Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 4:40

[1] – Борсолмағыҙ! Аллаға ышанаһығыҙ икән, Миңә лә ышанығыҙ!

[2] Атам йортонда йәшәр урын күп. Шулай булмаһа, һеҙгә урын эҙләргә китәм, тип әйтмәҫ инемме ни?

[3] Барып урын әҙерләгәс, һеҙ ҙә Минең менән бергә булһын өсөн, яңынан килеп, һеҙҙе Үҙ яныма аласаҡмын.

[4] Мин бара торған урынға юлды беләһегеҙ.

[5] – Хужам! Һинең ҡайҙа китеүең беҙгә билдәһеҙ, шулай булғас, унда барыр юлды ҡайҙан беләйек? – тине Фома.

[6] Ғайса уға: – Мин – юл, хәҡиҡәт һәм тормош. Минең аша үтеп кенә Атам янына барып була.

[7] Мине беләһегеҙ икән, Атамды ла белерһегеҙ. Ошо ваҡыттан башлап һеҙ Уны беләһегеҙ һәм күрҙегеҙ ҙә инде, – тип яуап бирҙе.

[8] – Хужам! Беҙгә Атаны күрһәтһәң, беҙ ҡәнәғәт булырбыҙ, – тине Филипп.

[9] – Филипп, ни тиклем ваҡыт һеҙҙең менән бергәмен, ә һин Мине белмәйһеңдәме ни? – тине Ғайса. – Мине күргән кеше Атаны ла күргән була. Нисек инде һин: «Беҙгә Атаны күрһәт», – тиһең?

[10] Минең – Атала, Атаның Миндә булыуына ышанмайһыңмы ни? Ә бит һеҙгә һөйләгән һүҙҙәрҙе Мин Үҙемдән һөйләмәйем, Миндәге Атам Үҙенең эштәрен башҡара.

[11] Ышанығыҙ: Мин – Атала, Атам – Миндә. Әйткәндәремә ышанмайһығыҙ икән, ҡылған эштәрем арҡылы ышанығыҙ.

[12] Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Миңә инанған кеше Мин башҡарған эштәрҙе, хатта уларға ҡарағанда ҙурыраҡтарын да башҡарыр, сөнки Мин Атам янына китәм.

[13] Исемемде әйтеп нимә генә һораһағыҙ ҙа, эшләрмен; шулай итеп Ата Үҙ данлы бөйөклөгөн Улы аша күрһәтер.

[14] Исемемде әйтеп нимә һораһағыҙ ҙа, эшләрмен.

[15] – Әгәр Мине яратһағыҙ, әмерҙәремде үтәрһегеҙ.

[16] Мин Атамдан һорармын һәм Ул һеҙгә бүтән Яҡлаусы бирер, ә Ул мәңге һеҙҙең менән булыр.

[17] Ул Яҡлаусы – Хәҡиҡәт Рухы. Донъя Уны күрмәгәнгә һәм белмәгәнгә күрә ҡабул итә алмай, ә һеҙ Уны беләһегеҙ, ул һеҙҙең менән ҡалыр һәм күңелегеҙҙә булыр.

[18] Мин һеҙҙе етем ҡалдырмам, яңынан янығыҙға килермен.

[19] Тағы аҙ ғына ваҡыт үткәс, донъя Мине күрмәйәсәк, ә һеҙ күрәсәкһегеҙ. Мин йәшәйем икән, һеҙ ҙә йәшәйәсәкһегеҙ.

[20] Шул көндө һеҙ Минең – Атамда, үҙегеҙҙең – Миндә һәм Минең һеҙҙә икәнлегемде белерһегеҙ.

[21] Әмерҙәремде ҡабул итеп, уларҙы үтәгән кеше Мине ярата. Ә Мине яратҡан кешене Атам да яратыр, Мин дә яратырмын һәм уға Үҙемде күрһәтермен.

[22] Йәһүҙә (Искариот түгел) Унан: – Хужам! Ни өсөн Һин Үҙеңде донъяға түгел, ә беҙгә күрһәтергә теләйһең? – тип һораны.

[23] Ғайса уға былай тип яуап бирҙе: – Мине яратҡан кеше Минең Һүҙемде тотор. Ул саҡта Атам да уны яратыр һәм Беҙ, уның янына килеп, уның менән бергә йәшәрбеҙ.

[24] Мине яратмаған кеше һүҙемде лә тотмай. Ә бит һеҙ ишетә торған һүҙ Минән түгел, ә Мине ебәргән Атанан.

[25] Мин быларҙы һеҙҙең менән бергә булғанда уҡ әйткәйнем.

[26] Ә Минең исемемдән Атам ебәрәсәк Яҡлаусы – Изге Рух – һеҙҙе һәр нәмәгә өйрәтер һәм Мин һөйләгәндәрҙең бөтәһен дә хәтерегеҙгә төшөрөр.

[27] Мин һеҙгә тыныслыҡ ҡалдырып, Үҙемдең тыныслығымды һеҙгә бирәм, әммә Мин биргән тыныслыҡ кешеләр биргән кеүек түгел. Күңелегеҙҙе хәүеф биләмәһен! Ҡурҡмағыҙ!

[28] Һеҙ Минең: «Һеҙҙән китәм һәм һеҙгә киләсәкмен», – тигәнемде ишеттегеҙ. Әгәр ҙә Мине яратһағыҙ, Атам янына китеүемә ҡыуаныр инегеҙ, сөнки Атам Минән бөйөгөрәк.

[29] Мин һеҙгә был һүҙҙәрҙе буласаҡ хәлдәр тормошҡа ашҡанда һеҙ ышанһын өсөн хәҙер һөйләйем.

[30] Инде һеҙҙең менән бүтәнсә һөйләшә алмам, сөнки был донъяның хакимы килә. Уның Минең өҫтөмдән хакимлығы юҡ,

[31] әммә донъя белһен: Мин Атамды яратам һәм Уның Миңә ҡушҡан әмерҙәренең барыһын да башҡарам. Тороғоҙ, бынан китәйек!

Яхъя — Chapters