[1] Ғайса Үҙенең шәкерттәренә былай тигән: – Бер бай хужалығы менән идара итеүсе тотҡан. Байға был кешенең уның мөлкәтен туҙҙырыуы тураһында әйткәндәр.
[2] Бай идарасыһын саҡырып ала: «Һинең турала нимәләр генә ишетмәйем! Үҙеңдең идаралыҡ эшмәкәрлегеңә иҫәп-хисап яһа, сөнки артабан минең хужалығыма идарасы була алмайһың».
[3] Идарасы шул саҡ үҙ алдына былай тип уйлаған: «Нимә эшләйем икән? Хужам мине идаралыҡ итеү эшенән ҡыуа, ер ҡаҙырға көсөм юҡ, хәйер һорарға оялам.
[4] Әһә! Шулай ҙа, хужалыҡ менән идаралыҡ итеү эшенән сығарылғас, кешеләр мине үҙ йорттарына ҡабул итһендәр өсөн нимә эшләргә кәрәклеген беләм».
[5] Шунан ул хужаһына бурысы булған кешеләрҙе берәм-берәм саҡырып алған. Тәүгеһенән: «Минең хужама күпме бурысың бар?» – тип һораған.
[6] Тегенеһе уға: «Йөҙ мискә май тейешмен», – тигән. Идара итеүсе: «Бына бурыс тураһындағы ҡағыҙың. Уны ал да тиҙ генә ултырып, илле мискә, тип яҙ», – тигән.
[7] Шунан икенсеһен саҡырып: «Ә һинең бурысың күпме?» – тип һораған. «Йөҙ тоҡ бойҙай». Идара итеүсе: «Бына бурыс тураһындағы ҡағыҙың. Уны ал да һикһән тоҡ тип яҙ», – тигән.
[8] Хужа намыҫһыҙ идарасыны отҡорлоғо өсөн маҡтаған. Сөнки был донъя кешеләре үҙ-ара эш иткәндә, яҡтылыҡ кешеләренә ҡарағанда отҡорораҡ.
[9] Һеҙгә әйтәм: хаҡ булмаған донъяның байлығын, изгелек итеп, үҙегеҙгә дуҫтар булдырыу өсөн файҙаланығыҙ. Шулай эшләһәгеҙ, байлыҡтың файҙаһы бөткәс, мәңгелек йәшәү йорттарына ҡабул ителерһегеҙ.
[10] Бәләкәй нәмәлә ышаныслы кеше ҙур нәмәлә лә ышаныслы булыр, бәләкәй нәмәлә ышанысһыҙ кеше ҙурында ла ышанысһыҙ булыр.
[11] Шулай итеп, хаҡ булмаған донъяның байлығы менән эш итеүҙә ышаныслы түгелһегеҙ икән, ысын байлыҡты һеҙгә кем аманат итер?
[12] Әгәр башҡаларҙың һеҙгә тапшырылған мөлкәте менән ышаныслы эш итмәйһегеҙ икән, үҙегеҙгә тәғәйенләнгәне Алла тарафынан нисек бирелер?
[13] Бер ниндәй хеҙмәтсе лә ике хужаға хеҙмәт итә алмай: йә береһен яратыр, икенсеһен күрә алмаҫ, йә береһенә тоғро булыр, икенсеһен һанға һуҡмаҫ. Аллаға ла, байлыҡҡа ла бер юлы хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ.
[14] Фарисейҙар быларҙың бөтәһен дә ишеткән һәм, үҙҙәре аҡса яратҡанлыҡтан, Ғайсанан мыҫҡыллап көлгәндәр.
[15] Ғайса уларға былай тигән: – Һеҙ кешеләр алдында үҙегеҙҙе хаҡ итеп күрһәтәһегеҙ, әммә Алла һеҙҙең күңелегеҙҙә ни ятҡанын белә. Кешеләр юғары баһалаған нәмә – Алла өсөн ерәнес.
[16] Ҡанундың һәм пәйғәмбәрҙәрҙең заманы Яхъя килгәнгә тиклем булды, шунан бирле Алла Батшалығы тураһында Һөйөнөслө Хәбәр вәғәз ителә һәм һәр кем унда инергә ҙур тырышлыҡ һала.
[17] Әммә, күк менән ер юҡҡа сыҡҡан осраҡта ла, ҡанундың бер генә һыҙығы ла юҡҡа сыҡмаясаҡ.
[18] Ҡатынын айырып башҡаға өйләнгән ир ҡатынына ҡарата зина ҡыла; һәм ире айырған ҡатынға өйләнеүсе лә зина ҡыла.
[19] Ҡасандыр бер бай кеше йәшәгән. Ул ҡиммәтле кейемдәрҙә йөрөп, һәр көнө зиннәттә үткән.
[20] Ә уның ҡапҡаһы төбөндә бөтә тәне һыҙлауыҡтар менән ҡапланған Лазарь исемле фәҡир ятҡан.
[21] Ул байҙың табынынан төшкән һыныҡ-мыныҡтар менән туҡланыуҙан да ҡәнәғәт булыр ине, әммә эттәр уның янына килеп, һыҙлауыҡтарын ялаған.
[22] Бер көн Лазарь үлгән һәм фәрештәләр уны Ибраһим янындағы түрҙәге урынға алып барған. Бай ҙа үлгән. Уны ла ерләгәндәр.
[23] Бай үлеләр донъяһында ғазап сиккән ваҡытта башын күтәреп өҫкә ҡараған һәм алыҫта Ибраһимды, ә уның эргәһендә Лазарҙы күргән.
[24] Шул саҡта бай: «Ибраһим атам! Миңә мәрхәмәтле булып, Лазарҙы яныма ебәр әле, ул бармаҡ осон һыуға манып, телемде сылатып һалҡынайтһын, мин ялҡында ғазапланам», – тип ҡысҡырған.
[25] Әммә Ибраһим уға: «Улым! Иҫеңә төшөр, һин үҙ ғүмереңдә бар рәхәтлекте татының, ә Лазарь михнәт сикте. Хәҙер иһә ул бында йыуаныс күрә, ә һин ғазап сигәһең, – тигән. –
[26] Өҫтәүенә, беҙҙең менән һеҙҙең арала ҙур упҡын ята, шунлыҡтан бынан һеҙҙең яҡҡа сығырға теләүсе лә, ул яҡтан был яҡҡа сығырға теләүсе лә үтә алмаҫ».
[27] Шул саҡ бай: «Атам, улай булғас, зинһар өсөн, Лазарҙы атайымдың өйөнә ебәр.
[28] Минең биш туғаным бар, был ғазапланыу урынына эләкмәһендәр өсөн, уларҙы иҫкәртһен», – тигән.
[29] Ибраһим уға: «Уларҙа Муса һәм башҡа пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмалары бар. Унда яҙылғандарға ҡолаҡ һалһындар», – тип әйткән.
[30] Бай иһә: «Юҡ, Ибраһим атам. Үлгәндәрҙең береһе терелеп улар янына барһа, шул мәлдә тәүбәгә килерҙәр ине», – тигән.
[31] Ибраһим байға: «Улар Мусаны һәм башҡа пәйғәмбәрҙәрҙе тыңламайҙар икән, үленән терелеүгә лә ышанмаҫтар», – тип яуап биргән.