Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 6:27

[1] Китеп барғанда Ғайса тыумыштан уҡ һуҡыр бер кешене күрҙе.

[2] Шәкерттәре Унан: – Остаз! Ниңә был кеше һуҡыр булып тыуған икән? Ул үҙе гонаһ ҡылғанмы, әллә ата-әсәһеме? – тип һораны.

[3] – Ул үҙе лә, ата-әсәһе лә ғәйепле түгел, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Уның ауырыуы аша Алланың ҡөҙрәте күренһен өсөн һуҡыр булып тыуған ул.

[4] Көн үткәнсе Мин Үҙемде Ебәреүсенең эшен башҡарырға тейешмен. Төн етеп килә, ул саҡта һис кем бер нәмә лә эшләй алмаҫ.

[5] Донъяла булған ваҡытымда Мин – донъяға яҡтылыҡ.

[6] Шулай тигәндән һуң, Ул ергә төкөрҙө, төкөрөгөн тупраҡҡа ҡушып иҙеп, шул лайланы һуҡырҙың күҙҙәренә һөрттө лә

[7] уға: – Силоам быуаһына барып йыуын, – тине (Силоам – «ебәрелгән» тигән мәғәнәлә). Һуҡыр барып йыуынды һәм күҙҙәре күреп килде.

[8] Күршеләре һәм элек уның хәйер һорашҡанын күргән кешеләр: – Был теге хәйер һорап юл ситендә ултырған кеше түгелме һуң? – тиештеләр.

[9] Ҡайһы берәүҙәре: – Эйе, был тап үҙе. Икенселәре: – Юҡ, ул шул кешегә оҡшаған ғына, – тине. Ул үҙе иһә: – Мин шул кеше, – тине.

[10] – Күҙҙәрең нисек асылды һуң? – тип һоранылар унан.

[11] Ул: – Ғайса исемле Кеше лайла яһап күҙҙәремә һөрттө лә: «Силоам быуаһына барып йыуын», – тине. Барып йыуынғайным, күҙҙәрем асылды, – тип яуап бирҙе.

[12] – Ул Кеше ҡайҙа? – тип һорағастар: – Белмәйем, – тип яуапланы.

[13] Элек һуҡыр булған кешене фарисейҙар янына алып барҙылар,

[14] сөнки Ғайса лайла яһап уны һауыҡтырған көн шәмбе ине.

[15] Фарисейҙар ҙа унан нисек күрә башлауы тураһында һорашты. – Ул тәүҙә минең күҙҙәремә лайла һөрттө, аҙаҡ йыуынғайным, күрә башланым, – тип яуап ҡайтарҙы һауыҡҡан кеше.

[16] Ҡайһы бер фарисейҙар: – Был Кеше Алланан түгел, сөнки Ул шәмбе көндөң ҡағиҙәһен тотмай, – тинеләр. – Гонаһлы кеше бындай мөғжизә ҡыла алыр инеме ни? – тип икенселәре ҡаршы төштө. Улар араһында бәхәс ҡупты.

[17] Элекке һуҡырҙан: – Һин, Ул минең күҙҙәремде асты, тиһең. Кем Ул, һинеңсә? – тип тағы ла һораштылар. – Пәйғәмбәр, – тине теге кеше.

[18] Әммә йәһүд башлыҡтары уның һуҡыр булғанына һәм күрә башлауына ышанырға теләмәне, ата-әсәһен саҡырып,

[19] уларҙан: – Тыумыштан һуҡыр тигән улығыҙ ошомо? Ни эшләп ул хәҙер күрә һуң? – тип һоранылар.

[20] – Уның беҙҙең улыбыҙ икәнен дә, һуҡыр булып тыуғанын да беләбеҙ, – тип яуапланы ата-әсә. –

[21] Ә әле нисек күрә башлағанын һәм күҙҙәрен кем асҡанын белмәйбеҙ. Ул инде бәлиғ булған, үҙенән һорағыҙ, үҙе хаҡында үҙе һөйләһен.

[22] Һуҡырҙың ата-әсәһе, йәһүд башлыҡтарынан ҡурҡҡанлыҡтан, шулай яуап бирҙе. Сөнки башлыҡтар Ғайсаның Мәсих икәнлеген таныған һәр кемде ғибәҙәтхананан айырырға ҡарар иткәйне.

[23] Шунлыҡтан уның ата-әсәһе: «Ул инде бәлиғ булған, үҙенән һорағыҙ», – тине.

[24] Шулай итеп, элек һуҡыр булған кеше икенсе тапҡыр саҡыртылды. Башлыҡтар уға: – Алла алдында дөрөҫөн әйт! Һин әйткән кешенең гонаһлы икәнен беләбеҙ, – тинеләр.

[25] – Гонаһлымы, түгелме, уныһы миңә билдәһеҙ, – тип яуап бирҙе элекке һуҡыр. – Шуны ғына беләм: мин һуҡыр инем, ә хәҙер күрәм.

[26] Унан тағы ла: – Ул нимә эшләне һуң? Һинең күҙҙәреңде нисек асты? – тип һораштылар.

[27] – Мин һеҙгә һөйләгәйнем инде, ләкин һеҙ тыңламанығыҙ. Ниңә тағы бер тапҡыр ишеткегеҙ килә? Әллә һеҙ ҙә Уның шәкерттәре булырға ниәтләйһегеҙме? – тип яуап бирҙе ул.

[28] Тегеләр ныҡ асыуланып: – Уның шәкерте – һин, ә беҙ – Мусаның шәкерттәре!

[29] Беҙ Алланың Муса менән һөйләшкәнен беләбеҙ. Ә был Ғайса тигән Әҙәмдең ҡайҙан икәнлеге билдәһеҙ, – тип ҡысҡырҙылар.

[30] – Шуныһы ғәжәп тә: һеҙ Уның ҡайҙан икәнлеген белмәйһегеҙ, ә Ул минең күҙҙәремде асты! – тине күрә башлаған кеше. –

[31] Алланың гонаһлыларҙы тыңламауын беҙ беләбеҙ. Ул бары тик Үҙенә табыныусыны һәм Уның ихтыярын үтәүсене генә тыңлай.

[32] Берәйһенең тыумыштан һуҡыр кешенең күҙҙәрен асҡаны тураһында ғүмерҙә лә ишетелгәне юҡ ине.

[33] Әгәр ҙә ул Кеше Алланан булмаһа, бер нәмә лә эшләй алмаҫ ине бит.

[34] – Һин бөтөн булмышың менән гонаһтан яралып тыуғанһың. Һинме беҙҙе өйрәтәһең! – тип уны ҡыуып сығарҙылар.

[35] Ғайса, элекке һуҡырҙы ҡыуып сығарғандарын ишеткәс, уны эҙләп табып: – Һин Әҙәм Улына ышанаһыңмы? – тип һораны.

[36] – Әфәндем, мин Уға ышанһын өсөн, Уның кем икәнен әйт миңә, – тип яуап бирҙе теге.

[37] Ғайса: – Һин Уны күрҙең. Хәҙер һинең менән Ул һөйләшә, – тине.

[38] – Әфәндем, мин ышанам! – Күҙҙәре асылған кеше ергә йығылды һәм тубыҡланып Уға баш эйҙе.

[39] Ғайса: – Мин был донъяға күрмәгәндәр күрһен, ә күргәндәр һуҡырайһын тип, хөкөм итеү өсөн килдем, – тине.

[40] Уның янында торған ҡайһы бер фарисейҙар быны ишеткәс: – Беҙҙе лә һуҡырға һанамайһыңдыр бит? – тип һоранылар.

[41] – Әгәр һеҙ ысынлап та һуҡыр булһағыҙ, гонаһлы булмаҫ инегеҙ. Ә һеҙ, күрәбеҙ, тиһегеҙ, тимәк, гонаһығыҙ үҙегеҙҙә ҡала, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса.

Яхъя — Chapters