[1] Ул көндәрҙә Август ҡайсар тарафынан тотош Рим империяһында халыҡ иҫәбен алырға тигән бойороҡ бирелгән.
[2] Был халыҡ иҫәбен алыу тәүге тапҡыр, Сүриә менән Квириний идара иткән мәлдә үткәрелгән.
[3] Иҫәпкә алыныр өсөн һәр береһе үҙ ҡалаһына киткән.
[4] Йософ та Галилеялағы Назара ҡалаһынан Йәһүҙиәләге Вифлеемға – Дауыттың тыуған ҡалаһына юлланған, сөнки Дауыт нәҫеленән булған.
[5] Ул исемлеккә теркәлергә үҙенә йәрәшелгән Мәрйәм менән бергә барған. Мәрйәм ауырлы булған.
[6] Улар Вифлеемда саҡта Мәрйәмдең бала табыр мәле еткән.
[7] Мәрйәм үҙенең беренсе балаһын – Улын тыуҙырған. Ул Уны, йүргәккә төрөп, мал утлыҡсаһына һалған, сөнки ҡунаҡханала урын булмаған.
[8] Бер нисә көтөүсе ошо төндә шул тирәләге яланда һарыҡ көткән.
[9] Ҡапыл улар алдында Раббының бер фәрештәһе пәйҙә булған һәм уларҙы Раббының данлы балҡыуы солғап алған. Көтөүселәр бик ныҡ ҡурҡҡан.
[10] – Ҡурҡмағыҙ! – тигән уларға фәрештә. – Мин һеҙгә бөтә халыҡ өсөн ҙур шатлыҡ булырлыҡ ҡыуаныслы хәбәр килтерҙем:
[11] Бөгөн Дауыттың ҡалаһында һеҙҙең өсөн Ҡотҡарыусы тыуҙы, Ул – Мәсих, Раббы.
[12] Бына ошо билдә аша һеҙ Баланы танырһығыҙ: Ул мал утлыҡсаһында биләүле ятыр.
[13] Ҡапыл фәрештә янында бик күп фәрештәләр – күк ғәскәре – пәйҙә булған, улар Алланы данлаған:
[14] – Бейек күктәрҙәге Аллаға дан! Алланың Үҙе һайлап алған һәм яратҡан кешеләренә ерҙә именлек булһын!
[15] Фәрештәләр күккә күтәрелгәндән һуң, көтөүселәр бер-береһенә: – Әйҙәгеҙ, Вифлеемға барайыҡ, Раббы әйткән урында булып, был хәлде күрәйек, – тигәндәр.
[16] Улар ашығып Вифлеемға килгән, унда Мәрйәм менән Йософто һәм мал утлыҡсаһында ятҡан Баланы тапҡан.
[17] Сабыйҙы күргәс, Уның тураһында үҙҙәренә хәбәр ителгәнде һөйләп биргәндәр.
[18] Көтөүселәрҙең һөйләгәнен тыңлап тороусыларҙың барыһы ла хайран ҡалған.
[19] Мәрйәм иһә быларҙың бөтәһен дә йөрәгенә һалып ҡуйған һәм шул хаҡта уйлап йөрөгән.
[20] Көтөүселәр, ишеткән һәм күргәндәренең барыһы өсөн дә Алланы данлап һәм маҡтап, көтөүҙәре янына ҡайтҡан. Барыһы ла фәрештә әйткәнсә булған.
[21] Һигеҙ көн үтеп, Баланы сөннәткә ултыртыу ваҡыты еткәс, уға Ғайса тип исем ҡушҡандар. Мәрйәм балаға уҙғанға тиклем үк фәрештә Уға ошо исемде биргән булған.
[22] Муса ҡануны буйынса таҙарыныу йолаһын үтәү ваҡыты еткәс, Раббы алдына килтереү өсөн, Мәрйәм менән Йософ Баланы Иерусалимға алып барған,
[23] сөнки Раббының ҡанунында: «Һәр беренсе тыуған ир бала Раббыға бағышланырға тейеш», – тип яҙылған.
[24] Шулай уҡ, Раббы ҡанунында әйтелгәнсә, ике урман күгәрсенен йәки ике күгәрсен балаһын ҡорбан итеп килтерергә тейеш булғандар.
[25] Ошо ваҡытта Иерусалимда Симеон исемле тәҡүә һәм Алланы ололаусы бер кеше йәшәгән. Ул Израилгә йыуаныс килерен көтөп ғүмер иткән, Изге Рух менән һуғарылған булған.
[26] Изге Рух уға: «Раббы тарафынан ебәрелгән Мәсихте күрмәйенсә, үлмәйәсәкһең», – тип әйткән.
[27] Симеон Изге Рухтың ҡушыуы буйынса Алла Йортона килгән. Атаһы менән әсәһе Муса ҡанунында бойоролғанды үтәү өсөн Баланы Алла Йортона алып килгәс, Ул
[28] Сабыйҙы ҡулдарына алған да, Алланы данлап былай тигән:
[29] – Хәҙер инде, Хаким, Һиңә хеҙмәт итеүсе был донъянан именлек менән китә ала, сөнки вәғәҙәңде үтәнең.
[30] Мин Һинең ҡотолоуыңды үҙ күҙҙәрем менән күрҙем,
[31] уны Һин бөтә халыҡтар алдында әҙерләнең.
[32] Ул – мәжүсиҙәргә асылыш алып килеүсе яҡтылыҡ һәм Һинең Израиль халҡыңдың Даны.
[33] Ғайсаның атаһы менән әсәһе Симеондың Бала тураһында әйткән һүҙҙәренә ғәжәпкә ҡалған.
[34] Симеон уларҙы фатихалап, Баланың әсәһе Мәрйәмгә: – Был Бала, Израилдә күптәрҙең түбән төшөүенә һәм күтәрелеүенә сәбәп булһын өсөн, илаһи билдә итеп һайланған. Был билдәне кире ҡағырҙар,
[35] шул сәбәпле күптәрҙең йөрәктәрендәге уй-фекерҙәре асылыр. Ә һинең үҙеңдең күңелең аша ҡылыс үткәндәй булыр, – тигән.
[36] Унда Асир нәҫеленән Фануилдың Анна исемле пәйғәмбәр ҡыҙы ла булған. Инде өлкән йәштәге был ҡатын, кейәүгә сыҡҡас, ире менән ете йыл ғына йәшәп
[37] тол ҡалған һәм уға әле һикһән дүрт йәш булған. Анна һәр ваҡыт ураҙа тотоп, доға ҡылып, Алла Йортонда көнө-төнө Аллаға хеҙмәт иткән.
[38] Ошо ваҡытта Анна, улар янына килеп, Алланы данлап, Иерусалимдың ҡотҡарылыуын көткән кешеләрҙең бөтәһенә лә Бала тураһында һөйләп биргән.
[39] Мәрйәм менән Йософ, Раббы ҡануны талаптарының бөтәһен дә үтәгәс, Галилеялағы үҙҙәре йәшәгән Назара ҡалаһына ҡайтып киткән.
[40] Бала иһә үҫкән, нығынған һәм зирәк аҡыл туплаған. Уға Алла Үҙенең фатихаһын биргән.
[41] Ғайсаның атаһы менән әсәһе йыл һайын Иерусалимға Ҡотҡарылыу байрамына йөрөгән.
[42] Ғайсаға ун ике йәш булғанда улар, ғәҙәттәгесә, байрамға киткән.
[43] Байрам көндәре тамамланғас, Йософ менән Мәрйәм ҡайтыр юлға сыҡҡан, ә үҫмер Ғайса Иерусалимда тороп ҡалған. Атаһы менән әсәһе быны һиҙмәгән,
[44] башҡалар менән бергә ҡайтып киләлер, тип уйлаған. Бер көнлөк юл үткәндән һуң, Уны туғандары һәм таныш-белештәре араһынан эҙләй башлағандар.
[45] Таба алмағас, Ғайсаны эҙләп Иерусалимға кире килгәндәр.
[46] Өс көндән һуң Уны Алла Йортонда тапҡандар. Ул ҡанун уҡытыусылары араһында, уларҙы тыңлап, һорауҙарын биреп ултырған.
[47] Ғайсаны ишеткәндәрҙең бөтәһе лә Уның аҡыллы яуаптарына хайран ҡалған.
[48] Атаһы менән әсәһе Уны күреп аптыраған. – Улым! – тигән әсәһе. – Ни өсөн беҙҙең менән улай иттең? Атайың менән борсолоп, һине эҙләп бөттөк.
[49] – Мине ниңә эҙләнегеҙ? Атайым Йортонда булырға тейешлегемде белмәнегеҙме ни? – тип яуап биргән Ғайса.
[50] Ләкин атаһы менән әсәһе Уның әйткән һүҙҙәрен аңламаған.
[51] Ғайса улар менән бергә Назараға ҡайтҡан һәм бар нәмәлә уларҙы тыңлаған. Ә Мәрйәм быларҙың бөтәһен дә йөрәгендә һаҡлаған.
[52] Ғайса иһә үҫкән, аҡыл туплаған, Алланы ла, кешеләрҙе лә ҡыуандырған.