[1] Ошо һүҙҙәрҙе әйткәндән һуң, Ғайса Үҙенең шәкерттәре менән Кедрон үҙәнен үтеп, шундағы баҡсаға барып инде.
[2] Ғайса шәкерттәре менән йыш ҡына шунда йыйылғанлыҡтан, был урынды хыянатсы Йәһүҙә лә белә ине.
[3] Бына ул, римлыларҙың ғәскәри төркөмөн һәм Алла Йортоноң баш руханиҙар менән фарисейҙар тарафынан ебәрелгән һаҡсыларын эйәртеп, шунда килде. Улар факелдар, яҡтыртҡыстар һәм ҡоралдар тотҡайны.
[4] Ғайса, Үҙе менән ни буласағын белеп, улар алдына сыҡты. – Кемде эҙләйһегеҙ? – тип һораны.
[5] Тегеләр Уға: – Назаралы Ғайсаны, – тип яуап бирҙе. – Ул – Мин, – тине Ғайса. Хыянатсы Йәһүҙә лә улар менән шунда тора ине.
[6] Ғайса: «Ул – Мин», – тигәс, тегеләр артҡа сигенеп, ергә йығылып китте.
[7] Ғайса йәнә: – Кемде эҙләйһегеҙ? – тип һораны. Улар: – Назаралы Ғайсаны, – тине.
[8] – Мин һеҙгә: «Ул – Мин», – тип әйттем бит инде, – тине Ғайса. – Әгәр ҙә һеҙгә Мин кәрәк икән, янымдағы кешеләрҙе сығарып ебәрегеҙ.
[9] Ул быларҙы: «Һин Миңә биргәндәрҙең береһен дә юғалтманым», – тигән һүҙҙәре тормошҡа ашһын өсөн әйтте.
[10] Симон Петрҙың ҡылысы бар ине. Ул уны һурып сығарҙы ла, иң баш руханиҙың хеҙмәтсеһенә һелтәнеп, уның уң ҡолағын сабып өҙҙө. Хеҙмәтсенең исеме Малх ине.
[11] Ғайса Петрға: – Ҡылысыңды ҡынына тығып ҡуй. Атам биргән кәсәнән эсмәҫ инемме ни? – тине.
[12] Рим ғәскәриҙәре, уларҙың башлығы һәм йәһүдтәр тарафынан ебәрелгән Алла Йорто һаҡсылары Ғайсаны тотоп бәйләне.
[13] Тәүҙә Уны шул йылда иң баш рухани булған Каиафаның ҡайныһы Аннас янына алып барҙылар.
[14] Йәһүдтәргә: «Бөтөн халыҡҡа ҡарағанда, бер кешенең үлеүе хәйерлерәк булыр», – тип кәңәш биргән кеше шул Каиафа ине.
[15] Симон Петр һәм тағы бер шәкерт Ғайса артынан эйәрҙе. Был шәкерт, баш рухани менән таныш булғанлыҡтан, Ғайса менән бергә баш руханиҙың ихатаһына инә алды,
[16] ә Петр ҡапҡа янында тышта тороп ҡалды. Бер аҙҙан баш руханиҙың танышы булған теге шәкерт кире сыҡты. Ҡапҡа һаҡлаусы ҡыҙ менән һөйләшеп, ул Петрҙы эскә алып инде.
[17] Шунда ҡапҡа һаҡлаусы хеҙмәтсе ҡыҙ Петрҙан: – Һин дә анау Кешенең шәкертеме әллә? – тип һорағас, ул: – Юҡ, – тине.
[18] Һалҡын булғанлыҡтан, хеҙмәтселәр усаҡ яғып йылынып тора ине. Петр ҙа килеп улар менән бергә йылынды.
[19] Иң баш рухани Ғайсанан шәкерттәре һәм Уның өйрәтеүҙәре тураһында һорашты.
[20] – Мин асыҡ итеп, бөтә кеше алдында һөйләнем, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Йәһүдтәр һәр ваҡыт йыйылған ғибәҙәтханала һәм Алла Йортонда өйрәттем, йәшеренеп бер ни ҙә һөйләмәнем.
[21] Ниңә Минән һорайһығыҙ? Минең һүҙемде ишеткән кешеләрҙән һорағыҙ. Улар Минең нимә һөйләгәнемде белә.
[22] Ғайса шулай тигәс, Уға яҡын торған һаҡсыларҙың береһе Уның яңағына килтереп һуҡты: – Иң баш руханиға Һин шулай яуап бирәһеңме?
[23] Ғайса Уға: – Ялған һөйләгән булһам, ялғанлығын иҫбат ит. Әгәр дөрөҫөн һөйләйем икән, ниңә Миңә һуғаһың? – тине.
[24] Шунан Аннас Уны бәйләнгән хәлдә иң баш рухани Каиафа ҡаршыһына ебәрҙе.
[25] Шунда йылынып торған Симон Петрҙан: – Һин Уның шәкерттәренең береһе түгелме? – тип һоранылар. – Юҡ, – тип ваз кисте Петр.
[26] Иң баш руханиҙың хеҙмәтселәренең береһе, ҡолағын Петр сабып өҙгән кешенең туғаны: – Мин һине ул Кеше менән бергә баҡсала күрҙем түгелме һуң? – тип һораны.
[27] Петр тағы ваз кисте. Тап ошо ваҡытта әтәс ҡысҡырып ебәрҙе.
[28] Ғайсаны Каиафа янынан Рим ҡайсары тарафынан ебәрелгән идарасы һарайына алып килделәр. Был иртә менән булды. Йәһүдтәр һарайға инмәне, сөнки инһәләр, таҙарыныуҙары боҙолоп, Ҡотҡарылыу байрамында ҡатнаша алмаҫтар ине.
[29] Пилат үҙе улар янына сыҡты: – Был Кешене нимәлә ғәйепләп минең ҡаршыма килтерҙегеҙ?
[30] Тегеләр уға: – Әгәр ҙә Ул енәйәтсе булмаһа, беҙ Уны һинең хөкөмөңә тотоп килтермәгән булыр инек, – тип яуап бирҙе.
[31] – Уны алығыҙ һәм ҡанунығыҙ буйынса үҙегеҙ хөкөм итегеҙ, – тине Пилат. Йәһүдтәр: – Беҙгә кемде лә булһа үлем язаһына дусар итеү хоҡуғы бирелмәгән, – тинеләр.
[32] Был иһә Ғайсаның Үҙенең ниндәй үлем менән үләсәгенә ишара итеп әйткән һүҙе тормошҡа ашһын өсөн әйтелде.
[33] Пилат, һарайына ҡабат инеп, Ғайсаны саҡырып алды: – Һин йәһүдтәр Батшаһымы?
[34] – Һин быны үҙеңдән генә әйтәһеңме, әллә Минең хаҡта башҡалар һөйләнеме? – тине Ғайса.
[35] Пилат Унан: – Мин йәһүдме ни? Һине миңә Үҙ халҡың һәм баш руханиҙар тапшырҙы. Һин нимә ҡылдың? – тип һораны.
[36] – Минең Батшалығым был донъяныҡы түгел. Әгәр был донъяныҡы булһа, ҡул аҫтымдағы кешеләр, Мине йәһүдтәргә бирмәҫ өсөн, яу күтәрерҙәр ине. Юҡ, Минең Батшалығым бындағы түгел, – тип яуапланы Ғайса.
[37] – Тимәк, Һин Батша? Ғайса уға: – Һин үҙең Мине Батша тиһең. Мин хәҡиҡәт тураһында шаһитлыҡ ҡылыу өсөн тыуҙым, донъяға ла шуның өсөн килдем. Хәҡиҡәт яҡлы һәр кем Мине тыңлай, – тине.
[38] – Нимә ул – хәҡиҡәт? – тип һораны Пилат һәм, ошо һүҙҙе әйткәс, яңынан йәһүдтәр алдына сыҡты. Уларға: – Мин был кешелә бер ниндәй ҙә ғәйеп күрмәйем.
[39] Йолағыҙ буйынса Ҡотҡарылыу байрамында бер тотҡондо азат итергә тейешмен. Йәһүдтәр Батшаһын азат итеп биреүемде теләйһегеҙме?
[40] Шунда барыһы ла: – Уны түгел! Варавваны сығар! – тип ҡысҡырҙы. Варавва иһә юлбаҫар ине.