Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 6:23

[1] Бынан һуң Ғайса йәһүдтәрҙең Иерусалимда үткән байрамына китте.

[2] Иерусалимда Һарыҡ Ҡапҡаһы янында йәһүдсә Вифезда тип аталған бер быуа бар ине. Уның тирәләй урынлашҡан бағаналы биш залында

[3] бик күп ауырыуҙар – һуҡырҙар, аҡһаҡтар, паралич һуҡҡан кешеләр [һыу ҡуҙғалыуын көтөп] ятҡан.

[4] [Ваҡыты-ваҡыты менән Раббының бер фәрештәһе быуаға төшөп һыуҙы болғатҡан, һыу болғаныу менән уға беренсе булып төшкән кеше теләһә ниндәй сирҙән һауыҡҡан булған.]

[5] Унда утыҙ һигеҙ йыл буйы ауырыған берәү бар ине.

[6] Ғайса, ул кешене күреп һәм уның шул тиклем оҙаҡ ауырығанын белеп, унан: – Һауығырға теләйһеңме? – тип һораны.

[7] – Эйе, Әфәндем, – тип яуапланы ауырыу, – ләкин һыу болғанған ваҡытта мине быуаға төшөрөр кешем юҡ шул. Мин унда барып еткәнсе, башҡа берәү төшөп өлгөргән була.

[8] – Тор, түшәгеңде ал да атлап кит, – тине уға Ғайса.

[9] Теге кеше шунда уҡ һауыҡты ла, түшәген алып атлап китте. Был хәл шәмбе көнөндә булды.

[10] Шунлыҡтан йәһүдтәр уға: – Бөгөн шәмбе, ҡанун һиңә түшәк күтәреп йөрөргә рөхсәт итмәй, – тинеләр.

[11] Әммә ул: – Мине һауыҡтырған Кеше: «Түшәгеңде ал да атлап кит», – тип әйтте, – тине.

[12] – Һиңә: «Түшәгеңде ал да атлап кит», – тигән кем Ул? – тип һоранылар.

[13] Ләкин һауыҡҡан кеше Уның кемлеген белмәй ине, сөнки Ғайса халыҡ араһына инеп юғалғайны.

[14] Аҙаҡ Ғайса уны Алла Йортонда осратып: – Бына һин һауыҡтың. Тағы ла насарыраҡ хәлгә тарымаҫ өсөн, башҡаса гонаһ ҡылма, – тине.

[15] Ул кеше йәһүдтәрҙең башлыҡтары ҡаршыһына барып, үҙен Ғайсаның һауыҡтырыуын һөйләп бирҙе.

[16] Был эште шәмбе көн башҡарғаны өсөн, йәһүд башлыҡтары Ғайсаны эҙәрлекләй башланы.

[17] – Минең Атам һәр ваҡыт эш өҫтөндә булғанға күрә, Мин дә эшләйем, – тип яуап бирҙе Ул.

[18] Был һүҙҙәрҙән һуң йәһүдтәр Уны тағы ла нығыраҡ үлтерергә теләне, сөнки Ул шәмбе көнөн боҙоп ҡына ҡалманы, ә Алланы Үҙенең Атаһы тип атап, Үҙен Аллаға тиңләне.

[19] Ғайса уларға былай яуапланы: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Атаһының ни эшләгәнен күрмәй тороп, Улы Үҙе һис ни башҡара алмаҫ. Атаһы ни ҡылһа, Улы ла шуны эшләр.

[20] Сөнки Ата Үҙенең Улын ярата һәм Үҙе эшләгән һәр эшен уға күрһәтеп башҡара. Ул һеҙҙең иҫегеҙ китерлек бынан да ҙурыраҡ эштәрҙе күрһәтер.

[21] Ата, үлгәндәрҙе терелтеп, уларға ғүмер биргән кеүек, Улы ла кемгә теләй, шуға ғүмер бирә.

[22] Ата бер кемде лә хөкөм итмәй, ә Үҙенә хөрмәт күрһәткән кеүек Улын да һәр кем ихтирам итһен өсөн, Ул бөтә хөкөмдө Улына тапшырҙы. Кем Улын ихтирам итмәй – шул Уны ебәргән Атаға ла хөрмәт күрһәтмәй.

[24] Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Һүҙемде тыңлап, Мине Ебәреүсегә инанған кеше мәңгелек тормошҡа эйә була. Ул Хөкөм ҡаршыһына баҫмаясаҡ, сөнки ул инде үлемдән тормошҡа күсте.

[25] Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Улының тауышын ишеткәс, үлеләр тереләсәк ваҡыт етеп килә һәм ул килеп етте лә инде!

[26] Үҙендә тормош булған кеүек, Улына ла Үҙ-Үҙендә тормошҡа эйә булыу ҡөҙрәте бирҙе

[27] һәм хөкөм итеү вәкәләтен бирҙе, сөнки Ул – Әҙәм Улы.

[28] Быға ғәжәпләнмәгеҙ, сөнки ҡәберҙәгеләрҙең һәммәһенең Алла Улының тауышын ишетәсәк ваҡыт етеп килә.

[29] Улар ҡәберҙәренән сығасаҡ: яҡшылыҡ эшләгәндәр – йәшәү өсөн, ә яуызлыҡ эшләгәндәр – хөкөм ителеү өсөн тереләсәк.

[30] Мин Үҙемдән-Үҙем бер ни ҙә эшләй алмайым. Нисек ишетәм, шулай хөкөм итәм, һәм Минең хөкөмөм – ғәҙел, сөнки Мин Үҙ ихтыярымды түгел, ә Мине Ебәреүсенең ихтыярын үтәргә тырышам.

[31] – Әгәр ҙә Үҙем хаҡымда Үҙем шаһитлыҡ ҡылам икән, Минең һүҙҙәрем бер ни ҙә тормаҫ ине.

[32] Ләкин Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылған башҡа Берәү бар, Мин беләм: Уның шаһитлығы хаҡ.

[33] Һеҙ Яхъя ҡаршыһына үҙегеҙҙең кешеләрегеҙҙе ебәрҙегеҙ һәм ул хәҡиҡәт тураһында шаһитлыҡ ҡылды.

[34] Ләкин Мин кешеләрҙең шаһитлығына мохтаж түгел, быларҙы һеҙҙең ҡотолоуығыҙ өсөн һөйләйем.

[35] Яхъя янып һәм балҡып торған яҡтыртҡыс ине, ә һеҙ уның яҡтылығына аҙ ваҡытҡа ғына ҡыуанырға теләнегеҙ.

[36] Әммә Минең шаһитлығым Яхъяныҡынан ҙурыраҡ: ул – Атамдың Миңә башҡарырға биргән эштәре. Башҡарған шул эштәрем Минең Атам тарафынан ебәрелеүемде раҫлай.

[37] Мине ебәргән Атам Үҙе лә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылды. Һеҙ Уның тауышын бер ҡасан да ишетмәнегеҙ, йөҙ-ҡиәфәтен күрмәнегеҙ

[38] һәм күңелдәрегеҙҙә Уның һүҙе юҡ, сөнки Ул ебәргән Затҡа ышанмайһығыҙ.

[39] Һеҙ, мәңгелек тормошто табырға уйлап, Изге Яҙмаларҙы тикшерәһегеҙ. Ә бит уларҙа Минең хаҡта һүҙ бара!

[40] Әммә, тормош алыр өсөн, Минең яныма килергә теләмәйһегеҙ.

[41] Мин кешеләрҙең данлауына мохтаж түгел.

[42] Шуны беләм: һеҙҙә Аллаға ҡарата мөхәббәт юҡ!

[43] Мин Атам исеменән килдем – һеҙ Мине ҡабул итмәйһегеҙ, әммә үҙ исеменән килгән башҡа берәүҙе ҡабул итерһегеҙ.

[44] Һеҙ бер-берегеҙҙән дан ҡаҙанырға тырышаһығыҙ, берҙән-бер Алланан булған маҡтауҙы эҙләмәйһегеҙ. Шулай булғас, нисек итеп иман тота алырһығыҙ?

[45] Атам алдында һеҙҙе ғәйепләр тип уйламағыҙ. Һеҙҙең ғәйепләүсегеҙ бар – үҙегеҙ өмөт бағлаған Муса.

[46] Әгәр ҙә Мусаға ышанһағыҙ, Миңә лә ышаныр инегеҙ, сөнки ул Минең хаҡта яҙҙы.

[47] Уның яҙғандарына ышанмағас, Минең һүҙҙәремә нисек ышанырһығыҙ?

Яхъя — Chapters