Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 5:06

[1] Аҙнаның беренсе көнөндә таң менән, әле ҡараңғы ваҡытта уҡ, магдалалы Мәрйәм ҡәбер янына килде һәм ауыҙына терәтелгән таштың ситкә алып ташланыуын күрҙе.

[2] Ул Симон Петрға һәм Ғайсаның теге яратҡан шәкерте янына йүгереп барып уларға: – Хужабыҙҙы ҡәберҙән алып киткәндәр. Ҡайҙа һалғандарын белмәйбеҙ, – тине.

[3] Петр менән әлеге шәкерт ҡәбер янына китте.

[4] Улар икеһе лә йүгереп барҙы, әммә шәкерт Петрға ҡарағанда шәберәк йүгерҙе, алданыраҡ барып етте.

[5] Эйелеп эскә ҡарағас, ул унда ятҡан кәфенде күрҙе, ләкин ҡәбер эсенә инмәне.

[6] Уның артынса Симон Петр ҙа килеп етте. Ул, мәмерйә эсенә инеп, унда ятҡан кәфенде

[7] һәм Ғайсаның башына уралған яулыҡты күрҙе. Әммә яулыҡ кәфен менән бергә түгел, ә урап ҡуйылғанса, үҙ урынында айырым ята ине.

[8] Шунда ҡәбер янына алданыраҡ йүгереп килгән шәкерт тә эскә инде, ул барыһын да күрҙе һәм ышанды.

[9] Улар Ғайсаның үленән тереләсәге тураһында Изге Яҙмала әйтелгәнде аңламайҙар ине әле.

[10] Шунан һуң шәкерттәр өйҙәренә ҡайтты.

[11] Ә Мәрйәм тышта ҡәбер янында илап ҡалды. Ул илай-илай ҡәбер эсенә эйелеп ҡараны һәм

[12] унда аҡтан кейенгән ике фәрештәне күрҙе. Уларҙың береһе Ғайсаның кәүҙәһе ятҡан урындың баш осонда, икенсеһе аяҡ осонда ултыра ине. Улар:

[13] – Ханым! Ниңә илайһың? – тип һораны. – Хужамды алып киткәндәр, ә ҡайҙа ҡуйғандарын белмәйем, – тине Мәрйәм.

[14] Шулай тигәндән һуң артына боролоп ҡараны, унда баҫып торған Ғайсаны күрҙе, әммә Уны таныманы.

[15] – Һеңлем, ниңә илайһың? Кемде эҙләйһең? – тине уға Ғайса. Мәрйәм Уны баҡсасы тип уйлап: – Әфәндем! Уны һин алып киткән булһаң, ҡайҙа ҡуйғаныңды әйт, мин барып алырмын, – тине.

[16] Ғайса уға: – Мәрйәм! – тип өндәште. Мәрйәм, әйләнеп ҡарап, йәһүдсә: – Раббуни (йәғни Остаз)! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.

[17] – Мине тотма! – тине Ғайса, – Мин әле Атам янына күтәрелмәнем. Шәкерттәремә ҡайтып әйт: «Мин Үҙемдең һәм һеҙҙең Атағыҙ янына, Үҙемдең һәм һеҙҙең Аллағыҙ янына күтәреләм».

[18] Магдалалы Мәрйәм шәкерттәргә барып: – Мин Хужабыҙҙы күрҙем, – тине һәм Ғайсаның әйткәндәрен һөйләп бирҙе.

[19] Шәкерттәр шул көндө, йәғни аҙнаның беренсе кисендә, йәһүдтәрҙән ҡурҡып, өй ишектәрен бикләп йыйылып ултыралар ине. Шунда Ғайса килеп инде. Ул уртаға баҫып: – Именлек һеҙгә! – тине.

[20] Быны әйткәс, ҡулдарын һәм ҡабырғаһын күрһәтте. Шәкерттәр Раббыларын күреп бик ҡыуанды.

[21] Ғайса тағы: – Именлек һеҙгә! – тип ҡабатланы. – Атам Мине ебәргән кеүек, Мин дә һеҙҙе ебәрәм.

[22] Шулай тигәс, һулышын уларға өрөп: – Изге Рухты ҡабул итегеҙ!

[23] Кемдең гонаһтарын кисерһәгеҙ, шуныҡы кисерелер; кемдекен кисермәйһегеҙ, уныҡы кисерелмәҫ, – тине.

[24] Ғайса килгәндә ун икенең береһе, Игеҙәк ҡушаматлы Фома, улар янында юҡ ине.

[25] Башҡа шәкерттәр уға: – Беҙ Хужабыҙҙы күрҙек! – тинеләр. Ә ул уларға: – Уның ҡулдарындағы ҡаҙаҡтан алған яраларын күрмәйенсә, шул яраларға бармағымды, ҡабырғаһындағы йәрәхәткә ҡулымды тейҙереп ҡарамайынса, ышанмаясаҡмын, – тип яуапланы.

[26] Бер аҙна үткәс, шәкерттәр тағы бергә йыйылып ултырғанда, Фома ла улар янында ине. Ишек бикле булһа ла, Ғайса килеп инде һәм уларҙың уртаһына баҫып: – Именлек һеҙгә! – тине.

[27] Унан Фомаға: – Бармағыңды бында һуҙ ҙа ҡулдарыма ҡара. Ҡулың менән ҡабырғамдағы йәрәхәткә тей! Башҡаса шикләнмә һәм ышан, – тине.

[28] – Минең Раббым һәм минең Аллам! – тип ҡысҡырып ебәрҙе Фома.

[29] Ғайса уға: – Һин Мине күргәнгә күрә ышандың. Мине күрмәйенсә иман тотоусылар бәхетле, – тине.

[30] Ғайса шәкерттәре алдында был китапта яҙылмаған башҡа бик күп мөғжизәләр ҙә күрһәтте.

[31] Былары иһә Ғайсаның Алла Улы, Мәсих булыуына һеҙ инанһын өсөн һәм, Уға инаныу арҡаһында, Уның исеменән һеҙгә тормош булһын өсөн яҙылды.

Яхъя — Chapters