Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 5:14

[1] Шәмбе көнө Ғайса фарисей башлыҡтарының береһенең өйөнә ашҡа барған. Фарисейҙар Уны күҙәткән.

[2] Уның алдына һары һыу ауырыуынан яфа сигеүсе бер кеше килеп баҫҡан.

[3] – Ҡанун буйынса, шәмбе көнө дауаларға яраймы? – тип һораған Ғайса ҡанун белгестәре менән фарисейҙарҙан.

[4] Тегеләре өндәшмәгән. Ә Ғайса, ауырыу кешене ҡосағына алып, уны һауыҡтырған, өйөнә ҡайтарып ебәргән.

[5] Ғайса уларҙан: – Берегеҙҙең улы йәки үгеҙе ҡоҙоҡҡа ҡолап төшһә, шәмбе көн булһа ла шунда уҡ тартып сығармаҫ инегеҙме? – тип һораған.

[6] Тегеләр Ғайсаның был һорауына яуап бирә алмаған.

[7] Саҡырылған ҡунаҡтарҙың үҙҙәренә урынды түрҙән алыуҙарын күреп, Ғайса уларға былай тигән:

[8] – Берәү һине мәжлескә саҡырһа, түрҙәге урынға ултырма, сөнки һиңә ҡарағанда хөрмәтлерәк кешенең саҡырылған булыуы ихтимал.

[9] Һине лә, уны ла саҡырған хужа эргәңә килеп: «Урыныңды был кешегә бир», – тип әйтер. Шул саҡта һин, оятҡа ҡалып, ишек төбөндәге урынға барып ултырырға мәжбүр булырһың.

[10] Киреһенсә, мәжлескә саҡырылһаң, килгәс ишек янынан урын ал, шунда хужа эргәңә килеп: «Дуҫ, түргәрәк күсеп ултыр», – тип әйтер. Шул саҡ һинең менән бергә мәжлестә ултырыусыларҙың бөтәһе алдында ихтирамың артыр.

[11] Үҙен башҡаларға ҡарағанда өҫтөн ҡуйған һәр кем түбәнһетелер, ә үҙен түбәнһеткән – күтәрелер.

[12] Ғайса үҙен ашҡа саҡырған кешегә лә өндәшкән: – Төшкө йәки киске ашҡа дуҫтарыңды ла, ағай-энеләреңде лә, туғандарыңды ла, бай күршеләреңде лә саҡырма. Юҡһа улар ҙа һине үҙҙәренә ашҡа саҡырыр һәм шуның менән яҡшылығың кире ҡайтарылыр.

[13] Табын йыяһың икән, фәҡирҙәрҙе, ғәриптәрҙе, аҡһаҡтарҙы, һуҡырҙарҙы саҡыр,

[14] ул саҡта инде һин бәхетле булырһың, сөнки улар һиңә ҡайтарып түләй алмай, ә тәҡүә кешеләр үленән тереләсәк көндө иһә һиңә ҡайтарылып бирелер.

[15] Ғайсаның был һүҙҙәрен ишеткәс, Уның менән ултырғандарҙың береһе: – Алла Батшалығындағы табындан ашаясаҡ кеше бәхетле! – тигән.

[16] Ғайса иһә уға былай тип яуап биргән: – Бер кеше ҙур табын әҙерләп күп ҡунаҡ саҡырған.

[17] Ашар мәл еткәс, үҙенең хеҙмәтсеһен ҡунаҡтарға: «Килегеҙ, табын әҙер инде», – тип әйтергә ебәргән.

[18] Бөтәһе лә, һүҙ ҡуйышҡан кеүек, ғәфү үтенә башлаған. Беренсеһе: «Ер һатып алғайным, шуны барып ҡарарға кәрәк, зинһар, мине ғәфү ит», – тигән.

[19] Икенсеһе: «Биш пар эш үгеҙе һатып алғайным, уларҙы һынап ҡарарға кәрәк, зинһар, мине ғәфү ит», – тигән.

[20] Өсөнсөһө: «Мин өйләндем, шуның өсөн бара алмайым», – тигән.

[21] Хеҙмәтсе, ҡайтҡас, был хаҡта хужаһына һөйләп биргән. Хужа асыуланған һәм хеҙмәтсеһен: «Бар, йәһәт кенә ҡала майҙандарынан һәм тыҡрыҡтарҙан фәҡирҙәрҙе, ғәриптәрҙе, һуҡырҙарҙы һәм аҡһаҡтарҙы йыйып алып ҡайт», – тип сығарып ебәргән.

[22] Хеҙмәтсе әйләнеп ҡайтҡас: «Хужам, һинең әмерең үтәлде, әммә буш урындар ҡалды әле», – тигән.

[23] Хужа хеҙмәтсеһенә: «Бар, ҡала ситендәге юлдарға, һуҡмаҡтарға сыҡ, кешеләрҙе бында килергә күндер, өйөм тулы булһын, – тип бойорған. –

[24] Һеҙгә шуны әйтәм: тәүге саҡырылғандарҙың береһе лә минең табынымдағы ризыҡтан татый алмаҫ».

[25] Ғайса артынан күп халыҡ эйәргән, Ул былай тип мөрәжәғәт иткән:

[26] – Минең яныма килгән кеше атаһы менән әсәһен, ҡатыны менән балаларын, ағай-энеһе һәм апай-һеңлеләрен, хатта үҙ йәнен Мине яратҡандан нығыраҡ яратһа, шәкертем була алмай.

[27] Үҙенең арҡысағын күтәреп, артымдан эйәреп бармаған кеше шәкертем була алмай.

[28] Әйтәйек, арағыҙҙан берәйһе манара төҙөргә теләй ти. Ул иң элек, ултырып, уның күпмегә төшәсәген хисаплап, төҙөлөштө аҙағына тиклем еткерә алыу-алмауын самаламаймы ни?

[29] Юғиһә, нигеҙен һалып та, уны төҙөп бөтөрә алмаһа, быны күргәндәрҙең барыһы ла:

[30] «Был кеше төҙөй башланы ла, тамамлап ҡуя алманы», – тип көлөр.

[31] Йәки берәй батша икенсе бер батшаға ҡаршы һуғышҡа әҙерләнгән саҡта, ултырып, кәңәш ҡороп, ун меңлек ғәскәре менән егерме меңлек ғәскәргә ҡаршы торорлоҡ көскә эйәме, түгелме икәнлеге тураһында уйлап ҡарамаҫ инеме?

[32] Көсө етмәҫлек булһа, теге батша алыҫта саҡта уҡ солох шарттары хаҡында килешер өсөн, илселәрен ебәрәсәк.

[33] Шулай уҡ һеҙҙең һәр берегеҙ барлыҡ нәмәһенән баш тартмаһа, Минең шәкертем була алмаясаҡ.

[34] Тоҙ яҡшы нәмә. Әммә үҙенең тәмен юғалтһа, уның тәмен нисек ҡайтарырһың?

[35] Ул баҫыу өсөн дә, тиреҫ өсөн дә яраҡһыҙға әйләнер һәм уны сығарып ташларҙар. Ҡолаҡтары барҙар ишетһен!

Лука — Chapters