Skip to content
Opens in a new window
Listen to this chapter • 7:44

[1] Мәрйәм менән уның апаһы Марфа йәшәгән Вифания ауылында Лазарь исемле бер кеше ауырып китте.

[2] Мәрйәм – Раббының аяҡтарына хуш еҫле май һылап, сәстәре менән һөртөп алған ҡатын, ә сирле уларҙың ҡустылары ине.

[3] Апалы-һеңлеле Ғайсаға хәбәр ебәрҙе: «Хужам, Һин яратҡан Лазарь ауырып китте».

[4] Ғайса быны ишеткәс: – Был сир үлемгә килтермәй. Алла даны өсөн уның аша Алла Улының данлы бөйөклөгө күрһәтеләсәк, – тине.

[5] Ғайса Марфаны ла, уның һеңлеһе менән Лазарҙы ла ярата ине.

[6] Әммә Ул, Лазарҙың ауырығанын ишеткән хәлдә лә, булған урынында тағы ике көнгә тотҡарланды.

[7] Шунан һуң шәкерттәренә: – Яңынан Йәһүҙиәгә барайыҡ, – тине.

[8] Шәкерттәре Уға: – Остаз, әле күптән түгел генә йәһүдтәр Һине таш бәреп үлтерергә йөрөгәйне, тағы шунда бараһыңмы ни? – тинеләр.

[9] Ғайса: – Көндөң оҙонлоғо ун ике сәғәт түгелме һуң? Көндөҙ йөрөүсе абынмай, сөнки ул донъя яҡтылығын күрә.

[10] Ә төндә йөрөүсе абына, сөнки унда яҡтылыҡ юҡ, – тип яуапланы.

[11] Шунан һуң: – Беҙҙең дуҫыбыҙ Лазарь йоҡлап киткән, Мин уны уятырға барам, – тип өҫтәне.

[12] Шәкерттәре: – Хужабыҙ, йоҡлағас, һауығыр! – тинеләр.

[13] Ғайса уның үлеүе тураһында әйткәйне, шәкерттәр иһә ғәҙәттәге йоҡо хаҡында һөйләй тип уйланы.

[14] Шунлыҡтан Ғайса уларға асыҡ итеп: – Лазарь үлгән.

[15] Мин унда булмауыма һеҙҙең өсөн шатмын, сөнки шул рәүешле иманығыҙ нығынасаҡ ҡына. Әйҙәгеҙ, уның янына барайыҡ, – тине.

[16] Игеҙәк ҡушаматлы Фома шәкерттәргә: – Әйҙәгеҙ, барайыҡ та, Уның менән бергә үләйек, – тине.

[17] Ғайса, Вифанияға килеп еткәс, Лазарҙың дүрт көн инде ҡәберҙә ятыуын белде.

[18] Вифания Иерусалимдан өс саҡрым ғына булғанлыҡтан,

[19] унан ҡустыларын юғалтып ҡайғырған Марфа менән Мәрйәмде йыуатырға күп йәһүдтәр йыйылғайны.

[20] Марфа, Ғайсаның килә ятҡанын ишеткәс, Уны ҡаршы алырға сыҡты. Мәрйәм иһә өйҙә ҡалды.

[21] – Хужам, Һин бында булһаң, ҡустыбыҙ үлмәгән булыр ине, – тип өндәште Марфа. –

[22] Әммә мин хәҙер ҙә беләм: Алланан ни генә һораһаң да, Ул Һиңә бирәсәк.

[23] – Ҡустығыҙ тереләсәк, – тине уға Ғайса.

[24] – Беләм, ул ҡиәмәт көнөндәге терелеү ваҡытында тереләсәк.

[25] Ғайса: – Мин – терелеү һәм тормош. Миңә ышанған кеше үлһә лә йәшәйәсәк.

[26] Ә йәшәгән һәм Миңә ышанған һәр кем бер ҡасан да үлмәйәсәк. Һин быға ышанаһыңмы? – тине.

[27] – Эйе, Хужам! – тип яуапланы Марфа. – Мин Һинең донъяға килергә тейеш булған Мәсих, Алла Улы икәнлегеңә ышанам.

[28] Шулай тине лә Марфа китеп барҙы һәм һеңлеһе Мәрйәмде саҡырып алды: – Остаз бында, Ул һине саҡыра.

[29] Мәрйәм быны ишеткәс тә, тиҙ генә урынынан тороп, Ғайса янына сыҡты.

[30] Ғайса, ауылға инмәйенсә, Марфа менән осрашҡан ерҙә тора ине әле.

[31] Өйҙә бергә булып, Мәрйәмде йыуатҡан йәһүдтәр, уның йәһәт кенә тороп сығып киткәнен күргәс, илар өсөн ҡәбер янына китте тип уйлап, уның артынан эйәрҙе.

[32] Мәрйәм иһә, Ғайса торған ергә килеп еткәс, Уны күреп: – Хужам! Һин бында булһаң, ҡустыбыҙ үлмәгән булыр ине, – тип Уның аяғына йығылды.

[33] Ғайса, Мәрйәмдең дә, уға эйәреп килгән йәһүдтәрҙең дә илағанын күреп, Үҙе лә бик ныҡ көйөндө һәм тулҡынланған тауыш менән:

[34] – Һеҙ уны ҡайҙа ерләнегеҙ? – тип һораны. Улар: – Әфәндем! Әйҙә барайыҡ, Үҙең күрерһең, – тинеләр.

[35] Ғайсаның күҙҙәренән йәш тәгәрәне.

[36] – Ҡарағыҙ, Ул Лазарҙы нисек яратҡан икән! – тиеште йәһүдтәр.

[37] Араларынан береһе: – Ул бит һуҡырҙың күҙҙәрен асты. Лазарҙы ла үлемдән һаҡлап ҡалыр өсөн ниҙер эшләй алмаҫ инеме икән? – тине.

[38] Ғайса тағы ла нығыраҡ көйөнгән хәлдә ҡәбер янына килде. Ҡәбер мәмерйә булып, уға инеү юлы таш менән ҡаплап ҡуйылғайны.

[39] Ғайса: – Ташты ситкә шылдырығыҙ! – тине. – Хужам, мәрхүм инде еҫләнгәндер, үлгәненә дүрт көн уҙҙы бит инде, – тине үлгән кешенең апоһы Марфа.

[40] Ғайса уға: – Мин һиңә: «Әгәр ҙә ышанһаң, Алланың данлы бөйөклөгөн күрерһең», – тимәгәйнемме ни? – тип яуап бирҙе.

[41] Мәмерйә ауыҙынан ташты алып ҡуйҙылар. Ғайса юғарыға ҡарап: – Атам! Мине ишеткәнең өсөн рәхмәт! – тине. –

[42] Тауышымды һәр ваҡыт ишетеүеңде беләм, ләкин был һүҙҙәремде бында баҫып торған кешеләр өсөн, Мине Һинең ебәргәнеңә ышанһындар өсөн әйтәм!

[43] Шулай тигәндән һуң Ул көслө тауыш менән: – Лазарь, сыҡ! – тине.

[44] Бына үлгән кеше килеп сыҡты. Уның аяҡ-ҡулы кәфенгә уралған, йөҙөнә битлек ябылғайны. Ғайса: – Тағатығыҙ уны, атлап китһен! – тине.

[45] Мәрйәм янына килгән йәһүдтәрҙең күбеһе, Ғайсаның ни эшләгәнен күргәс, Уға инанды.

[46] Ә ҡайһы берҙәре, фарисейҙарға барып, Ғайса ҡылған эштәр тураһында һөйләп бирҙе.

[47] Шунда баш руханиҙар һәм фарисейҙар кәңәшмәгә йыйылды. Улар: – Беҙгә нимә эшләргә? – тиештеләр. – Был кеше күп мөғжизәләр күрһәтә.

[48] Әгәр ҙә шулай дауам итергә юл ҡуйһаҡ, һәммәһе Уға инанасаҡ. Аҙаҡ иһә римлылар килеп, Изге урыныбыҙҙы ла, халыҡты ла юҡ итәсәк.

[49] Араларынан береһе, ул йылда иң баш рухани булған Каиафа: – Һеҙ бер ни ҙә белмәйһегеҙ!

[50] Бөтә халыҡ һәләк булыуға ҡарағанда, халыҡ өсөн бер кешенең үлеүе һеҙҙең өсөн хәйерлерәк бит. Шуны аңламайһығыҙмы ни? – тине.

[51] Ул быны үҙенән һөйләмәне, ә шул йылда иң баш рухани булараҡ, Ғайсаның халыҡ өсөн, йәһүд халҡы өсөн генә түгел, ә барса ерҙәргә таралған Алла балаларын бергә йыйыр өсөн үләсәген алдан әйтеп бирҙе.

[53] Ошо көндән алып улар Ғайсаны нисек үлтереү тураһында уйлай башланы.

[54] Шул сәбәпле Ғайса инде йәһүдтәр араһында асыҡтан-асыҡ йөрөмәҫ булды. Ул бынан сүллек янындағы Ефраим тигән ҡалаға китте һәм Үҙенең шәкерттәре менән шунда ҡалды.

[55] Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы яҡынлашҡайны. Байрам алдынан таҙарыныу йолаһын башҡарырға тип, Иерусалимға илдең төрлө төбәктәренән күп кеше килде.

[56] Халыҡ Ғайсаны эҙләне. Улар Алла Йортонда бер-береһенән: «Нисек уйлайһығыҙ, Ул байрамға килмәҫ микән ни?» – тип һораштылар.

[57] Баш руханиҙар һәм фарисейҙар иһә, Ғайсаны ҡулға алыр өсөн, Уның ҡайҙалығын белгән кешеләр беҙгә килеп әйтергә тейеш, тип әмер бирҙе.

Яхъя — Chapters