[1] Фарисейҙар Ғайсаның Яхъяға ҡарағанда күберәк шәкерттәр йыйғаны һәм уларҙы һыуға сумдырғаны тураһында ишетте
[2] (ысынында Ғайса Үҙе түгел, ә шәкерттәре һыуға сумдыра ине).
[3] Ғайса, был хаҡта белгәс, Йәһүҙиәне ҡалдырып ҡабат Галилеяға китте.
[4] Уға Самария өлкәһе аша уҙырға тура килде.
[5] Ул Самарияның Сихарь тигән ҡалаһына килеп етте. Был ҡала Яҡубтың үҙенең улы Йософҡа биргән биләмәнән алыҫ түгел ине.
[6] Унда Яҡуб ҡоҙоғо бар ине. Юлда арыған Ғайса шул ҡоҙоҡ янына килеп ултырҙы.
[7] Төш ваҡыты ине. Шәкерттәре ризыҡ һатып алырға ҡалаға киткәйне. Шунда һыу алырға тип бер Самария ҡатыны килде. – Миңә эсергә һыу бир әле, – тине уға Ғайса.
[9] Ҡатын: – Нисек итеп Һин, йәһүд була тороп, минән, Самария ҡатынынан, эсергә һорайһың? – тине (Был һүҙҙәрҙе ул йәһүдтәр менән самарияндарҙың үҙ-ара ҡатышмауынан сығып әйтте).
[10] Ғайса: – Әгәр ҙә һин Алла бүләгенең нимә икәнен һәм үҙеңдән: «Миңә эсергә һыу бир әле», – тип һораусының кем икәнлеген белһәң, үҙең Унан һорар инең һәм Ул һиңә тере һыу бирер ине, – тип яуапланы.
[11] – Әфәндем, – тине ҡатын, – Һинең бит һоҫоп алырға һауытың юҡ, ә ҡоҙоҡ тәрән. Тере һыуҙы ҡайҙан алырһың икән?
[12] Был ҡоҙоҡто беҙгә атабыҙ Яҡуб ҡалдырған. Ул үҙе лә, балалары ла, мал-тыуары ла шунан эскән. Һин Яҡубтан бөйөгөрәкме ни?
[13] Ғайса уға былай тине: – Был һыуҙы эскән һәр кем йәнә һыуһар,
[14] ә Мин биргән һыуҙы эскән кеше бер ҡасан да һыуһамаҫ. Мин биргән һыу ул кешелә мәңгелек тормошҡа аға торған шишмәгә әүереләсәк.
[15] – Әфәндем! Миңә шул һыуҙы бир әле! Ул ваҡытта һыуһамаҫ та, бында һыу алырға килеп тә йөрөмәҫ инем, – тине ҡатын.
[16] Ғайса уға: – Бар, иреңде саҡырып кил, – тине.
[17] – Минең ирем юҡ, – тип яуапланы ҡатын. – Ирем юҡ, тип дөрөҫөн әйттең.
[18] Һинең биш ирең булды, ә хәҙер бергә йәшәп ятҡан кешең һиңә ир түгел, һин дөрөҫ әйттең.
[19] – Әфәндем! Күрәм, Һин пәйғәмбәр.
[20] Ата-бабаларыбыҙ Аллаға ошо тауҙа табынған, ә һеҙ, йәһүдтәр, Уға табыныу урыны бары тик Иерусалимда ғына, тиһегеҙ.
[21] Ғайса уға былай тине: – Ышан Миңә, ханым, ваҡыт етеп килә: Атаға был тауҙа ла, Иерусалимда ла табынмаясаҡһығыҙ.
[22] Һеҙ – самарияндар – кемгә табыныуығыҙҙы белмәйһегеҙ, ә беҙ беләбеҙ, сөнки ҡотолоу йәһүдтәрҙән килә.
[23] Әммә ваҡыт етеп килә – етте лә инде – ул саҡта Атаға ысынлап табыныусылар Уға рух һәм хәҡиҡәт менән табыныр, сөнки Алла ана шундайҙарҙы эҙләй.
[24] Алла Ул – Рух, һәм Уға табынғандар рух һәм хәҡиҡәт менән табынырға тейеш.
[25] Ҡатын Уға: – Мәсихтең (йәғни Май һөртөлгән Заттың) килерен беләм. Ул килгәс, беҙгә бөтәһен дә аңлатып бирер, – тине.
[26] – Һинең менән һөйләшкән Мин – ул Үҙе, – тине Ғайса.
[27] Шул ваҡыт шәкерттәре әйләнеп ҡайтты. Уның ҡатын менән һөйләшеп тороуын күреп, ғәжәпкә ҡалдылар, ләкин береһе лә: «Һиңә унан нимә кәрәк?» – тип йәки: «Ниңә был ҡатын менән һөйләшәһең?» – тип һораманы.
[28] Ҡатын, һыу көршәген ҡалдырып, ҡалаға ҡайтып китте. Ундағы кешеләргә:
[29] – Барығыҙ әле, минең бөтә ҡылған эштәремде һөйләп биргән Кешене күрегеҙ. Бәлки Ул Мәсихтер? – тине.
[30] Кешеләр, ҡаланан сығып, Ғайса янына юл тотто.
[31] Ул арала шәкерттәре Ғайсаны: – Остаз, ашап ал инде, – тип ҡыҫтаны.
[32] – Минең һеҙ белмәй торған ризығым бар, – тине Ул.
[33] Шәкерттәр үҙ-ара: – Әллә Уға берәйһе ашарға килтерҙеме икән? – тиеште.
[34] Ғайса уларға былай тине: – Минең ризығым – Мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәү һәм Уның эшен теүәлләү.
[35] Һеҙ: «Тағы дүрт айҙан ураҡ өҫтө етәсәк», – тиһегеҙ түгелме? Ә Мин һеҙгә әйтәм: күтәрелеп ҡарағыҙ, баҫыуҙар ағарып, ураҡҡа өлгөргән инде!
[36] Ураҡсы эш хаҡы ала һәм мәңгелек тормош өсөн уңыш йыя. Шуға күрә сәскән кеше лә, урғаны ла берҙәй ҡыуана.
[37] Шулай итеп, был осраҡта: «Берәү сәсә, икенсеһе ура», – тигән әйтем тап килә.
[38] Мин һеҙҙе үҙегеҙ көс түкмәгән хеҙмәтте урырға ебәрәм, унда башҡалар эшләне, ә һеҙ уларҙың хеҙмәт емештәрен йыйырһығыҙ.
[39] Теге ҡатындың: «Ул минең бөтә ҡылған эштәремде һөйләп бирҙе», – тигән һүҙен ишеткәс, әлеге ҡалалағы Самария кешеләренең күбеһе Ғайсаға инанды.
[40] Самариялылар, Уның янына килеп, эргәләрендә ҡалыуын үтенгәс, Ғайса унда йәнә ике көнгә туҡталды.
[41] Уның һүҙҙәрен ишетеп, тағы ла күберәк кешеләр Уға инанды.
[42] Ҡатынға иһә: «Беҙ инде һинең һөйләүең буйынса ғына түгел, ә әйткән һүҙҙәрен үҙебеҙ ишетеп, Уның ысынлап та донъяны Ҡотҡарыусы икәнен белгәнгә күрә ышанабыҙ», – тинеләр.
[43] Ике көндән һуң, Ғайса был ҡаланан Галилеяға юл тотто.
[44] «Пәйғәмбәргә үҙ илендә ихтирам юҡ», – тип Ул Үҙе әйткәйне.
[45] Ләкин Галилеяға килгәс, кешеләр Уны ихлас ҡабул итте. Улар, Иерусалимдағы байрамда булып, Ғайса унда ҡылған барлыҡ мөғжизәләрҙе күргәйне.
[46] Шунан һуң Ул теге саҡта һыуҙы шарапҡа әйләндергән урынға – Галилеяның Кана ҡалаһына килде. Капернаумда улы ауырып ятҡан бер һарай әһеле бар ине.
[47] Һарай әһеле, Ғайсаның Йәһүҙиәнән Галилеяға килгәнен ишетеп, Уның янына килде һәм үлем түшәгендә ятҡан улын һауыҡтырыуын һораны.
[48] Ғайса уға: – Хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрмәһәгеҙ, һеҙ ышанмаясаҡһығыҙ, – тине.
[49] – Әфәндем! Балам үлгәнсе бара күр инде, – тип үтенде һарай әһеле.
[50] – Бар, өйөңә ҡайт, улың тере, – тине Ғайса. Ул Ғайсаның ошо һүҙенә ышанып ҡайтып китте.
[51] Ҡайтып барғанында хеҙмәтселәре ҡаршы осраны һәм улының һауығыуын хәбәр итте.
[52] «Уға ҡайһы сәғәттә хәл инде?» тип һорауына тегеләр: – Кисә көндөҙгө сәғәт берҙәр тирәһендә ҡыҙыуы төштө, – тип яуапланы.
[53] Атай кеше Ғайсаның: «Улың тере», тигән һүҙҙәренең нәҡ ана шул сәғәткә тап килеүен аңлағас, ул үҙе лә, өйөндәгеләрҙең бөтәһе лә Ғайсаға инанды.
[54] Был Ғайсаның Йәһүҙиәнән Галилеяға килгәс күрһәткән икенсе мөғжизәһе ине.