[1] Иң элек Һүҙ булған. Һүҙ Алла менән булған һәм Һүҙ Алла булған.
[2] Һүҙ иң элек үк Алла менән булған.
[3] Бар нәмә Һүҙ аша яратылған, һәм яратылған бер нәмә лә Унан башҡа барлыҡҡа килмәгән.
[4] Ул тормош сығанағы булып торған, ә тормош кешеләргә яҡтылыҡ булған.
[5] Яҡтылыҡ ҡараңғылыҡта балҡығанлыҡтан, ҡараңғылыҡ уны һүндерә алмаған.
[6] Алла тарафынан Яхъя исемле кеше ебәрелгәйне.
[7] Ул, бөтәһе лә уның шаһитлыҡ ҡылыуы аша иманға килһендәр тип, Яҡтылыҡ тураһында һөйләргә килде.
[8] Ул үҙе Яҡтылыҡ түгел ине, әммә Яҡтылыҡ тураһында шаһитлыҡ ҡылырға ебәрелде.
[9] Һәр кемде яҡтыртыусы ысын Яҡтылыҡ донъяға килде.
[10] Ул донъяла бар ине, ләкин донъя, Уның аша яратылыуына ҡарамаҫтан, Уны таныманы.
[11] Ул Үҙ халҡына килде, әммә Үҙенекеләр Уны ҡабул итмәне.
[12] Ә Үҙен ҡабул итеп, Үҙенә инанғандарға Ул Алла балалары булырға хоҡуҡ бирҙе.
[13] Улар ҡандан да, тәндең көҫәүенән һәм кешенең теләгенән дә түгел, ә Алланан тыуҙы.
[14] Һүҙ кеше булды ла, беҙҙең арабыҙҙа йәшәне. Беҙ Уның бөйөклөгөн – Атаның берҙән-бер Улында булған данлы бөйөклөгөн күрҙек. Ул мәрхәмәт һәм хәҡиҡәт менән тулы ине.
[15] Яхъя Уның хаҡында шаһитлыҡ ҡылып: «Минән һуң Килеүсе минән өҫтөнөрәк, сөнки Ул миңә тиклем үк бар ине», – тип ҡысҡырып иғлан итте.
[16] Уның мәрхәмәт байлығынан беҙ барыбыҙ ҙа мәрхәмәт өҫтөнә мәрхәмәт алдыҡ.
[17] Ҡанун Муса арҡылы бирелгәйне, ә мәрхәмәт менән хәҡиҡәт Ғайса Мәсих аша килде.
[18] Алланы бер кем дә, бер ҡасан да күрмәгән. Уны беҙгә Ата янындағы берҙән-бер Улы асып бирҙе.
[19] Йәһүд хакимдары Иерусалимдан руханиҙарҙы һәм левиттарҙы Яхъяға уның кемлеген һорарға ебәргәс, ул шундай шаһитлыҡ ҡылды:
[20] – Мин Мәсих түгел, – тип йәшермәйенсә, асыҡтан-асыҡ белдерҙе ул.
[21] Улар: – Кем һуң һин? Ильясмы? – тип һораны. – Юҡ, – тине Яхъя. – Вәғәҙә ителгән Пәйғәмбәрме? – Юҡ, – тип яуапланы ул йәнә.
[22] – Улайһа, кем һуң һин? – тип һаман ныҡышты тегеләр. – Беҙҙе бында ебәргән кешеләргә беҙ һинең яуабыңды еткерергә тейешбеҙ. Үҙең тураһында ни әйтерһең?
[23] – Мин – Ишағыя пәйғәмбәр әйткәнсә: «Раббыға юл турайтығыҙ!» – тип сүлдә яңғыраған тауыш, – тине Яхъя.
[24] Улар араһындағы фарисей вәкилдәре:
[25] – Һин Мәсих тә, Ильяс та, вәғәҙә ителгән Пәйғәмбәр ҙә булмағас, ни өсөн һыуға сумдырыу йолаһын башҡараһың? – тип һоранылар.
[26] Яхъя уларға: – Мин һыуға ғына сумдырам, әммә арағыҙҙа һеҙ белмәгән Берәү бар.
[27] Минән һуң килгән Кеше – Ул, ә мин иһә Уның аяҡ кейеменең ҡайышын сисергә лә лайыҡлы түгелмен, – тип яуап бирҙе.
[28] Был ваҡиғалар Яхъя һыуға сумдыра торған урында – Иордан йылғаһы аръяғындағы Вифанияла булды.
[29] Икенсе көндө Яхъя, үҙенә табан килгән Ғайсаны күреп: – Бына донъяның гонаһын Үҙ өҫтөнә аласаҡ Алла Бәрәсе! – тине.
[30] – «Минән һуң Берәү килер, Ул минән өҫтөнөрәк, сөнки Ул миңә тиклем үк бар ине», – тип һөйләгәнем – Ул Үҙе.
[31] Мин Уның кем икәнлеген белмәй инем, ләкин, Уны Израиль халҡы белһен тип, һыуға сумдырырға килдем.
[32] Яхъя шаһитлыҡ ҡылды: – Мин Уға күктән күгәрсен рәүешендә Алла Рухының төшөүен һәм Уның өҫтөндә ҡалыуын күрҙем.
[33] Уның кем икәнлеген белмәй инем, әммә мине һыуға сумдырырға Ебәреүсе: «Кемдең иңенә Рух төшә һәм Уның өҫтөндә ҡала, Изге Рухҡа сумдырыусы Шул булыр», – тигәйне.
[34] Мин быны күрҙем һәм шаһитлыҡ ҡылам: Ул – Алла Улы.
[35] Икенсе көндө Яхъя, ике шәкерте менән шул уҡ урында торғанда,
[36] үтеп барған Ғайсаны күреп: – Ҡарағыҙ, ана Алла Бәрәсе, – тине.
[37] Уның был һүҙҙәрен ишеткәс, шәкерттәрҙең икеһе лә Ғайса артынан китте.
[38] Ғайса боролоп ҡарағас, уларҙың эйәреп килеүен күрҙе. – Һеҙгә нимә кәрәк? – тип һораны уларҙан. – Рабби (Рабби – «Остаз» тигән мәғәнәлә), һин ҡайҙа йәшәйһең? – тип һораны тегеләр.
[39] – Әйҙәгеҙ Минең менән, үҙегеҙ күрерһегеҙ, – тине Ғайса уларға. Сәғәт дүрт тирәһе ине. Шәкерттәр, Ғайса менән барып, Уның ҡайҙа йәшәгәнен күрҙеләр һәм кискәсә Уның янында булдылар.
[40] Яхъяның һүҙҙәрен ишетеп, Ғайса артынан эйәргән икәүҙең береһе Симон Петрҙың ҡустыһы Андрей ине.
[41] Ул, иң тәүҙә ағаһы Симонды эҙләп табып, уға: – Беҙ Мәсихте (Мәсих – «Май һөртөлгән Зат» тигәнде аңлата) таптыҡ, – тине.
[42] Ул Симонды Ғайса янына алып килде. Ғайса Симонға текләп ҡарап: – Һин Яхъя улы Симон, әммә Кифа (арамей телендәге был исем «Петр», йәғни «ҡая» тигән мәғәнәне аңлата) тип аталырһың, – тине.
[43] Икенсе көндө Ғайса Галилеяға барырға булды. Ул Филипты осратып: – Миңә эйәр! – тине.
[44] Филипп та, Андрей менән Петр кеүек үк, Вифсаида ҡалаһынан ине.
[45] Ул Нафанаилды эҙләп табып: – Беҙ Муса ҡанунда яҙып ҡалдырған һәм пәйғәмбәрҙәр әйткән Затты таптыҡ! Ул Назаранан, Йософ улы Ғайса, – тине.
[46] Нафанаил иһә быға ҡаршы: – Назаранан ниндәй ҙә булһа яҡшы нәмә сығыуы мөмкинме ни? – тип яуапланы. – Барайыҡ, үҙең күрерһең.
[47] Ғайса, Үҙенә табан килгән Нафанаилды күреп, уның хаҡында: – Бына ысын Израиль кешеһе, ул алдаша белмәй, – тине.
[48] – Һин мине ҡайҙан беләһең? – Мин һине үҙеңде Филипп саҡырғанға тиклем үк инжир ағасы төбөндә күргәйнем, – тип яуап бирҙе Ғайса.
[49] Нафанаил Уға: – Остаз! Һин – Алла Улы! Һин – Израиль Батшаһы! – тине.
[50] – Минең: «Мин һине инжир ағасы төбөндә күрҙем», тигәнем өсөн ышанаһыңмы? Бынан ҙурыраҡ нәмәләрҙе лә күрерһең әле, – тип Ғайса
[51] һүҙен дауам итте. – Мин һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Күктәрҙең асылыуын да, Алла фәрештәләренең Әҙәм Улы янына төшөүен һәм Уның яңынан Күккә күтәрелеүен дә күрерһегеҙ.