Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 4:44

[1] – Мин быларҙы иманығыҙ ҡаҡшамаһын өсөн һөйләнем.

[2] Һеҙҙе ғибәҙәтханаларҙан айырырҙар. Хатта шундай ваҡыт килер: һеҙҙе үлтергән һәр кем, Аллаға шуның менән хеҙмәт итәм, тип уйлар.

[3] Ә былай эшләүҙәре Атаны ла, Мине лә белмәүҙәренән.

[4] Мин быны шуның өсөн әйттем: уларҙың ваҡыты еткәс, ошо хаҡта һөйләгәндәремде иҫегеҙгә төшөрөрһөгөҙ. Элек быларҙы һөйләмәнем, сөнки һеҙҙең менән бергә инем.

[5] Ә хәҙер Мин Үҙемде Ебәреүсе янына китәм, инде берегеҙ ҙә Минән: «Ҡайҙа бараһың?» – тип һорамай,

[6] сөнки Минең һүҙҙәремдән күңелдәрегеҙҙе хәсрәт биләп алды.

[7] Әммә һеҙгә дөрөҫөн әйтәм: Минең китеүем һеҙҙең өсөн хәйерлерәк, әгәр китмәһәм, һеҙгә Яҡлаусы килмәйәсәк; ә китһәм, Мин Уны һеҙгә ебәрәсәкмен.

[8] Ул, килгәс, гонаһҡа, ғәҙеллеккә һәм хөкөмгә ҡарата дөрөҫ фекер йөрөтмәгән донъяны фашлаясаҡ:

[9] гонаһ – Миңә ышанмауҙарында;

[10] ғәҙеллек – Минең Атам янына китеүемдә һәм һеҙҙең Мине бүтәнсә күрмәүегеҙҙә;

[11] хөкөм – был донъяның хакимы инде хөкөм ителеүҙә.

[12] Һеҙгә әйтәһе һүҙҙәрем бик күп, әммә хәҙер һеҙ уларҙы ҡабул итә алмаҫһығыҙ.

[13] Хәҡиҡәт Рухы килгәс инде, Ул һеҙгә тулы хәҡиҡәткә барыу юлын күрһәтер. Ул һеҙгә Үҙенән сығып түгел, ә ишеткәнен һөйләр һәм киләсәк тураһында хәбәр итер.

[14] Ул Минән алғанын һөйләр һәм Мине бөйөк итеп күрһәтер.

[15] Атамдың нимәһе бар – бөтәһе лә Минеке. Шуға күрә: «Минән алғанын һеҙгә һөйләр», – тинем.

[16] Күп тә үтмәҫ, һеҙ Мине күрмәҫһегеҙ, ә йәнә бер аҙҙан ҡабат күрерһегеҙ.

[17] Шунан һуң ҡайһы бер шәкерттәре бер-береһенә: – «Күп тә үтмәҫ, һеҙ Мине күрмәҫһегеҙ, ә йәнә бер аҙҙан ҡабат күрерһегеҙ» һәм: «Мин Атам янына китәм» тип әйтеүе нимә аңлата икән?

[18] «Бер аҙҙан» тигәне ни икән? Беҙ Уның нимә һөйләүен аңламайбыҙ! – тиештеләр.

[19] Ғайса, уларҙың ни хаҡта һорарға теләүен белеп, былай тине: – Һеҙ бер-берегеҙҙән: «Күп тә үтмәҫ, һеҙ Мине күрмәҫһегеҙ, ә йәнә бер аҙҙан ҡабат күрерһегеҙ», – тигән һүҙҙәремдең нимә аңлатыуын һорашаһығыҙмы?

[20] Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ иларһығыҙ, көйөнөрһөгөҙ, ә донъя шатланыр. Һеҙ ҡайғырырһығыҙ, әммә ҡайғығыҙ шатлыҡҡа әйләнер.

[21] Сәғәте еткәс, бала тыуҙырыусы ҡатын яфа сигә, әммә балаһын тыуҙырғас, донъяға кеше тыуҙырыу шатлығынан, кисергән ғазаптарын онота.

[22] Шуның һымаҡ, һеҙ ҙә хәҙер ҡайғыраһығыҙ; әммә Мин һеҙҙе тағы күрәсәкмен, күңелегеҙҙе шатлыҡ биләп алыр һәм ул шатлыҡты һеҙҙән бер кем дә тартып ала алмаҫ.

[23] Ул көндә Минән бер нәмә тураһында ла һорамаҫһығыҙ. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең исемемдән Атанан нимә генә һораһағыҙ ҙа, Ул һеҙгә бирер.

[24] Бығаса һеҙ Минең исемемдән бер ни ҙә һораманығыҙ. Һорағыҙ һәм алырһығыҙ, күңелдәрегеҙ шатлыҡ менән тулыр.

[25] – Әлегәсә Мин быларҙы һеҙгә кинәйә менән һөйләнем; ләкин сәғәте еткәс, һеҙгә Атам хаҡында кинәйәләп түгел, асыҡ итеп әйтермен.

[26] Ул көндә Унан Минең исемемдән һорарһығыҙ. Мин: «Һеҙҙең өсөн Атамдан үтенермен», – тимәйем,

[27] сөнки Мине яратҡанығыҙға һәм Минең Алланан килеүемә ышанғанығыҙға күрә, Атам Үҙе һеҙҙе ярата.

[28] Мин донъяға Атамдан килдем һәм бына, донъяны яңынан ҡалдырып, Атам янына китәм.

[29] Шәкерттәре: – Бына хәҙер Һин кинәйә менән түгел, ә асыҡ итеп һөйләйһең, – тинеләр. –

[30] Хәҙер беҙ Һинең бар нәмәне белеүеңде һәм хатта һорағанға тиклем үк белеп тороуыңды аңланыҡ. Шуға күрә беҙ Һинең Алланан килеүеңә ышанабыҙ.

[31] Ғайса уларға былай яуапланы: – Хәҙер ышандығыҙмы инде?

[32] Бына ваҡыт етә, эйе, ул етте инде: һеҙ барығыҙ ҙа, Мине яңғыҙ ҡалдырып, өйҙәрегеҙгә таралырһығыҙ. Ләкин Мин яңғыҙ түгел, сөнки Атам Минең менән.

[33] Мин быны һеҙ Миндә тыныслыҡ тапһын өсөн әйттем. Донъяла һеҙ күп ҡайғылар кисерерһегеҙ, ләкин ҡыйыу булығыҙ: Мин донъяны еңдем!

Яхъя — Chapters