[1] Шунан һуң Ғайса Галилея күле аръяғына китте. Ул Тивериада күле тип тә атала ине.
[2] Ғайсаның ауырыуҙарҙы һауыҡтырған мөғжизәләрен күреп, Уның артынан бик күп халыҡ эйәрҙе.
[3] Ғайса шәкерттәре менән бергә тауға менеп ултырҙы.
[4] Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы яҡынлашып килә ине.
[5] Ғайса күтәрелеп ҡараны ла, Үҙенә табан ҙур халыҡ төркөмө килеүен күреп, Филипҡа: – Уларҙы ашатырға ҡайҙан икмәк һатып алырбыҙ икән? – тине.
[6] Ул был һүҙҙәрҙе уны һынар өсөн генә әйтте, сөнки нимә эшләйәсәген белә ине инде.
[7] – Уларҙың һәр береһенә аҙлап ҡына бүлеп бирергә лә ике йөҙ динарлыҡ икмәк етмәҫ, – тип яуапланы Филипп.
[8] Шәкерттәрҙең береһе, Симон Петрҙың ҡустыһы Андрей:
[9] – Бында бер малайҙың биш арпа икмәге һәм ике балығы бар, әммә был тиклем күп халыҡҡа ул нимә генә инде? – тине.
[10] – Уларға ултырырға ҡушығыҙ, – тине Ғайса. Был ерҙә үлән ҡуйы үҫкәйне. Шулай итеп, барыһы ла үләнгә ултырҙы. Унда ирҙәр генә биш мең самаһы ине.
[11] Ғайса икмәкте алып, Аллаға рәхмәт уҡығандан һуң, ултырған кешеләргә өләште; балыҡтарҙы ла шулай һәр кемгә теләгәне тиклем бирҙе.
[12] Бөтәһе лә туйғансы ашағас, Ул шәкерттәренә: – Ҡалған һыныҡтарҙы йыйып алығыҙ, бер нәмә лә әрәм булмаһын, – тине.
[13] Улар, биш арпа икмәгенән ҡалған һыныҡтарҙы йыйып, ун ике кәрзингә тултырҙы.
[14] Ғайса ҡылған мөғжизәне күреп, кешеләр: – Донъяға килергә тейеш булған Пәйғәмбәр ысынлап та Ул икән! – тиешә башланы.
[15] Ғайса иһә, уларҙың Уны көслөк менән батша итеп ҡуйырға теләүҙәрен белеп, ҡабаттан яңғыҙы ғына тауға менеп китте.
[16] Кис еткәс, шәкерттәре күл буйына төштө лә,
[17] кәмәгә ултырып аръяҡтағы Капернаумға табан йөҙөп китте. Ҡараңғы төштө, ә Ғайса һаман күренмәне.
[18] Күлдә ҡаты ел ҡупты, тулҡындар көсәйҙе.
[19] Шәкерттәр инде биш-алты саҡрым ара үткәйне, шунда улар күл өҫтөнән атлап кәмәгә яҡынлашып килгән Ғайсаны күреп, ҡурҡып киттеләр.
[20] – Был Мин, ҡурҡмағыҙ! – тине Ғайса.
[21] Шәкерттәре Уны кәмәгә алырға теләгәйне, тап ошо мәлдә кәмә улар бара торған ярға килеп туҡтаны.
[22] Икенсе көндө лә халыҡ күл ярында тора ине әле. Улар бында бер генә кәмә булыуын, ул кәмәгә шәкерттәрҙең генә ултырып китеүен, ә Ғайсаның унда юҡлығын күргәйне.
[23] Кешеләр Раббы Ғайса шөкөрана итеп биргән икмәкте ашаған урындан алыҫ булмаған Тивериада ҡалаһынан бүтән кәмәләр ҙә килеп туҡтаны.
[24] Халыҡ, унда Ғайсаның да, шәкерттәренең дә юҡлығын күргәс, кәмәләргә ултырып, Капернаумға Ғайсаны эҙләп китте.
[25] Уны күлдең аръяҡ ярында эҙләп тапҡас: – Остаз! Һин бында ҡасан килдең? – тип һоранылар.
[26] Ғайса уларға: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ Мине мөғжизәләремдең мәғәнәһен аңлаған өсөн түгел, ә туйғансы икмәк ашаған өсөн эҙләйһегеҙ!
[27] Фани ризыҡты түгел, мәңгелек тормош бирә торған фани булмаған ризыҡты табырға тырышығыҙ. Уны һеҙгә Әҙәм Улы бирәсәк, сөнки Аллабыҙ Ата Үҙенең хуплаулы тамғаһын Уға һалды, – тине.
[28] – Аллаға яраҡлы эштәрҙе ҡылыр өсөн беҙ нимә эшләргә тейеш? – тип һораны кешеләр.
[29] – Аллаға яраҡлы эш шул: Ул Кемде ебәргән булһа, Шуға инанығыҙ.
[30] Улар Ғайсаға: – Беҙ Һиңә ышанырлыҡ ниндәй билдә күрһәтерһең? Ни ҡылырһың? – тинеләр. –
[31] Изге Яҙмала: «Ул уларға ашарға күктән икмәк бирҙе», – тиелгән кеүек, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ сүлдә саҡта манна ашаған.
[32] – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: икмәкте күктән һеҙгә Муса бирмәне, ысын икмәкте күктән һеҙгә Минең Атам бирә.
[33] Күктән төшөп, донъяға тормош Биреүсе – Алла икмәге ул, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса.
[34] – Әфәндем, беҙгә һәр ваҡыт шундай икмәк биреп торсо!
[35] Ғайса уларға былай тине: – Мин – тормош икмәге. Миңә килеүсе бер ҡасан да асыҡмаҫ. Миңә инаныусы бер ҡасан да һыуһамаҫ.
[36] Ләкин, әйткәнемсә, Мине күрһәгеҙ ҙә, барыбер ышанмайһығыҙ.
[37] Атам Миңә юллаған һәр кем Миңә килер, ә Мин Үҙ яныма килгәндәрҙең береһен дә ҡыуып ебәрмәйәсәкмен.
[38] Сөнки Мин күктән ни теләйем, шуны эшләргә түгел, ә Мине Ебәреүсенең ихтыярын башҡарырға килдем.
[39] Ә Мине Ебәреүсенең ихтыяры шул: Ул Миңә биргән кешеләрҙең береһен дә һәләк итмәйенсә, аҙаҡҡы көнөндә үленән терелтергә тейешмен.
[40] Атам Улын күргән һәм Улына инанған һәр кемдең мәңгелек тормош алыуын теләй, Мин уны аҙаҡҡы көнөндә терелтәсәкмен.
[41] Йәһүдтәр араһында Уның: «Мин – күктән килгән икмәк», – тигән һүҙҙәренә ҡарата ризаһыҙлыҡ ауаздары ишетелде. Улар үҙ-ара:
[42] – Был Йософ улы Ғайса түгелме һуң? Беҙ Уның атаһын да, әсәһен дә беләбеҙ бит, шулай булғас, нисек итеп Ул: «Мин күктән килдем», – тип әйтә ала икән? – тиеште.
[43] – Һуҡранмағыҙ, – тине Ғайса.
[44] – Мине ебәргән Атам алып килмәһә, Минең яныма бер кем дә килә алмай. Мин ул кешене аҙаҡҡы көнөндә терелтәсәкмен.
[45] Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларында: «Һәммәһе лә Алла тарафынан өйрәтеләсәк», – тиелгән. Атамды тыңлаған һәм Унан өйрәнгән һәр кем Миңә килә.
[46] Был кем дә булһа Атаны күргән тигән һүҙ түгел әле. Бары тик Алланан Килеүсе генә Атаны күрҙе.
[47] Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: иман юлындағы кешенең генә мәңгелек тормошо бар.
[48] Мин – тормош икмәге.
[49] Һеҙҙең ата-бабаларығыҙ сүлдә манна ашаһа ла, аҙаҡ барыбер үлде.
[50] Күктән килгән икмәк иһә ундай түгел: уны ашағандар үлмәҫ.
[51] Мин – күктән килгән тере икмәк: уны ашаған кеше мәңге йәшәйәсәк. Мин бирәсәк икмәк – ул Минең тәнем. Уны Мин донъя йәшәһен өсөн бирәм.
[52] Шул һүҙҙәр айҡанлы йәһүдтәр араһында: – Был Кеше ризыҡ итеп беҙгә нисек Үҙ тәнен бирә алыр икән? – тип ҡаты бәхәс ҡупты.
[53] Ғайса иһә уларға: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Әҙәм Улының тәнен ашамаһағыҙ һәм Уның ҡанын эсмәһәгеҙ, һеҙҙә йәшәү булмаясаҡ, – тине. –
[54] Минең тәнемде ашап, Минең ҡанымды эскән кеше мәңгелек тормошҡа эйә булыр. Мин уны аҙаҡҡы көнөндә терелтәсәкмен.
[55] Минең тәнем – ысын ризыҡ, ҡаным – ысын эсемлек.
[56] Тәнемде ашап, ҡанымды эскән кеше Миндә ҡала, Мин унда ҡалам.
[57] Мине Атам – мәңге тере Алла ебәрҙе һәм Мин Уның арҡаһында йәшәйем. Шулай уҡ Минең тәнемде ашаусы ла Минең арҡала йәшәйәсәк.
[58] Был – күктән килгән икмәк. Ул һеҙҙең ата-бабаларығыҙ ашаған икмәк кеүек түгел. Улар үлгән, ә был икмәкте ашаусы мәңге йәшәйәсәк.
[59] Ғайса быларҙы Капернаумдағы ғибәҙәтханала өйрәткән саҡта һөйләне.
[60] Ғайсаның күп шәкерттәре был һүҙҙәрҙе ишеткәс: – Уның һөйләгәндәре ҡолаҡҡа ятмаҫлыҡ! Быны тыңлау мөмкин түгел! – тиеште.
[61] Ғайса, һүҙҙәренең шәкерттәр күңелендә ризаһыҙлыҡ тыуҙырғанын белеп: – Былар һеҙҙе рәнйетәме?
[62] Әҙәм Улының элекке урынына күтәрелеүен күрһәгеҙ, ни булыр?
[63] Бары тик Рух ҡына тормош бирә, кеше бында көсһөҙ. Минең һеҙгә һөйләгән һүҙҙәрем дә Рухтан килә һәм тормош бирә.
[64] Әммә һеҙҙең арағыҙҙа иман тотмағандар ҙа бар, – тине. Ул кемдең Уға ышанмауын һәм кемдең хыянат итәсәген тәүҙән үк белә ине.
[65] Ғайса һүҙен дауам итте: – Бына шуның өсөн дә Мин һеҙгә: «Атам ебәрмәһә, Минең яныма бер кем дә килә алмай», – тинем.
[66] Шул ваҡыттан Ғайсаның күп шәкерттәре, айырылып китеп, башҡаса Уның менән бергә йөрөмәне.
[67] – Бәлки, һеҙ ҙә китергә теләйһегеҙҙер? – тип һораны Ғайса ун ике шәкертенән.
[68] Симон Петр: – Хужам, беҙ кемгә барайыҡ? Һин генә мәңгелек тормош һүҙҙәре һөйләйһең бит.
[69] Беҙ Һиңә ышанабыҙ, Һине Алланың Изгеһе итеп таныйбыҙ, – тип яуап бирҙе.
[70] – Мин Үҙем һеҙҙе – ун икегеҙҙе һайлап алдым түгелме? Әммә арағыҙҙағы берәү – иблис. –
[71] Ғайса быны аҙаҡ Үҙенә хыянат итәсәк ун икәүҙең береһе булған Симон Искариот улы Йәһүҙә тураһында әйтте.