән.

[34] Ғайса иһә: – Һиңә әйтәм, Петр: бөгөн әтәс ҡысҡырғанға тиклем Мине белеүеңдән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең, – тигән.

[35] Ә шәкерттәренән: – Мин һеҙҙе янсыҡһыҙ, артмаҡһыҙ, аяҡ кейемһеҙ ебәргән саҡта берәй нәмәгә мохтажлығығыҙ булдымы? – тип һораған. – Бер ниндәй ҙә мохтажлыҡ кисермәнек, – тип яуап биргән шәкерттәр.

[36] Ғайса һүҙен дауам иткән: – Ә хәҙер аҡса янсыҡтары булғандар янсығын, шулай уҡ артмағын да үҙе менән алһын, ә булмағандары өҫ кейемдәрен һатһын да ҡылыс алһын.

[37] Һеҙгә әйтәм, Изге Яҙманың: «Ул енәйәтселәргә тиң һаналды», – тип яҙылған урыны Миңә ҡарата ғәмәлгә ашырылырға тейеш. Минең хаҡта яҙылғандар үтәләсәк.

[38] – Хужабыҙ! Бында ике ҡылыс бар, – тигән шәкерттәр. Ғайса уларға: – Етер. Был турала һүҙҙе туҡтатайыҡ! – тип әйткән.

[39] Ғайса, ғәҙәте буйынса, ҡаланан Зәйтүн тауына киткән, Уның артынан шәкерттәре лә эйәргән.

[40] Унда барып еткәс, Ғайса уларға: – Ҡотортолоуға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ, – тигән.

[41] Ғайса Үҙе, уларҙан таш бәреме алыҫлығындай ситкә китеп, тубыҡланып доға ҡылған:

[42] – Атам! Әгәр теләһәң, был ғазаптар кәсәһен Минән үткәреп ебәр. Әммә был Минең ихтыярымса түгел, ә Һинең ихтыярыңса булһын!

[43] Шунда күктән Ғайса янына бер фәрештә килеп, Уға ҡеүәт өҫтәгән.

[44] Ғайса, күңеле ғазапланғанлыҡтан, айырыуса тырышып доға ҡылған, Унан аҡҡан тир ҡан тамсылары кеүек ергә тамған.

[45] Ул доға ҡылған урынынан тороп шәкерттәре янына әйләнеп килгәндә, улар ҡайғынан талсығып йоҡлаған була.

[46] – Ни эшләп йоҡлап ятаһығыҙ? Тороғоҙ ҙа, ҡотортолоуға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ! – тигән уларға Ғайса.

[47] Ғайса һүҙен әйтеп тә бөтөрмәгән, халыҡ төркөмө килеп еткән. Иң алда ун ике шәкерттең береһе, Йәһүҙә исемлеһе килгән. Ул үбергә тип Ғайсаға яҡынлаған.

[48] Ғайса иһә уға: – Йәһүҙә, Әҙәм Улына үбеүең менән хыянат итәһеңме ни? – тигән.

[49] Ғайса эргәһендәгеләр, нимә буласағын аңлап, Ғайсанан: – Хужабыҙ, ҡылыстарҙы эшкә ҡушайыҡмы әллә? – тип һорағандар.

[50] Уларҙың береһе иң баш руханиҙың хеҙмәтсеһенә һелтәнеп, уның уң ҡолағын сабып өҙгән.

[51] – Туҡтағыҙ, етте! – тигән дә Ғайса, хеҙмәтсенең яраһына ҡулы менән ҡағылып, уны һауыҡтырған.

[52] Ғайса Үҙен ҡулға алырға килгән баш руханиҙарға, Алла Йорто һаҡсылары башлыҡтарына һәм аҡһаҡалдарға: – Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыстар һәм суҡмарҙар күтәреп сыҡҡанһығыҙ? Юлбаҫармы ни Мин? – тигән. –

[53] Мин көн һайын Алла Йортонда һеҙҙең менән бергә булдым һәм һеҙ Миңә ҡул күтәрмәнегеҙ. Ә хәҙер – һеҙҙең ваҡыт, ҡараңғылыҡ хаҡимлыҡ итә.

[54] Улар, Ғайсаны тотоп, иң баш руханиҙың өйөнә алып килгән. Петр иһә, арттараҡ ҡалып, уларға эйәреп барған.

[55] Ихата уртаһында усаҡ яғылған, уны тирәләп ултырған кешеләр араһынан Петр ҙа урын алған.

[56] Бер хеҙмәтсе ҡыҙ, уның усаҡ янында ултырғанын күреп, уға текләп ҡарап: – Был да Уның менән булды! – тигән.

[57] Петр иһә ҡыҙға: – Эй, ҡыҙ кеше! Мин Уны белмәйем, – тип, Ғайсанан ваз кискән.

[58] Бер аҙҙан һуң икенсе берәү Петрҙы абайлап ҡалған: – Һин дә уларҙың береһе бит! Әммә Петр был кешегә лә: – Юҡ, – тип яуап биргән.

[59] Бер сәғәт самаһы ваҡыт үткәс, тағы берәү: – Ысынлап та, был да Уның менән ине, ул да Галилея кешеһе, – тип ныҡышып раҫлаған.

[60] Әммә Петр уға ла: – Мин һинең нимә һөйләгәнеңде аңламайым, – тигән. Тап ошо һүҙҙәрҙе әйткән саҡта әтәс ҡысҡырып ебәргән.

[61] Раббы Ғайса боролоп Петрға ҡараған һәм Петр Уның: «Бөгөн әтәс ҡысҡырғансы, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең», – тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөргән.

[62] Ул, урамға сығып, әрнеп илаған.

[63] Ғайсаны һаҡлап тороусылар уны мыҫҡыл иткән һәм туҡмаған.

[64] Күҙҙәрен ҡаплап: – Һин пәйғәмбәр бит, әйт: Һиңә кем һуҡты? – тип һорағандар.

[65] Бынан башҡа ла Уға ҡаршы күп мыҫҡыллау һүҙҙәре әйткәндәр.

[66] Таң менән халыҡ аҡһаҡалдары, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре Юғары кәңәшмә йыйылышына килгән һәм Ғайсаны йыйылыш алдына баҫтырып:

[67] – Әйт әле беҙгә: Һин Мәсихме? – тип һорағандар. Ғайса уларға: – Әгәр әйтһәм, ышанмаясаҡһығыҙ.

[68] Ә инде һеҙҙән һораһам, Миңә яуап бирмәйәсәкһегеҙ.

[69] Ошо мәлдән башлап Әҙәм Улы Ҡөҙрәтле Алланың уң яғында ултырыр, – тигән.

[70] – Улай булғас, Һин Алла Улымы? – тигән бөтәһе лә. – Һеҙ үҙегеҙ Минең Ул икәнлегемде әйтәһегеҙ, – тип яуап биргән Ғайса уларға.

[71] – Беҙгә тағы бер шаһитлыҡ нимәгә кәрәк? Быны беҙ Уның Үҙ ауыҙынан ишеттек, – тигән тегеләр.

Лука — Chapters