[1] Бынан һуң Ғайса Галилея буйлап йөрөнө. Йәһүд башлыҡтары Уны үлтерергә ниәтләгәнлектән, Йәһүҙиәгә бармаҫҡа булды.
[2] Йәһүдтәрҙең Сатыр Ҡороу байрамы яҡынлашҡас,
[3] ҡустылары Уға: – Был ерҙән кит, Йәһүҙиәгә бар! Эштәреңде ундағы шәкерттәрең дә күрһен.
[4] Әгәр кеше үҙен танытырға теләй икән, ул эшен йәшереп башҡармай. Һин шундай эштәр ҡылаһың икән, Үҙеңде донъяға күрһәт! – тинеләр.
[5] Уға хатта ҡустылары ышанмай ине.
[6] – Минең ваҡытым етмәгән әле, ә һеҙҙең өсөн һәр ҡасан да ваҡыт.
[7] Донъя һеҙгә нәфрәт менән ҡарамай, ә Мине күрә алмай, сөнки Мин уның эштәренең яуыз булғанын күрһәтеп торам.
[8] Һеҙ был байрамға барығыҙ, ә Мин йөрөмәйем, ваҡытым етмәне әле. –
[9] Ғайса, шулай итеп, Галилеяла ҡалды.
[10] Әммә ҡустылары киткәс, Үҙенә иғтибар йәлеп итмәйенсә, йәшерен рәүештә Ғайса ла байрамға китте.
[11] Йәһүд башлыҡтары иһә: «Ул ҡайҙа икән?» – тип һорашып, Уны байрам ваҡытында эҙләп йөрөнө.
[12] Уның тураһында халыҡ араһында күп һүҙҙәр таралды. «Ул яҡшы Кеше», – тине берәүҙәр, ә икенселәр: «Юҡ, Ул халыҡты юлдан яҙҙыра», – тип ҡаршы төштө.
[13] Әммә, башлыҡтарҙан ҡурҡып, бер кем дә Уның хаҡында асыҡ ҡына итеп һөйләмәне.
[14] Байрамдың уртаһы еткәндә Ғайса Алла Йортона инеп өйрәтә башланы.
[15] Йәһүдтәр: – Был Кеше, бер ерҙә лә уҡымайынса, Яҙмаларҙы ҡайҙан шул тиклем яҡшы белә икән? – тип ғәжәпләнде.
[16] Ғайса: – Өйрәткәндәрем Үҙемдән түгел, ә Мине Ебәреүсенән.
[17] Кем дә кем Уның ихтыярын башҡарырға теләй, был өйрәтеүҙәрем Аллананмы әллә Минең Үҙемдән һөйләнеләме икәнен белер.
[18] Үҙ исеменән һөйләгән үҙенә дан эҙләй, ә үҙен ебәреүсенең данын эҙләгән кеше иһә эскерһеҙ, һәм уның күңелендә ялғанға урын юҡ.
[19] Муса һеҙгә ҡанун бирҙе түгелме? Әммә берегеҙ ҙә ҡанунды үтәмәйһегеҙ. Юғиһә ни өсөн һеҙ Мине үлтерергә теләйһегеҙ? – тип һораны.
[20] – Һиңә ен эйәләшкәнме әллә? – тине кешеләр. – Кем Һине үлтерергә теләй?
[21] Ғайса һүҙен дауам итте: – Мин шәмбе көндө бер генә эш ҡылдым, һеҙ шуға аптырайһығыҙ.
[22] Муса һеҙгә сөннәт бирҙе (дөрөҫ, был Мусанан түгел, атай-олатайҙарҙан килә), һәм һеҙ шәмбе көндө лә ир баланы сөннәткә ултыртаһығыҙ.
[23] Әгәр ҙә, Муса ҡануны боҙолмаһын тип, шәмбе көндө лә ир бала сөннәтләнә икән, ниңә һеҙ шәмбе көндө бер кешене тулыһынса һауыҡтырғаным өсөн Миңә асыу тотаһығыҙ?
[24] Тыш яҡтан нисек күренеүенә ҡарап хөкөм итмәгеҙ, хаҡлыҡ менән хөкөм итегеҙ!
[25] Шунда ҡайһы бер Иерусалим кешеләре: – Йәһүд башлыҡтары үлтерергә теләгән Кеше түгелме һуң был?
[26] Ана, Ул асыҡтан-асыҡ һөйләй, ә тегеләр Уға ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтмәй. Әллә башлыҡтар Уны ысынлап та Мәсих тип уйлаймы икән?
[27] Ләкин беҙ был кешенең кемлеген беләбеҙ. Ә инде Мәсихкә килгәндә, Уның ҡайҙан икәнен бер кем дә белмәҫ, – тинеләр.
[28] Ғайса, Алла Йортонда өйрәтеүен дауам итеп, көслө тауыш менән: – Һеҙ Минең кем икәнлегемде лә, ҡайҙан килеүемде лә беләһегеҙ. Ләкин Мин Үҙ белдегем менән килмәнем, Мине Ебәреүсе – ысын Алла ул. Уны һеҙ белмәйһегеҙ.
[29] Ә Мин беләм, сөнки Мин Унан килдем, Мине Ул ебәрҙе! – тине.
[30] Улар Ғайсаны тотоп алырға теләне, ләкин береһе лә Уға ҡул да тейҙермәне, сөнки Уның ваҡыты килеп етмәгәйне әле.
[31] Халыҡ араһында иһә күптәр Уға ышанды һәм: «Мәсих килгәс, был Кешегә ҡарағанда күберәк мөғжизәләр күрһәтә алырмы икән?» – тиеште.
[32] Фарисейҙар халыҡтың Ғайса тураһында шулай бәхәсләшкәнен ишетте. Улар, баш руханиҙар менән бергәләп, Уны ҡулға алырға Алла Йорто һаҡсыларын ебәрҙе.
[33] Шунда Ғайса: – Мин һеҙҙең арағыҙҙа оҙаҡ булмам, тиҙҙән Үҙемде Ебәреүсе янына кире ҡайтасаҡмын.
[34] Мине эҙләрһегеҙ, ләкин тапмаҫһығыҙ. Ә Мин буласаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ, – тине.
[35] Йәһүдтәр: – Беҙ таба алмаҫлыҡ ниндәй урынға китмәксе була икән? Бәлки, Ул гректар араһында йәшәгән беҙҙең кешеләр янына барырға һәм унда гректарҙы өйрәтергә йыйыналыр?
[36] Уның: «Мине эҙләрһегеҙ, ләкин тапмаҫһығыҙ. Ә Мин буласаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ», – тигән һүҙҙәре нимәне аңлата икән? – тип үҙ-ара һөйләштеләр.
[37] Байрамдың аҙаҡҡы – иң бөйөк көнөндә Ғайса тороп баҫып көслө тауыш менән иғлан итте: – Кем һыуһай, Миңә килһен һәм эсһен!
[38] Кем Миңә инана, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Уның күңел түренән йылғалар булып тере һыу ағасаҡ».
[39] Ул быны Үҙенә инанғандар аласаҡ Рух хаҡында әйтте. Был ваҡытта уларға Изге Рух бирелмәгәйне әле, сөнки Ғайса күккә тиклем күтәрелмәгәйне һәм Уға данлы бөйөклөк бирелмәгәйне.
[40] Уның һүҙҙәрен ишеткән кешеләрҙең ҡайһы берҙәре: – Был ысынлап та вәғәҙә ителгән Пәйғәмбәр!
[41] Икенселәре: – Ул – Мәсих, – тине. Башҡалары уларға ҡаршы төштө: – Мәсих Галилеянан килер микән?
[42] Изге Яҙмала: «Мәсих Дауыт нәҫеленән буласаҡ һәм Дауыттың йәшәгән ҡалаһы Вифлеемдан киләсәк», тип яҙылған бит.
[43] Шулай итеп, Ғайса хаҡында халыҡ араһында бәхәс ҡупты.
[44] Ҡайһы берҙәре Уны тотоп алырға ла теләне, ләкин береһе лә Уға ҡул тейҙермәне.
[45] Һаҡсылар Ғайсаһыҙ ғына әйләнеп ҡайтҡас, баш руханиҙар һәм фарисейҙар: – Ни өсөн Уны тотоп алып килмәнегеҙ? – тип һораны.
[46] – Ул Кеше кеүек берәүҙең дә һөйләгәне юҡ, – тип яуап бирҙе һаҡсылар.
[47] – Әллә һеҙ ҙә алдандығыҙмы? – тине фарисейҙар.
[48] – Башлыҡтарҙың йәки фарисейҙарҙың берәйһе Уға инандымы ни?
[49] Ә ҡанунды белмәгән был халыҡ ҡарғалған.
[50] Араларынан береһе – элегерәк Ғайса янында булып киткән Никодим – уларҙан:
[51] – Беҙҙең ҡанун кешене тәүҙә тыңламайынса һәм уның нимә ҡылғанын асыҡламайынса уны хөкөм итергә рөхсәт бирәме ни? – тип һораны.
[52] Уға: – Әллә һин дә Галилеянанмы? Яҙмаларҙы тикшереп ҡараһаң, аңларһың: Галилеянан бер ниндәй ҙә пәйғәмбәр сыҡмаясаҡ, – тип яуап бирҙеләр.
[53] Шунан барыһы ла өйҙәренә таралышты.