Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 6:39

[1] Ғайса Үҙенең шәкерттәренә, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйенсә, һәр ваҡыт доға ҡылырға кәрәклеге тураһында ошондай ҡисса һөйләгән:

[2] – Бер ҡалала Алланан да ҡурҡмаған, кешеләрҙән дә тартынмаған хөкөмдар йәшәгән.

[3] Ошо уҡ ҡалала бер тол ҡатын да ғүмер иткән һәм ул хөкөмдар янына килеп: «Миңә ҡаршы булған кеше менән дәғүәләшеүҙә миңә тейешле баһа бир», – тигән.

[4] Әммә хөкөмдар дәғүәне оҙаҡ ваҡыт хәл итергә теләмәгән. Аҙаҡ былай тип уйлаған: «Алланан ҡурҡмаһам да, кешеләрҙән тартынмаһам да,

[5] ошо тол ҡатын миңә тынғылыҡ бирмәгәнлектән, уның дәғүәһен хәл итәйем, башҡаса аптыратып килеп йөрөмәһен».

[6] Раббы Ғайса былай тип тамамлаған: – Намыҫһыҙ хөкөмдарҙың нимә уйлағанына иғтибар иттегеҙме?

[7] Алла көнө-төнө Үҙен ярҙамға саҡырыусы Үҙе һайлап алған кешеләрен яҡламаҫмы һуң? Оҙаҡҡа һуҙырмы ни?

[8] Һеҙгә әйтәм: Ул оҙаҡҡа һуҙмаҫ, яҡлар. Әммә Әҙәм Улы килгәс, ерҙә иман табырмы икән?

[9] Үҙҙәрен тәҡүә һанап, башҡаларға түбәнһетеп ҡараусыларҙың ҡайһы берҙәренә Ғайса ошондай ҡисса һөйләгән:

[10] – Ике кеше доға ҡылыр өсөн Алла Йортона ингән: береһе – фарисей, икенсеһе – һалым йыйыусы.

[11] Фарисей, тороп, былай тип доға ҡылған: «Аллам! Мин һиңә башҡалар кеүек – талаусы ла, алдаҡсы ла, зина ҡылыусы ла, йәки бына ошо һалым йыйыусы кеүек булмағаным өсөн рәхмәт белдерәм.

[12] Аҙнаһына ике тапҡыр ураҙа тотам, табышымдың ундан бер өлөшөн Һиңә бирәм».

[13] Һалым йыйыусы иһә ситтәрәк баҫып торған һәм күккә ҡарарға ла ҡыймаған, ә сәсен йолҡҡослап: «Аллам, миңә, гонаһлыға, мәрхәмәтле булсы!» – тип үтенгән.

[14] Һеҙгә әйтәм, тәүгеһе түгел, ә быныһы Алла алдында аҡланып үҙ өйөнә ҡайтып киткән; сөнки үҙен үҙе күтәреүсе һәр кем – түбәнһетелер, үҙен түбәнһетеүсе – күтәрелер.

[15] Ғайса янына, ҡағылыуы менән Үҙ фатихаһын бирһен өсөн, кешеләр бәләкәй балаларын да алып килгән. Шәкерттәре иһә быны күреп, уларҙы шелтәләп, үткәрмәгән.

[16] Ғайса балаларҙы Үҙ янына саҡырып алған да былай тигән: – Балаларҙы Минең яныма үткәрегеҙ, уларға ҡамасауламағыҙ! Алла Батшалығы ошондайҙарҙыҡы.

[17] Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығын бала һымаҡ ҡабул итмәгән кеше унда инмәйәсәк.

[18] Башлыҡтарҙың береһе Ғайсанан: – Изгелекле Остаз, мәңгелек тормош алыр өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк? – тип һораған.

[19] – Ниңә һин Мине изгелекле тип атайһың? – тигән Ғайса. – Алланан башҡа һис кем изгелекле түгел.

[20] Уның әмерҙәрен беләһең: «Зина ҡылма, кеше үлтермә, урлашма, ялған шаһитлыҡ итмә, атай-әсәйеңә хөрмәт күрһәт».

[21] Ә башлыҡ Уға: – Мин быларҙың бөтәһен дә йәш сағымдан уҡ үтәп килдем, – тигән.

[22] Быны ишеткәс, Ғайса былай тигән: – Һиңә бер нәмә етмәй: ниндәй мөлкәтең бар, бөтәһен дә һатып, фәҡирҙәргә өләш. Шулай эшләһәң, күктәге хазинаға эйә булырһың. Унан һуң кил дә Миңә эйәр.

[23] Башлыҡ иһә, быны ишеткәс, ҡайғыға төшкән: бик бай булған ул.

[24] Ғайса уның ҡайғырыуын күреп, былай тигән: – Байлығы булған кешеләргә Алла Батшалығына инеү шул тиклем ҡыйын!

[25] Бай кешегә Алла Батшалығына инеүгә ҡарағанда, дөйәгә энә күҙе аша үтеү еңелерәк.

[26] Быны ишетеүселәр: – Улай булғас, кем генә ҡотола алыр һуң? – тип һораған.

[27] – Кеше эшләй алмағанды Алла булдыра ала, – тигән Ғайса.

[28] Петр иһә Ғайсаға: – Бына беҙ, бөтә булған нәмәбеҙҙе ҡалдырып, Һиңә эйәрҙек, – тип әйткән.

[29] Ғайса тыңлаусыларға өндәшкән: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: өйөн, ҡатынын, ағай-энеһен, ата-әсәһен йәки балаларын Алла Батшалығы хаҡына ҡалдырған һәр кем

[30] хәҙерге ваҡытта ла күп тапҡырға артығыраҡ алыр, ә инде киләсәк донъяла ул мәңгелек тормошҡа эйә булыр.

[31] Ғайса, ун ике шәкертен ситкә саҡырып, уларға: – Әле беҙ Иерусалимға китеп барабыҙ. Унда Әҙәм Улы хаҡында пәйғәмбәрҙәр яҙғандың бөтөнөһө лә ғәмәлгә ашасаҡ.

[32] Ул мәжүсиҙәр ҡулына тапшырыласаҡ, улар Уны мыҫҡыллаясаҡ, хурлаясаҡ һәм өҫтөнә төкөрәсәк,

[33] Уны ҡамсылаясаҡтар һәм үлтерәсәктәр. Ләкин өсөнсө көндә Ул терелеп торасаҡ, – тигән.

[34] Әммә шәкерттәр был һүҙҙәрҙән бер нәмә лә аңламаған, һүҙҙәрҙең мәғәнәһе улар өсөн йәшерен ҡалғанлыҡтан, Ғайса әйткәндәргә төшөнмәгәндәр.

[35] Ғайса Иерихонға яҡынлашып килгәндә, юл ситендә бер һуҡыр хәйер һорашып ултырған.

[36] Ул, эргәһенән күп кешеләр үтеп барғанын ишетеп: – Нимә булды? – тип һораған.

[37] – Назаралы Ғайса үтеп бара, – тигәндәр уға.

[38] Шунда ул: – Дауыт Улы Ғайса, миңә мәрхәмәтле булһаңсы! – тип ҡысҡырып ебәргән.

[39] Алдан барыусылар уны әрләп, өндәшмәҫкә ҡушҡан, әммә ул тағы ла көслөрәк итеп: – Дауыт Улы, миңә мәрхәмәтле булһаңсы! – тип ҡысҡырған.

[40] Ғайса туҡтап, уны Үҙ янына килтерергә ҡушҡан. Һуҡыр килгәс:

[41] – Һинең өсөн нимә эшләүемде теләйһең? – тип һораған. Һуҡыр: – Әфәндем! Күҙҙәрем күрһен ине, – тигән.

[42] Ғайса уға: – Күҙҙәрең күрһен! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы, – тип әйткән.

[43] Һуҡыр шунда уҡ күрә башлаған һәм, Алланы данлап, Ғайсаға эйәреп киткән. Ундағы кешеләрҙең бөтәһе лә, быны күреп, Алланы маҡтаған.

Лука — Chapters