Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 6:44

[1] Шунан һуң Раббы Ғайса, тағы етмеш ике шәкертте һайлап алып, барырға ниәтләгән һәр ҡала һәм ауылдарға уларҙы Үҙе алдынан икешәрләп ебәргән.

[2] Шәкерттәренә Ул былай тигән: – Ура торған ашлыҡ күп, ә ураҡсылар аҙ. Шуға күрә ашлыҡтың Хужаһына ялбарығыҙ: Үҙенең уңышын урып алырға эшселәр ебәрһен.

[3] Барығыҙ! Мин һеҙҙе бүреләр араһына бәрәстәр ебәргән кеүек ебәрәм.

[4] Үҙегеҙ менән бер нәмә лә: аҡса янсығы ла, артмаҡ та, аяҡ кейеме лә алмағыҙ, юлда туҡтап берәүҙе лә сәләмләмәгеҙ.

[5] Ингән һәр өйөгөҙҙә иң тәүҙә: «Был йортҡа именлек булһын», – тип әйтегеҙ.

[6] Унда именлеккә лайыҡлы кеше йәшәһә, әйткән теләгегеҙ тормошҡа ашыр, әгәр лайыҡлы булмаһа – тормошҡа ашмаҫ.

[7] Үҙегеҙҙе ҡабул иткән өйҙә ҡалығыҙ, ни бирһәләр, шуны ашағыҙ һәм эсегеҙ, сөнки эшсе үҙенең хеҙмәтенә күрә әжерен алырға лайыҡлы. Ул төбәктә булған саҡта өйҙән-өйгә күсеп йөрөмәгеҙ.

[8] Берәй ҡалаға килгәс, унда һеҙҙе ҡабул итәләр икән, алдығыҙға ҡуйылған нәмәләрҙе ашағыҙ.

[9] Ундағы ауырыуҙарҙы һауыҡтырығыҙ һәм ҡалала йәшәүселәргә: «Һеҙгә Алла Батшалығы яҡынлашты», – тип әйтегеҙ.

[10] Әммә, берәй ҡалаға килеп, унда һеҙҙе ҡабул итмәһәләр, урамға сығып:

[11] «Ҡалағыҙҙың аяҡтарыбыҙға ҡунған туҙанын да һеҙгә ҡағып ҡалдырабыҙ. Шулай ҙа белегеҙ, Алла Батшалығы яҡынлашты», – тиерһегеҙ.

[12] Һеҙгә әйтәм: ҡиәмәт көнөндә ул ҡалаға ҡарағанда Содом ҡалаһына еңелерәк булыр.

[13] Ҡайғы һиңә, Хоразин! Ҡайғы һиңә, Вифсаида! Әгәр ҙә һеҙҙә ҡылынған мөғжизәләр Тир һәм Сидон ҡалаларында күрһәтелгән булһа, ундағы кешеләр шырт кейемдәр кейеп һәм көлгә ултырып, күптән инде тәүбә итерҙәр ине.

[14] Әммә ҡиәмәт көнөндә Тир менән Сидонға һеҙгә ҡарағанда еңелерәк булыр.

[15] Эй, Капернаум, әллә һине күккә тиклем күтәрерҙәр тип уйлайһыңмы? Юҡ, үлеләр донъяһына тиклем түбән ташланырһың!

[16] Һеҙҙе тыңлаған кеше Мине тыңлай, һеҙҙе кире ҡаҡҡан кеше Мине кире ҡаға; Мине кире ҡаҡҡан иһә Мине Ебәреүсене кире ҡаға.

[17] Етмеш ике шәкерт ҡыуана-ҡыуана Ғайса янына ҡайтҡан: – Хужабыҙ! Һинең исемең менән эш иткәндә, беҙгә хатта ендәр ҙә буйһона!

[18] – Мин Иблистең күктән йәшендәй йығылып төшкәнен күрҙем, – тип яуап биргән уларға Ғайса. –

[19] Эйе, Мин һеҙгә йыландарҙың, саяндарҙың өҫтөнә баҫыу һәм дошмандарҙың көсөн еңеп сығыу өсөн хакимлыҡ бирҙем. Һеҙгә бер ни ҙә зыян килтерә алмаҫ.

[20] Әммә шаҡшы рухтарҙың һеҙгә буйһоноуына түгел, ә исемдәрегеҙҙең күктә яҙылыуына шатланығыҙ.

[21] Ошо ваҡыт Ғайса, Изге Рух тарафынан шатлыҡ менән һуғарылып, былай тигән: – Атам, күктең һәм ерҙең Хужаһы! Быны зирәктәр һәм аҡыл эйәләренән йәшереп, сабыйҙарға асып биргәнең өсөн Һине данлайым! Эйе, Атам, шулай эшләүҙе Һин яҡшы тип таптың!

[22] Атам барыһын да Миңә тапшырҙы. Улының кем икәнен Атанан башҡа һис кем белмәй, Атаның кем икәнлеген дә Улынан һәм Улы Уның тураһында асырға теләгән кешенән башҡа һис кем белмәй.

[23] Ғайса аҙаҡ шәкерттәренең үҙҙәренә генә мөрәжәғәт иткән: – Һеҙ күргәндәрҙе күргәндәр бәхетле!

[24] Һеҙгә әйтәм: күп пәйғәмбәрҙәр һәм батшалар һеҙ күргәндәрҙе күрергә теләне, ләкин күрмәне; һеҙ ишеткәндәрҙе ишетергә теләне, ләкин ишетмәне.

[25] Бына бер ҡанун белгесе урынынан торған да, Ғайсаны һынарға теләп: – Остаз, мәңгелек тормош алыр өсөн миңә нимә эшләргә? – тигән.

[26] – Ҡанунда нимә тип яҙылған? Һин унан нимә уҡыйһың? – тип һораған унан Ғайса.

[27] – «Раббы Аллаңды бөтә йөрәгең, бөтә йәнең, бөтә көсөң һәм бөтә аҡылың менән ярат» һәм «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат», – тип яуаплаған ҡанун белгесе.

[28] – Дөрөҫ яуап бирҙең, шулай эшлә һәм йәшәрһең, – тигән Ғайса.

[29] Ҡанун белгесе, үҙен аҡларға теләп, артабан: – Ә Минең яҡыным кем? – тип һораған.

[30] Ғайса уға ҡисса менән яуап биргән: – Берәү Иерусалимдан Иерихонға китеп барғанда юлбаҫарҙар ҡулына эләккән. Улар уның кейемен һалдырып алған һәм, туҡмап, үлем хәлендә ҡалдырып киткән.

[31] Шулай тура килгән: шул уҡ юлдан бер рухани үтеп барған, әммә, әлеге кешене күргәс, уны урап үткән.

[32] Шулай уҡ бер левит та ошо ерҙән үтеп барышлай был кешене күргән, әммә ул да туҡталмаған.

[33] Бер Самария кешеһе лә уҙып барышлай был әҙәмгә тап булған; уны күреп, йәлләгән.

[34] Эргәһенә килеп, яраһын шарап менән йыуған, май һөртөп бәйләгән. Шунан һуң ишәгенә ултыртып, ҡунаҡханаға алып килгән, тәрбиәләгән.

[35] Ә икенсе көнөнә, юлға сығырға йыйынғанда, ҡунаҡхана хужаһына ике динар аҡса сығарып биргән дә: «Был кеше тураһында хәстәрлек күр, аҡсаны күберәк тотонорға тура килһә, ҡайтышлай түләрмен», – тигән.

[36] Был өсәүҙең ҡайһыныһы юлбаҫарҙар ҡулына эләккән әҙәмдең яҡыны була тип уйлайһың? – тип һораған Ғайса.

[37] – Уға шәфҡәт күрһәткәне, – тип яуаплаған ҡанун белгесе. – Бар, һин дә шулай эшлә, – тигән уға Ғайса.

[38] Ғайса, юлын дауам итеп, шәкерттәре менән бер ауылға килгән. Уны унда Марфа исемле бер ҡатын үҙ өйөндә ҡабул иткән.

[39] Уның Мәрйәм исемле һеңлеһе булған. Ул Раббы Ғайсаның аяҡ осона ултырып, Уның һүҙҙәрен тыңлаған.

[40] Марфа иһә ашарға бешереүҙе хәстәрләгән һәм Ғайса янына килеп: – Хужам! Һеңлемдең бөтөн эште миңә генә ҡалдырып ҡуйыуына бошонмайһыңмы? Уға әйт әле, миңә ярҙам итһен, – тип үтенгән.

[41] – Эй Марфа, Марфа! Һин күп нәмә тураһында хәстәрләп, ығы-зығы килеп йөрөйһөң, – тигән уға Раббы, –

[42] ә бит бары бер генә нәмә кәрәк. Мәрйәм һәйбәт өлөштө һайлаған һәм ул унан тартып алынмаҫ.

Лука — Chapters