Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 5:11

[1] Ошо хәлдәрҙән һуң Ғайса Тивериада күле буйында шәкерттәренә тағы күренде. Уның күренеүе былай булды:

[2] Симон Петр, Игеҙәк ҡушаматлы Фома, Галилеяның Кана ҡалаһынан Нафанаил, Зеведейҙың улдары һәм йәнә ике шәкерт бергә йыйылғайны.

[3] Симон Петр: – Мин балыҡ тоторға барам, – тигәс: – Беҙ ҙә һинең менән барабыҙ, – тине бүтән шәкерттәр. Улар кәмәгә ултырып йөҙөп китте, ләкин ул төндә бер нәмә лә тота алманылар.

[4] Таң атҡанда яр буйында Ғайса баҫып тора ине, әммә шәкерттәре Уны таныманы.

[5] – Дуҫтар! Ашарлыҡ берәй нәмә тота алдығыҙмы? – тип һораны Ғайса уларҙан. – Юҡ, – тине тегеләр.

[6] Ғайса: – Ауҙы кәмәнең уң яғына һалығыҙ, тоторһоғоҙ, – тине. Улар шулай итте һәм эләккән балыҡтың күплегенән ауҙы тартып сығара алманылар.

[7] Шунда Ғайсаның яратҡан шәкерте: – Был – беҙҙең Раббыбыҙ! – тине Петрға. «Раббыбыҙ» тигән һүҙҙе ишеткәс, Симон Петр өҫ кейемен тәненә урап (ул кейенмәгән ине), кәмәнән һыуға һикерҙе.

[8] Ә бүтән шәкерттәр, балыҡ тулған ауҙы йөҙ утыҙ аршын самаһы ғына алыҫлыҡтағы ярға һөйрәп сығарып, уның артынан кәмәлә йөҙөп китте.

[9] Ярға сыҡҡас, улар усаҡтағы ҡуҙ өҫтөндә ятҡан балыҡты күрҙе. Усаҡ янында икмәк тә бар ине.

[10] Ғайса уларға: – Тотҡан балыҡтарығыҙҙың аҙырағын бында алып килегеҙ, – тине.

[11] Симон Петр кәмәгә инеп, эре-эре балыҡ тулған ауҙы ярға тартып сығарҙы. Унда йөҙ ҙә илле өс балыҡ бар ине. Шул тиклем күп балыҡ булыуға ҡарамаҫтан, ау йыртылманы.

[12] Ғайса шәкерттәренә: – Ашарға ултырығыҙ, – тине. Уларҙың береһе лә Унан: «Һин кем?» – тип һорарға баҙнат итмәне, сөнки Уның Раббы Ғайса икәнен аңлағайнылар инде.

[13] Ғайса, яҡыныраҡ килеп, икмәкте ҡулына алды һәм уларға өләшеп сыҡты, шулай уҡ балыҡты ла таратып бирҙе.

[14] Был инде Ғайсаның үлеп терелгәндән һуң шәкерттәренә өсөнсө тапҡыр күренеүе ине.

[15] Улар ҙа ашап туйғас, Ғайса Симон Петрҙан: – Яхъя улы Симон! Һин Мине башҡа шәкерттәремә ҡарағанда нығыраҡ яратаһыңмы? – тип һораны. Петр: – Эйе, Раббым! Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде беләһең, – тип яуапланы. Ғайса: – Минең бәрәстәремде ашатып тор, – тине

[16] һәм икенсе тапҡыр: – Яхъя улы Симон! Һин Мине яратаһыңмы? – тип һораны. Петр Уға: – Эйе, Раббым! Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде беләһең, – тип яуапланы. Ғайса: – Минең һарыҡтарымды көт, – тине

[17] һәм өсөнсө тапҡыр ҙа унан: – Яхъя улы Симон! Һин Мине ныҡ яҡын күрәһеңме? – тип һораны. Петр Уның: «Һин Мине ныҡ яҡын күрәһеңме?» тип өсөнсө тапҡыр һорауына көйөнөп: – Раббым! Һиңә бөтәһе лә билдәле. Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде лә беләһең, – тип яуап бирҙе. Ғайса уға йәнә: – Минең һарыҡтарымды ашатып тор, – тине. –

[18] Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: йәш сағыңда һин, үҙ-үҙеңде билбаулап, теләгән ереңә бара инең. Ә ҡартайғас, ҡулдарыңды ситкә һуҙырһың һәм, башҡа берәү һине билбаулап, теләмәгән ереңә алып китер.

[19] Ул был һүҙҙәрҙе Петрҙың ниндәй үлем менән Алланы данлаясағын белдереп әйтте. Шунан һуң Ғайса уға: – Минең арттан бар! – тине.

[20] Петр боролоп ҡараны ла арттарынан Ғайсаның яратҡан шәкерте килеүен күрҙе. Был – киске аш табынында Ғайсаның эргәһендә ултырған һәм: «Хужам! Һиңә кем хыянат итәсәк?» – тип һораған шәкерт ине.

[21] Петр уны күргәс: – Раббым! Уның менән ни буласаҡ? – тип һораны.

[22] – Мин яңынан килгәнсе уның йәшәүен теләһәм дә, унда һинең ни эшең бар? Һин Минең артымдан бар, – тине Ғайса.

[23] Бына нилектән имандаштар араһында: «Ул шәкерт үлмәйәсәк», тигән һүҙ таралды. Әммә Ғайса «ул үлмәйәсәк» тимәне, бары тик: «Мин яңынан килгәнсе уның йәшәүен теләһәм дә, унда һинең ни эшең бар?» – тип кенә әйтте.

[24] Был ваҡиғалар тураһында һөйләп биргән һәм уларҙы яҙып алған шәкерт шуның үҙе ине. Һәм беҙ уның шаһитлығы хаҡ икәнлеген беләбеҙ.

[25] Ғайса быларҙан башҡа ла күп эштәр башҡарҙы. Әгәр ҙә уларҙың һәммәһе бәйнә-бәйнә яҙылһа, ул китаптар донъяға һыймаҫ ине, тип уйлайым.

Яхъя — Chapters