[1] Йәһүд башлыҡтары араһында Никодим атлы бер фарисей бар ине.
[2] Бер ваҡыт ул төндә Ғайса янына килеп: – Остаз! Беҙ һинең Алла тарафынан ебәрелгән Остаз икәнлегеңде беләбеҙ. Һин ҡылған мөғжизәләрҙе, Алланың ярҙамы булмаһа, бер кем дә эшләй алмаҫ ине, – тине.
[3] Ғайса уға: – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: кеше юғарынан тыумаһа, ул Алла Батшалығын күрә алмаҫ, – тип яуап бирҙе.
[4] – Кеше инде ҡартайып бөткәс нисек итеп яңынан тыуа алһын? – тип аптыраны Никодим. – Ул әсәһе ҡарынына ҡабат инеп, икенсе тапҡыр тыуа аламы ни?
[5] Ғайса былай тип яуапланы: – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: кеше һыуҙан һәм Рухтан тыумаһа, Алла Батшалығына инә алмаҫ!
[6] Тәндән тыуған – тән; Рухтан тыуған – рух.
[7] Минең һиңә: «Һеҙ юғарынан тыуырға тейеш», – тип әйтеүемә ғәжәпләнмә.
[8] Ел ҡайҙа теләй, шунда иҫә, һин уның тауышын ишетәһең, ләкин ҡайҙан килеп ҡайҙа киткәнен белмәйһең. Рухтан тыуған һәр кем менән дә шулай була.
[9] Никодим Унан: – Нисек улай була алһын? – тип һораны.
[10] – Һин, Израиль халҡы мөғәллиме була тороп, шуларҙы белмәйһеңме ни? – тине Ғайса. –
[11] Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: беҙ ни белһәк, шуны һөйләйбеҙ; ни күрһәк, шуға шаһитлыҡ ҡылабыҙ; ә һеҙ беҙҙең шаһитлығыбыҙҙы ҡабул итмәйһегеҙ.
[12] Ерҙәге хәлдәр тураһында һөйләгәнемә ышанмайһығыҙ икән, күктәгеләре хаҡында һөйләһәм, нисек ышанырһығыҙ?
[13] Ә бит күккә күтәрелгән һәм күктән төшкән Әҙәм Улынан башҡа берәүҙең дә унда күтәрелгәне юҡ.
[14] Әҙәм Улына инанған һәр кем мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Муса сүлдә баҡыр йыланды күтәргән кеүек, Әҙәм Улы ла шулай күтәрелергә тейеш.
[16] Алла донъяны шул тиклем яратты, хатта Улына инанған бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн, Ул Үҙенең берҙән-бер Улын бирҙе.
[17] Алла Үҙенең Улын донъяны хөкөм итергә тип түгел, ә донъя Уның аша ҡотолһон өсөн донъяға ебәрҙе.
[18] Улына инаныусы хөкөм ителмәй, ә инанмаусы хөкөм ителде инде, сөнки ул Алланың берҙән-бер Улына ышанманы.
[19] Ә хөкөм бына шул: донъяға яҡтылыҡ килде, әммә кешеләр, эштәре яман булғанлыҡтан, яҡтылыҡ урынына ҡараңғылыҡты яратты.
[20] Яуызлыҡ ҡылған һәр кем яҡтылыҡҡа нәфрәтле һәм, үҙенең яман эштәре асылыуҙан ҡурҡып, яҡтылыҡҡа килмәй.
[21] Ә дөрөҫлөк буйынса эш итеүсе, эштәренең Алла аша башҡарылғаны күренеп торһон өсөн, яҡтылыҡҡа килә.
[22] Шунан һуң Ғайса шәкерттәре менән бергә Йәһүҙиә еренә китте. Унда бер ни тиклем ҡалып, халыҡты һыуға сумдырҙы.
[23] Яхъя ла Сәлим янындағы мул һыулы Енонда килгән кешеләрҙе һыуға сумдыра ине.
[24] Ул ваҡытта Яхъя төрмәгә ябылмағайны әле.
[25] Яхъяның шәкерттәре менән бер йәһүд кешеһе араһында таҙарыныу йолаһы хаҡында бәхәс сыҡты.
[26] Улар Яхъяға килде: – Остаз, Иордан аръяғында һинең менән булған һәм һин Уның тураһында шаһитлыҡ ҡылған Кеше – Ул да халыҡты һыуға сумдыра, һәм бөтәһе лә Уның янына бара.
[27] Яхъя былай тип яуапланы: – Күктән бирелмәһә, кеше бер нәмә лә ала алмай.
[28] Һеҙ минең: «Мин Мәсих түгел, әммә мин Уның алдынан ебәрелдем», – тип әйткәнемде ишеткән шаһиттар.
[29] Кейәүҙең кәләше бар. Дуҫы ла янында тора һәм, уның тауышын ишетеп, дуҫы ыңғайына ҡыуана. Мин дә быға һөйөнәм, шуға күрә күңелем шатлыҡҡа тулған.
[30] Ул үҫергә, мин кесерәйергә тейеш.
[31] Юғарынан Килеүсе һәр кемдән өҫтөн. Ерҙә тыуған иһә ерҙеке, уның һүҙе лә ерҙәгесә. Әммә күктән Килеүсе – һәммәһенән өҫтөн.
[32] Ул Үҙе күргән һәм ишеткәндәре хаҡында шаһитлыҡ ҡыла, ләкин Уның һүҙҙәрен бер кем дә ҡабул итмәй.
[33] Уның һүҙҙәрен ҡабул иткән кеше иһә бының менән Алланың хаҡ булыуын раҫлай.
[34] Алла ебәргән Зат Алланың һүҙҙәрен һөйләй, сөнки Ул Рухты самаһыҙ бирә.
[35] Ата Үҙенең Улын ярата һәм барыһын да Уның ҡулына тапшырған.
[36] Улына инанған кешенең мәңгелек тормошо бар, ә Уға буйһонмаусы инде тормош күрмәйәсәк: уның өҫтөндә Алланың асыуы тора.