Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 5:26

[1] – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кем һарыҡ аҙбарына ҡапҡанан түгел, ә башҡа юл менән инә, ул ҡараҡ һәм юлбаҫар.

[2] Ә ҡапҡанан инеүсе һарыҡтарға көтөүсе була.

[3] Һаҡсы уға ҡапҡа аса, һарыҡтар уның тауышын таный һәм ул, һарыҡтарын исемдәре менән саҡырып, уларҙы алып сыға.

[4] Үҙенең бөтә һарыҡтарын алып сыҡҡас, ул алдан атлай, ә һарыҡтар артынан эйәреп бара, сөнки улар уның тауышын таный.

[5] Ә ят кешегә улар эйәрмәй, тауышы таныш булмағанлыҡтан, унан ҡасып китәләр.

[6] Ғайса ошо кинәйәне һөйләне, ләкин фарисейҙар Уның нимә хаҡында һөйләгәнен аңламаны.

[7] Ғайса иһә һүҙен дауам итте: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Мин – һарыҡтарға ҡапҡа.

[8] Минән алда килгәндәрҙең бөтәһе лә ҡараҡ һәм юлбаҫар ине, һарыҡтар уларҙы тыңламаны.

[9] Мин – ҡапҡа. Минең аша инеүсе ҡотоласаҡ, иркен инеп-сығып йөрөйәсәк һәм үҙенә көтөүлек табасаҡ.

[10] Ҡараҡ ул урлау, үлтереү һәм һәләк итеү өсөн генә килә. Мин иһә уларға тормош, тулы мәғәнәһендә тормош бирергә килдем.

[11] Мин – яҡшы көтөүсе: яҡшы көтөүсе һарыҡтары өсөн йәнен фиҙа ҡыла.

[12] Ә ялланғаны – ысын көтөүсе түгел. Ул, һарыҡтар үҙенеке булмағанлыҡтан, уларҙы ҡайғыртмай: бүре килгәнен күреп, һарыҡтарҙы ташлап ҡаса; бүре, һөжүм итеп, һарыҡтарҙы тамаҡлап китә.

[14] Мин – яҡшы көтөүсе. Ата – Мине, Мин Атаны таныған кеүек, Мин Үҙемдең һарыҡтарымды таныйым, улар Мине таный. Мин һарыҡтарым өсөн ғүмеремде бирәм.

[16] Минең был аҙбарҙа булмаған бүтән һарыҡтарым да бар. Уларҙы ла алып килергә тейешмен. Улар Минең тауышымды тыңлаясаҡ, һәм бер көтөү, бер көтөүсе булыр.

[17] Атам Мине шуның өсөн ярата: Мин Үҙ ғүмеремде уны яңынан алыу өсөн бирәм.

[18] Уны Минән бер кем дә тартып алмай, Мин уны Үҙем бирәм. Уны бирергә лә, кире алырға ла хакимлығым бар. Был бойороҡто Миңә Атам бирҙе.

[19] Был һүҙҙәр һөҙөмтәһендә йәһүдтәр араһында йәнә бәхәс ҡупты.

[20] – Уға ен эйәләшкән, Ул һаташа. Ниңә Уны тыңлайһығыҙ? – тине күптәре.

[21] Башҡалары иһә: – Былар ен эйәләшкән кеше һүҙҙәре түгел. Ен һуҡырҙың күҙен аса аламы ни? – тип ҡаршы төштө.

[22] Ҡыш килеп етте. Иерусалимда Яңырыу байрамы ине.

[23] Ғайса Алла Йортонда Сөләймән бағаналы залы буйлап йөрөгән саҡта,

[24] йәһүдтәр Уның тирәһенә йыйылды. – Һин түҙемлегебеҙҙе ҡасанға тиклем һынарға уйлайһың? Мәсих булһаң, беҙгә асыҡ итеп әйт, – тинеләр Уға.

[25] Ғайса былай тип яуап бирҙе: – Мин һеҙгә әйткәйнем инде, ә һеҙ ышанмайһығыҙ. Атам исеменән башҡарған эштәрем Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡыла.

[26] Әммә һеҙ ышанмайһығыҙ, сөнки Минең һарыҡтарым түгелһегеҙ.

[27] Минең һарыҡтарым Минең тауышымды ишетә, Мин дә уларҙы таныйым һәм улар Минең артымдан бара.

[28] Мин уларға мәңгелек тормош бирәм. Улар бер ҡасан да һәләк булмаясаҡ һәм уларҙы бер кем дә Минән тартып ала алмаясаҡ.

[29] Уларҙы Миңә биргән Атам һәммәһенән бөйөк. Атамдың ҡулынан тартып алырға бер кемдең дә хәленән килмәй.

[30] Мин һәм Ата – бербеҙ.

[31] Йәһүдтәр, Уны үлтерергә теләп, тағы ҡулдарына таш алды.

[32] – Мин һеҙгә Атам тарафынан күп яҡшы эштәр күрһәттем. Шуларҙың ҡайһыһы өсөн Мине таш менән бәреп үлтерергә теләйһегеҙ? – тине Ғайса.

[33] Йәһүдтәр Уға: – Беҙ Һине яҡшы эштәрең өсөн түгел, ә көфөр һөйләүең, кеше булыуыңа ҡарамаҫтан, Үҙеңде Алла итеп күрһәтеүең өсөн үлтерергә теләйбеҙ, – тинеләр.

[34] Ғайса уларға шулай яуап бирҙе: – Алланың: «„Һеҙ – илаһтар“, – тинем Мин», тигән һүҙҙәре ҡанунығыҙҙа яҙылған түгелме?

[35] Ә Изге Яҙманы юҡҡа сығарып булмай. Әгәр ҙә Алла һүҙе бирелгәндәр илаһ тип аталған икән,

[36] «Мин – Алла Улы», тигән мәлдә нисек һеҙ Миңә «Көфөр һөйләйһең» тип әйтә алаһығыҙ? Мине Алла Үҙе изге хеҙмәткә айырып, был донъяға ебәрҙе бит.

[37] Атамдың эштәрен башҡармаһам, Миңә ышанмағыҙ.

[38] Ә инде башҡарам икән, Минең Үҙемә ышанмаһағыҙ, ҡылған эштәремә ышанығыҙ! Ана шунда инде һеҙ Атамдың Миндә, ә Минең Атамда икәнлеген аңларһығыҙ һәм белерһегеҙ.

[39] Уны тағы ҡулға алырға тырыштылар, әммә Ул ҡасып китте.

[40] Ғайса ҡабат Иордан аръяғына, элек Яхъя һыуға сумдырып йөрөгән урынға юл тотто һәм шунда ҡалды.

[41] Уның янына күптәр килеп бер-береһенә: – Яхъя бер генә мөғжизә лә күрһәтмәне, әммә Яхъяның Уның тураһында бөтә әйткәндәре лә дөрөҫ, – тиештеләр.

[42] Һәм унда күптәр Ғайсаға инанды.

Яхъя — Chapters